Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АДВЕНТИСТАР

АДВЕНТИСТАР (лат. adventus — килеү), 19 б. 30‑сы йй. АҠШ‑та протестантлыҡта барлыҡҡа килгән ағымға эйәреүселәр. “Иисус Христостың икенсегә килеүе” яҡынлашыуы һәм ерҙә “Алланың мең йыллыҡ батшалығы” етеүе т‑да фекер тарата. Төп йолалары: өлкәндәрҙе һыуға сумдырып суҡындырыу һәм аяҡ йыуыу. А. 10‑дан ашыу...

АЛЛА

АЛЛА (фараз б‑са, ғәр. әл-илаһ — илаһи зат), исламда берҙәм һәм берҙән‑бер, бөтә булғанды (күкте, ерҙе, кешеләрҙе, фәрештәләрҙе, шайтандарҙы, үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы) бар итеүсе илаһи зат. Мосолман тәғлимәтенә ярашлы, донъяла бөтәһе лә уға хеҙмәт итә һәм буйһона; ул бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм...

АНИМИЗМ

АНИМИЗМ (лат. anima — йән, рух), матди донъялағы бөтә әйберҙәр һәм күренештәр, ш. иҫ. кеше, м‑н идара иткән рухтарҙың, йәндәрҙең барлығына ышаныу. А. аниматизмдан (бар тәбиғәттең һәм айырым тәбиғәт көстәренең эйәһеҙ йәнлелеген күҙаллау) айырыла. Әгәр рух ниндәйҙер айырым йән эйәһе йәки әйбер м‑н бәйләнешкә...

АРХИЕРЕЙ

АРХИЕРЕЙ (гр. archi — өлкән, баш һәм hiereus — рухани), юғары дәрәжә православие руханиҙары вәкилдәренең (патриарх, митрополит, архиепископ, епископтарҙың) дөйөм атамаһы. Православие дине тәғлимәтенә ярашлы, священство серле йолаһында рукоположение (архиерей хиротонияһы) аша тапшырылған Изге Рух шәфҡәте...

АРХИЕРЕЙ ЙОРТО

АРХИЕРЕЙ ЙОРТО, 1919 й. тиклем Рәсәйҙә айырым епархия мөлкәтенә идара итеүсе сиркәү хакимиәте учреждениеһы. Епархия архиерейы ҡарамағында була. Тәүҙә А.й. эре ер биләүсе була; ундағы вазифалы кешеләр һаны епархияның ҙурлығына һәм байлығына бәйле була. 18 б. алып элекке әһәмиәтен юғалта, ҡаҙнанан күскән...

АРХИМАНДРИТ

АРХИМАНДРИТ (гр. archimandritēs), юғары монахлыҡ итеүсе (ҡара: Монахлыҡ) руханиҙарҙың 2‑се (урта) дәрәжәһе (ҡара: Православие руханиҙары); эре ирҙәр монастырҙары башлыҡтарының почётлы титулы. 18 б. алып А. исеме юғары адм. вазифа биләүселәргә лә (уҡыу йорто ректоры, дини миссия башлығы һ.б.) бирелгән....

АТ КУЛЬТЫ

АТ КУЛЬТЫ. Ат башҡорттарҙың иң изге хайуандарының береһе булып тора; был халыҡтың ауыҙ‑тел ижадында, хөрәфәттәрендә һәм йолаларында сағылған. Легенда һәм риүәйәттәрҙә ат — изгелекле яҡлаусы, бәрәкәт һәм бәхет символы. Башҡорттарҙың инаныуҙарында аттарҙың сығышы бихисап хужа‑эйәләр, ш. иҫ. ат эйәһе йәшәгән...

БАЙМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

БАЙМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1997 й. Баймаҡ ҡ. Мосолман дини ойошмаһы башланғысы б‑са халыҡтың һәм Баймаҡ р‑ны пр‑тиеларының хәйер аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назаратына ҡарай. 1998 й. алып эшләй. Мәсет (17x15x3,7 м) бер ҡатлы, сатыр ҡыйыҡлы, стеналары ҡыҙыл кирбестән һалынған. Манараһы Каруанһарай манараһына...

БАЛЫҠЛЫ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

БАЛЫҠЛЫ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, 1771 й. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Балыҡлы а. (хәҙ. БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) 1‑се йәмиғ мәсете эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусы — Б.Ғүмәров. Ырымбур мосолман дини йыйылышы ҡарамағында була. Уҡытыу‑тәрбиә эше м‑н мәсеттең имам‑хатибы һәм мөҙәрис етәкселек иткән. 7—10 йәшлек (ҡайһы...

БАПТИЗМ

БАПТИЗМ (гр. baptizo — сумдырам, һыу м‑н суҡындырам), протестантлыҡтың 17 б. башында Англияла барлыҡҡа килгән йүнәлештәренең береһе. Б. б‑са, кешене сиркәү ҡатнашлығынан тыш Иисус Христосҡа аңлы ышаныу аша ғына ҡотҡарып була. Йүнәлеш дөйөм (улар, Христос барыһының да гонаһын юйған һәм кеше яҙмышы уның...

БАҪМАСЫЛЫҠ

БАҪМАСЫЛЫҠ (төрки баҫмаҡ — һөжүм итеү), Урта Азия төрки халыҡтарының Совет власына ҡаршы баш күтәреүселәр хәрәкәте. Хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың үҙ атамаһы — “мөжәһиттәр”, “ҡорбаштар”. 1918 й. февр. “Коканд автономияһы” (1917 й. нояб. — 1918 й. февр. Төркөстан авт. хөкүмәте) ҡолатылғандан һуң башлана,...

БАШҠОРТОСТАН МИТРОПОЛИЯҺЫ

БАШҠОРТОСТАН МИТРОПОЛИЯҺЫ, Урыҫ православие сиркәүенең сиркәү‑адм. берәмеге. Изге Синодтың 2011 й. 27 дек. ҡарары м‑н элекке Өфө епархияһы урынына булдырыла. Митрополияға Өфө, Нефтекама һәм Салауат епархиялары инә. Архиерей — Никон II. Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина...

БАЯЗИТ АУЫЛЫ МӘСЕТЕ

БАЯЗИТ АУЫЛЫ МӘСЕТЕ, Миәкә р‑нында урынлашҡан. 1930‑сы йй. һүтелгән ағас мәсет урынына 1997 й. төҙөлә. Мәсетте һалыуҙа район хакимиәте, пр‑тиелар һәм айырым кешеләр ярҙам күрһәтә. БР Диниә назаратына ҡарай. Мәсет (8×16×5 м) бер ҡатлы, 2 кимәлле, 4 яҡлы ҡыйыҡлы, сталактит кәрнизле; стеналары ҡыҙыл кирбестән...

БЕГЛОПОПОВСЫЛАР

БЕГЛОПОПОВСЫЛАР, старообрядсылыҡта 17 б. аҙ. барлыҡҡа килгән ағымдарҙың береһе. Православиеның догматикаһын һаҡлап, Б. культтың деталдәрендә айырылалар. Тәүҙә Б. тип Урыҫ православие сиркәүенән күскән (“ҡасаҡ”, исеме шунан килә) һәм икенсе ҡабат суҡынған священниктарҙы ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡабул иткән...

БЕЛОКРИНИЦКИЙ ИЕРАРХИЯҺЫ, Австрия иерархияһы

БЕЛОКРИНИЦКИЙ ИЕРАРХИЯҺЫ, Австрия иерархияһы, поп йүнәлешле (ҡара: Поповсылар) ҙур старообрядсылыҡ сиркәүе. 1846 й. Белая Криница а. (Австрия Галицияһы) Рәсәйҙән күскән поповсылар общинаһы тарафынан ойошторола. 19 б. 50-се йй. Б.и. үҙәге Мәскәүгә (Рогожа общинаһы) күсә, унда дини совет төҙөлә. 1988...

БЕРЁЗОВКА СВЯТИТЕЛЬ НИКОЛАЙ ЧУДОТВОРЕЦ ИКОНАҺЫ

БЕРЁЗОВКА СВЯТИТЕЛЬ НИКОЛАЙ ЧУДОТВОРЕЦ ИКОНАҺЫ. Омофор кейгән, яланбаш святитель Николайҙың күкрәккә тиклемге һыны төшөрөлгән мөғжизәле икона. Үлсәме яҡынса 34 х 27 см. Киң таралған риүәйәттәрҙең береһенә ярашлы, 16 б. 50—60‑сы йй. Өфө өйәҙе Никольский а. (хәҙ. Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а.) эргәһендә...

БЕРЕНСЕ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

БЕРЕНСЕ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, Өфөлә урынлашҡан. 1830 й. Ырымбур мосолман дини йыйылышы мөфтөйө Ғ.Ғәбдрәхимов юллауы б‑са Өфөнөң 1‑се гильдия сауҙагәре М.Таһиров Хажмәтов (Хужасәйетов) аҡсаһына Фроловский урамында (хәҙ. Туҡай урамы) төҙөлә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында инженер‑архитектор И.Мяловтың Өфө губерна...

БЕСПОПОВСЫЛАР, беспоповщиналыҡ

БЕСПОПОВСЫЛАР, беспоповщиналыҡ, старообрядсылыҡта 17 б. аҙ. барлыҡҡа килгән ағымдарҙың береһе. Б. тәғлимәтендә иң мөһиме — раскол дәүеренән Ерҙә Антихрист хакимлыҡ итеүе т‑дағы күҙаллау. Б. фекеренсә, шул саҡта “ысын” (“иҫке”) дин юҡ ителә лә инде. Старообрядсылыҡ соборҙарында (Новгород ҡ., 1692, 1694)...

БИБЛИЯ

БИБЛИЯ (грек. biblia — китаптар), иудаизмда һәм христианлыҡта ҡанунлаштырылған боронғо дини текстар тупланмаһы; боронғо яҙма әҙәби ҡомартҡы. 2 өлөштән тора: Иҫке Ғәһет һәм Яңы Ғәһет. Б.э. тиклем 13—2 бб. боронғо йәһүд телендә яҙылған Иҫке Ғәһетте (39 ҡануни китап) йәһүдтәр һәм христиандар Изге Яҙма...

БОГОРОДИЦА РАШТЫУАҺЫ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ

БОГОРОДИЦА РАШТЫУАҺЫ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1901—09 йй. нигеҙҙә купец Н.М.Патокин аҡсаһына сиркәү булараҡ төҙөлә һәм Пресвятая Богородица Раштыуаһы хөрмәтенә Нафанаил тарафынан изгеләндерелә. 2011 й. кафедраль собор статусын ала. “Кирбес” стилендәге собор тәүҙә бер көмбәҙле итеп таштан...