Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАНИСЛАМИЗМ

ПАНИСЛАМИЗМ, мосолман халыҡтарының сәйәси бойондороҡһоҙлоғо, уларҙың берләшергә ынтылышы, исламды таратыу т‑дағы ҡараштарға нигеҙләнгән дини‑сәйәси идеология. 19 б. аҙ. — 20 б. башында үҫеш ала. Нигеҙ һалыусыһы Джамал әд‑дин әл‑Афғани П. идеяларын 1884 й. Парижда М.Абдо м‑н берлектә нәшер иткән “әл‑Урва...

ПРАВОСЛАВИЕ

ПРАВОСЛАВИЕ, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. 395 й. Рим империяһы Көнсығыш һәм Көнбайыш өлөштәргә бүленгәндән һуң, уның көнсығыш тармағы булараҡ барлыҡҡа килә, 1054 й. христиан сиркәүе католик (ҡара: Католицизм) һәм православие сиркәүҙәренә бүленгәс, дин ғилеме булараҡ формалаша. Дин ғилеме...

ПРАВОСЛАВИЕ БАЙРАМДАРЫ

ПРАВОСЛАВИЕ БАЙРАМДАРЫ, изгеләр, чудотворный иконалар, әһәмиәтле дини ваҡиғалар хөрмәтенә булдырылған көндәр. Үткәрелеү ваҡыты б‑са — күсерелмәй торған (билдәле датаһы бар) һәм күсмә (датаһы Пасхаға ҡарап, сиркәү календарына ярашлы күсеп йөрөй); әһәмиәте б‑са бөйөк, уртаса һәм бәләкәй П.б. бүленә. Төп...

ПРАВОСЛАВИЕ ИЗГЕ ТИХОН ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ

ПРАВОСЛАВИЕ ИЗГЕ ТИХОН ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфөләге уҡыу‑консультация пункты 1995 й. Богородский‑Өфө сиркәүе эргәһендә ойошторола, 1998 й. алып Крестовоздвижение сиркәүе эргәһендә эшләй. 2008 й. ябыла. Китапханаһы булған. Уҡыу ситтән тороп уҡыу бүлегенең дини тәғлимәт, миссионерлыҡ...

ПРАВОСЛАВИЕ ЙОЛАЛАРЫ

ПРАВОСЛАВИЕ ЙОЛАЛАРЫ, православиелағы традицион йолалар. П.й. нигеҙен 7 изге йола тәшкил итә: суҡындырыу, изге май м‑н бәрәкәтләндереү, тәүбәгә килеү, евхаристия (Алла бәрәкәтенә ҡушылыу), никах, изге йолалар башҡарыуға бағышлау һәм изге май һөртөү (уларҙы епископтар һәм руханиҙар башҡара). П.й. ғибәҙәт...

ПРАВОСЛАВИЕ ҠОРАМДАРЫ

ПРАВОСЛАВИЕ ҠОРАМДАРЫ, ғибәҙәт ҡылыу һәм православие йолаларын башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән культ ҡоролмалары. Алтары көнсығышҡа ҡаратып төҙөлә; ҡайһы берҙә изгеләргә йәки сиркәү тормошондағы ниндәйҙер ваҡиғаға арналған бер нисә алтарь (придел) була. П.ҡ. тәре (Иисус Христос символы), карап (Нух кәмәһе),...

ПРАВОСЛАВИЕ РУХАНИҘАРЫ

ПРАВОСЛАВИЕ РУХАНИҘАРЫ, православиела дини йолаларҙы һәм хеҙмәттәрҙе проф. нигеҙҙә үткәреү м‑н шөғөлләнгән һәм иерархиялы корпорацияларға ойошҡан йола башҡарыу хеҙм‑рҙәре (руханиҙар һәм сиркәү хеҙм‑рҙәре). Улар ҡара (монах тормошо м‑н йәшәйҙәр; ҡара: монахлыҡ) һәм аҡ (мәхәлләлә хеҙмәт итәләр, “донъялыҡта”...

ПРАВОСЛАВИЕ СИРКӘҮЕ ИЗГЕЛӘРЕ

ПРАВОСЛАВИЕ СИРКӘҮЕ ИЗГЕЛӘРЕ, тәҡүәле тормоштары, диндарлыҡтары, дингә тоғролоҡтары өсөн сиркәү тарафынан айырыуса хөрмәт ителгән кешеләр. Тәүге П.с.и. – Богородица, апостолдар, 1—4 бб. дин юлында һәләк ителгән (мучениктар) йәки зарар күргән (исповедниктар) христиандар. Мучениктар араһында великомучениктар...

ПРАВОСЛАВИЕҒА БАШҠА ДИНДӘН КҮСЕҮСЕЛӘР ӨСӨН МӘХӘЛЛӘЛӘР

ПРАВОСЛАВИЕҒА БАШҠА ДИНДӘН КҮСЕҮСЕЛӘР ӨСӨН МӘХӘЛЛӘЛӘР, православие динен ҡабул иткән урыҫ булмаған (сит) халыҡтар йәшәгән урындарҙа Урыҫ православие сиркәүе ойошторған түбәнге сиркәү‑адм. берәмектәр. Өфө губернаһында Дионисий I юллауы б‑са Изге Синодтың 1885 й. 30 нояб. Указы м‑н Бөрө өйәҙендә – 1,...

ПРАВОСЛАВИЕЛА БЛАЖЕННЫЙҘАР

ПРАВОСЛАВИЕЛА БЛАЖЕННЫЙҘАР, донъя рәхәтлектәренән, туғандарынан һәм дөйөм ҡабул ителгән йәшәү рәүешенән үҙ ирке м‑н баш тартҡан фиҙакәрҙәр. Монахлыҡ ҡабул итмәйенсә, аскеттарса йәшәү рәүеше (ҡара: Дини аскетизм) алып баралар, доға уҡыуға биреләләр. П.б. Алланан бүләккә әүлиәлек һәләте һәм аҡыл ала,...

ПРАВОСЛАВИЕЛА ИР‑АТТАР ҺӘМ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ

ПРАВОСЛАВИЕЛА ИР‑АТТАР ҺӘМ ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, православие ҡорамдары эргәһендә диндарҙарҙың миссионерлыҡ, мәғрифәтселек, хәйриә маҡсаттары м‑н ойошторолған йәмғиәттәре. Йәмғиәттәр тәүге тапҡыр 15—17 бб. Белоруссия, Украина, Литва, Чехия терр‑яларында булдырыла, улар ка‑ толицизмдың әүҙем таралыуы...

ПРОТЕСТАНТЛЫҠ

ПРОТЕСТАНТЛЫҠ, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. Төрлө дини ағымдарҙы берләштерә. П. католицизмдан Реформация барышында айырылып сыға. П. Богородица, изгеләр, иконалар культы танылмай, изге дини йолалар һаны 2 генә (суҡындырыу һәм Алла бәрәкәтенә ҡушылыу). П. руханиҙарҙы ябай дин хеҙм‑рҙәренә...