Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЕКУЛЯРЛАШТЫРЫУ

СЕКУЛЯРЛАШТЫРЫУ (лат. saecularis — донъяуи), йәмғиәттең төрлө тармаҡтарының, кеше эшмәкәрлегенең, соц. мөнәсәбәттәрҙең һәм институттарҙың дин йоғонтоһонан ҡотолоу процесы. Европала барлыҡҡа килә, Реформация осоронда айырыуса киң таралыу ала. Рәсәйҙә сиркәү биләмәләрен С. императрица Екатерина II 1764...

СИНАГОГА

СИНАГОГА (гр. synagōgḗ — йыйын), иудаизмда ғибәҙәт йорто, дин һәм община үҙәге. С. Фәләстанда (б.э.т. 4 б.) һәм Мысырҙа (б.э.т. 3 б.) барлыҡҡа килә; һуңынан йәһүд диаспораларында асыла башлай. С. архитектур стилдәре төрлө. Дөйөм һыҙаттары: тура мөйөшлө форма, 3 йәки 5 нефлы, Тәүрат төргәктәре һалынған...

СИРКӘҮ ИСТОРИОГРАФИЯҺЫ

СИРКӘҮ ИСТОРИОГРАФИЯҺЫ (православиела). Көньяҡ Уралда Урыҫ православие сиркәүе тарихын өйрәнеү 18 б. уртаһында башлана. И.В.Жуковский, П.И.Рычков, И.П.Фальк, В.М.Черемшанский хеҙмәттәрендә айырым мәғлүмәттәр тупланған. Материалдар ш. уҡ “Оренбургские губернские ведомости”, “Уфимские губернские ведомости”...

СИРКӘҮ-МӘХӘЛЛӘ МӘКТӘПТӘРЕ

СИРКӘҮ‑МӘХӘЛЛӘ МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙәге башланғыс уҡыу йорттары. Мәхәллә училищелары урынына “Башланғыс халыҡ училищелары тураһында положение”ға (1864) ярашлы ойошторолалар. “Сиркә .-мәхәллә мәктәптәре тураһында ҡағиҙәләр” гә (1884) ярашлы эшләйҙәр. Изге Синод ҡарамағында булалар, уның, дәүләт ҡаҙнаһының,...

СИРКӘҮҘӘР

СИРКӘҮҘӘР, христиандарҙың культ биналары. Башҡортостанда иң тәүҙә православие ҡорамдарына нигеҙ һалына. С. 16 б. 2‑се ярт. — башлыса Өфө тирәләй һәм Ағиҙел й. үҙәнендә (ҡара: Богородский‑Өфө сиркәүе, Николай сиркәүе, Троица сиркәүе), 18 б. уртаһынан — тау заводтары торамаларында (ҡара: Воскресение сиркәүе);...

СОЛТАНАЙ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

СОЛТАНАЙ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, 19 б. 1‑се ярт. Пермь губернаһының Уҫы өйәҙе Солтанай а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) мәсете эргәһендә асыла, тип фараз ителә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында булған. Айырым шәхестәр аҡсаһына тотолған. Ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу программаһына дини предметтар...

СӨННИСЕЛЕК

СӨННИСЕЛЕК, исламдағы төп (шиғисылыҡ м‑н бер рәттән) йүнәлештәрҙең береһе. Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булғандан һуң 7 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә, 10—11 бб. тулыһынса формалаша. С. эйәреүселәре тәүге дүрт хәлифәнең (Әбү Бәкер, Ғүмәр, Ғосман, Ғәли) идара итеүенең законлы булыуын таный, Ғәлиҙең айырым урын...

СПАС СИРКӘҮЕ

СПАС СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1824 й. рухани И.Г.Несмелов һәм мәхәлләселәрҙең аҡсаһына 1773 й. Пресвятая Богородица Благовещениеһы һәм 1779 й. Спас Нерукотворный хөрмәтенә ҡоролған, 1821 й. янған 2 ағас сиркәү урынында төҙөлә һәм 1844 й. изгеләндерелә. Бер көмбәҙле, 3 ярусы булған ике манаралы, 7...

СТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

СТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, С т ә р л е т а м а ҡ  б е р е н с е  й ә м и ғ  м ә с е т е, 1823—25 йй. сауҙагәр Ғ.Ғ.Ибраевтың аҡсаһына 1823 й. янған ағас мәсет (1800 й. сауҙагәр Ш.Урманцев аҡсаһына һалынған) урынында төҙөлә. Бина таштан, манаралы. 1861 й. яна; тергеҙелә. Ырымбур мосолман диниә назараты...

СУФЫЙСЫЛЫҠ

СУФЫЙСЫЛЫҠ, исламдағы мистик ағым. 8 б. аҙ. сөнниселектә барлыҡҡа килә, 10–12 бб. тулыһынса формалаша. Дини аскетизм таратыуға, рухи таҙарыныуға, Алланы интуитив һәм рухи яҡтан танып белеүгә өндәй. Ғилемгә эйә булыр өсөн мистик юл (тәриҡәт) аша үтергә кәрәк; үтә нескә тойғоло танып белеү (кәшеф) һәм...