Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АДВЕНТИСТАР

АДВЕНТИСТАР (лат. adventus — килеү), 19 б. 30‑сы йй. АҠШ‑та протестантлыҡта барлыҡҡа килгән ағымға эйәреүселәр. “Иисус Христостың икенсегә килеүе” яҡынлашыуы һәм ерҙә “Алланың мең йыллыҡ батшалығы” етеүе т‑да фекер тарата. Төп йолалары: өлкәндәрҙе һыуға сумдырып суҡындырыу һәм аяҡ йыуыу. А. 10‑дан ашыу...

АЛЛА

АЛЛА (фараз б‑са, ғәр. әл-илаһ — илаһи зат), исламда берҙәм һәм берҙән‑бер, бөтә булғанды (күкте, ерҙе, кешеләрҙе, фәрештәләрҙе, шайтандарҙы, үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы) бар итеүсе илаһи зат. Мосолман тәғлимәтенә ярашлы, донъяла бөтәһе лә уға хеҙмәт итә һәм буйһона; ул бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм...

АНИМИЗМ

АНИМИЗМ (лат. anima — йән, рух), матди донъялағы бөтә әйберҙәр һәм күренештәр, ш. иҫ. кеше, м‑н идара иткән рухтарҙың, йәндәрҙең барлығына ышаныу. А. аниматизмдан (бар тәбиғәттең һәм айырым тәбиғәт көстәренең эйәһеҙ йәнлелеген күҙаллау) айырыла. Әгәр рух ниндәйҙер айырым йән эйәһе йәки әйбер м‑н бәйләнешкә...

АРХИЕРЕЙ

АРХИЕРЕЙ (гр. archi — өлкән, баш һәм hiereus — рухани), юғары дәрәжә православие руханиҙары вәкилдәренең (патриарх, митрополит, архиепископ, епископтарҙың) дөйөм атамаһы. Православие дине тәғлимәтенә ярашлы, священство серле йолаһында рукоположение (архиерей хиротонияһы) аша тапшырылған Изге Рух шәфҡәте...

АРХИЕРЕЙ ЙОРТО

АРХИЕРЕЙ ЙОРТО, 1919 й. тиклем Рәсәйҙә айырым епархия мөлкәтенә идара итеүсе сиркәү хакимиәте учреждениеһы. Епархия архиерейы ҡарамағында була. Тәүҙә А.й. эре ер биләүсе була; ундағы вазифалы кешеләр һаны епархияның ҙурлығына һәм байлығына бәйле була. 18 б. алып элекке әһәмиәтен юғалта, ҡаҙнанан күскән...

АРХИМАНДРИТ

АРХИМАНДРИТ (гр. archimandritēs), юғары монахлыҡ итеүсе (ҡара: Монахлыҡ) руханиҙарҙың 2‑се (урта) дәрәжәһе (ҡара: Православие руханиҙары); эре ирҙәр монастырҙары башлыҡтарының почётлы титулы. 18 б. алып А. исеме юғары адм. вазифа биләүселәргә лә (уҡыу йорто ректоры, дини миссия башлығы һ.б.) бирелгән....

АТ КУЛЬТЫ

АТ КУЛЬТЫ. Ат башҡорттарҙың иң изге хайуандарының береһе булып тора; был халыҡтың ауыҙ‑тел ижадында, хөрәфәттәрендә һәм йолаларында сағылған. Легенда һәм риүәйәттәрҙә ат — изгелекле яҡлаусы, бәрәкәт һәм бәхет символы. Башҡорттарҙың инаныуҙарында аттарҙың сығышы бихисап хужа‑эйәләр, ш. иҫ. ат эйәһе йәшәгән...