Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАГИЯ

МАГИЯ (гр. mageјia – сихыр), кешенең (күрәҙәсенең) кешеләргә һәм тәбиғәт күренештәренә тәьҫир итә алған мөғжизәле көсөнә ышаныуға бәйле йолалар. Исламға тиклемге дини инаныуҙар, халыҡ медицинаһы һ.б. м‑н бәйле тәүтормош йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән. Тылсымлы йолаларҙы, ғәҙәттә, шамандар (ҡара: Шаманлыҡ),...

МӘСЕТТӘР

МӘСЕТТӘР (ғәр. мәсжид — ғибәҙәт ҡылыу урыны), мосолман дине ҡоролмалары. М. намаҙ, Ҡөрьән уҡыйҙар, вәғәз һөйләйҙәр һ.б. Атрибуттарына — михраб (Ҡәғбә тарафына ҡаратылған стена уйымы), мөнбәр (вәғәз һөйләүсе өсөн михраб эргәһенә ҡуйылған кафедра) инә; М. шулай уҡ китап һаҡланмаһы, тәһәрәт алыу бүлмәһе...

МЕЙӘС ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

МЕЙӘС ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1895 й. Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Мейәс з‑ды ҡасабаһында (хәҙ. Мейәс ҡ.) С.Бәширов етәкс. урындағы бай мосолмандар аҡсаһына төҙөлә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет (20×15×4,5 м) бер ҡатлы, ҡыйығы 4 яҡлы. Манараһы (бейеклеге яҡынса 35 м) кирбестән, өс...

МЕННОНИТТАР

МЕННОНИТТАР, протестантлыҡта барлыҡҡа килгән йүнәлештәрҙең береһенә эйәреүселәр, 16 б. 30‑сы йй. Нидерландта Менно Симмонс (исеме шунан алынған) тарафынан нигеҙләнгән. М. өлкәндәрҙе суҡындырыу, башҡа диндәге кешеләр м‑н никахлашыуҙы тыйыу һ.б. хас. М. төп идара итеү органы — Бөтә донъя конференцияһы...

МЕТРИКА КЕНӘГӘЛӘРЕ

МЕТРИКА КЕНӘГӘЛӘРЕ, революцияға тиклемге Рәсәйҙә гражданлыҡ хәле акттары теркәлә торған исемлектәр. Православныйҙарға (ҡара: Православие) — 1722 й., лютерандарға — 1764 й., католиктарға (ҡара: Католицизм) — 1826 й., мосолмандарға (ҡара: Ислам) — 1828 й., йәһүдтәргә (ҡара: Иудаизм) — 1835 й., расколсыларға...

МИҘИӘК МӘҘРӘСӘҺЕ

МИҘИӘК МӘҘРӘСӘҺЕ, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Миҙиәк а. урынлашҡан була. 1860 й. биш ваҡытлы мәсет эргәһендә мәктәп булараҡ асыла, 1883 й. дек. алып мәҙрәсә. Нигеҙ һалыусы — Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев. Ырымбур мосолман диниә назараты, 1874 й. башлап Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Шәхси иғәнәләр...

МИХАИЛ АРХАНГЕЛ СИРКӘҮЕ

МИХАИЛ АРХАНГЕЛ СИРКӘҮЕ, Бәләбәй ҡ. урынлашҡан. Мәхәллә кешеләре аҡсаһына, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында яндырылған ағас сиркәү (яҡынса 1757 й. асылған) урынында төҙөлә һәм 1828 й. изгеләндерелә, тип фараз ителә, 1879 й. йәмиғ сиркәүе итеп үҙгәртелә, 1988 й. хәҙ. исемен ала. Классицизм стилендәге,...

МОЛОКАНДАР

МОЛОКАНДАР, христиан динендәге секталарҙың (ҡара: Сектантлыҡ) береһе. 18 б. 2‑се ярт. Рәсәйҙә барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусыһы — С.Уклеин. Дини тәғлимәт сығанағы — Библия, дини тәғлимәт нигеҙҙәре “Молокандар догматы” китабында бирелә. М. сиркәү иерархияһын, изгеләрҙе, ҡорамдарҙы, иконаға табыныуҙы һ.б....

МОНАСТЫРҘАР

МОНАСТЫРҘАР (гр. monastēјrion — аулаҡ урын, дәрүиш хөжрәһе), буддизмда, христианлыҡта (православиела һәм католицизмда) берҙәм йәшәү ҡағиҙәләрен (устав) ҡабул иткән монахтар (ир-егеттәр М.) йә монахинялар (ҡатын‑ҡыҙҙар М.) общиналары. Миссионерлыҡ эшмәкәрлеген алып баралар. Рәсәйҙә 11 б. барлыҡҡа килә....

МОНАХЛЫҠ

МОНАХЛЫҠ (гр. monachoјs — яңғыҙ, айырым йәшәүсе), теге йәки был дингә үтә бирелеп, үҙ ихтыяры м‑н донъяуи ығы‑зығынан ваз кискән һәм үҙҙәрен дини аскетизм, никахһыҙлыҡ, туғанлыҡ һәм соц. бәйләнештәрҙе өҙөүҙе нәҙер иткән кешеләрҙең община тормошо. М. б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ уртаһында буддизмда, 3—4 бб....

МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ

МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ, мосолман календарының әһәмиәтле көндәре (ҡара: Һижрәт). М.б. Ҡорбанбайрамы; Ураҙабайрамы; Мәүлит — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнө (датаһы билдәһеҙ булғанлыҡтан, вафат булыу көнөнә тура килтерелгән, Рабиғел әү‑үәл айының 12‑се көнө); Рағаиб (Рәжәп айының тәүге йомаһы) — пәйғәмбәрҙең...

МОСОЛМАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ

МОСОЛМАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ, башлыса дини йөкмәткеле баҫмалар. “Донъя үә мәғишәт” (“Донъя һәм тормош”), журнал. Нәшер итеүселәре: М.Дәүләтшин, Ш.Шәфиғуллин, М.-В.Ә.Хөсәйенов (ҡара: Хөсәйе‑ новтар). 1906—07 йй. Ырымбур ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. “Кәримов, Хөсәйенов һәм Ко” ширҡәте типографияһында...

МОСОЛМАН ЗЫЯРАТЫ

МОСОЛМАН ЗЫЯРАТЫ. Өфөнөң көнбайыш өлөшөндә Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 19 б. 30‑сы йй. асылған, тип фараз ителә. 2012 й. тарихи‑мемориаль зыяратҡа әүерелә. Үҙәк тарих архивының Өфө губерна идараһы фондында “Өфө ҡалаһында расколсылар һәм мосолман зыяраттарын булдырыу тураһында” тигән эш һаҡлана,...

МОСОЛМАН ЙОЛАЛАРЫ

МОСОЛМАН ЙОЛАЛАРЫ, исламдағы традицион йолалар. М.й. иң мөһимдәре — намаҙ, рамаҙан айындағы 30 көнлөк ураҙа (ҡара: Ураҙа байрам), хаж. М.й. исем ҡушыу, никах, ерләү йолалары, сөннәткә ултыртыу һ.б. инә. М.й. Ҡөрьән сүрәләре уҡып башҡарыла. Әҙәб.: С у л т а н г а р е е в а Р.А. Жизнь человека в обряде...

МОСОЛМАН ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР ОЙОШМАҺЫ

МОСОЛМАН ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР ОЙОШМАҺЫ, мосолман ҡатын‑ҡыҙҙарының хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың белем алыуына булышлыҡ итеү, ҡатын‑ҡыҙ мәктәптәренә ярҙам күрһәтеү һ.б. өсөн Өфөлә ойошторолған мәҙәни‑ағартыу һәм хәйриә ойошмаһы. 1907 й. 12 дек. Ф.М.Басимова, С.С.Йәнтүрина, Г.С.Камалетдинова, М.Т.Солтанова, С.М.Солтанова,...

МОСОЛМАН РЕФОРМАТОРЛЫҒЫ

МОСОЛМАН РЕФОРМАТОРЛЫҒЫ, Урал‑Волга буйы ислам дине тәғлимәтендәге йүнәлеш. Исламдың дини‑фәлс. һәм хоҡуҡи нормаларын (ҡара: Фикһ) яңы соц.‑иҡт. шарттарға яраҡлаштырыуҙан ғибәрәт. 18— 19 бб. сигендә М.р. исламдың фундаменталь принциптарын тергеҙеү идеяһы рәүешендә үҫеш ала, ижтиһад (шәхестең рухи азатлығын...

МОСОЛМАН РУХАНИҘАРЫ

МОСОЛМАН РУХАНИҘАРЫ, ислам дине әһелдәре, дини йолаларҙы һәм хеҙмәттәрҙе башҡарыусылар. Терминға шартлылыҡ хас. Башҡортостан М.р. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты һәм Диниә назараты ҡарамағында була. М.р. исламдың сөнни ағымының (ҡара: Сөнниселек) төрки ҡәбиләләре донъяһына үтеп инеүе һәм таралыуы...

МОСОЛМАН СЪЕЗДАРЫ

МОСОЛМАН СЪЕЗДАРЫ, Рәсәйҙә ислам динен тотҡан халыҡтарҙың үҙ эштәренә үҙ аллы идара итеү идеяларын тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрелә. 1‑се Бөтә Рәсәй М.с. Мәскәүҙә 1917 й. 1—11 майында үтә. Съезд эшендә 800‑гә яҡын делегат ҡатнаша. Дәүләт ҡоролошо т‑да резолюциялар ҡабул ителә. Уға ярашлы, Рәсәй...