Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХАЛИҠОВ Мөхәмәтсабир Абдулхалиҡ улы

ХАЛИҠОВ Мөхәмәтсабир Абдулхалиҡ улы, С а б и р х ә ҙ р ә т [1854, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе Табын улусы (БР-ҙың Ғафури р-ны) Оло Үтәш а. — 1931, БАССР-ҙың Ғафури р-ны Сәйетбаба а.], дин әһеле, мәғрифәтсе. Тыуған ауылында мәҙрәсә тамамлаған, Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә уҡыған. 1904 й....

ХӘҘЕРГЕ ДИНИ ХӘРӘКӘТТӘР

ХӘҘЕРГЕ ДИНИ ХӘРӘКӘТТӘР, 20 б. 60—70‑се йй. барлыҡҡа килгән дини берекмәләр һәм төркөмдәр. Көнбайыш христиан йүнәлешендәге (“Христос сиркәүе”, “Ғаилә” һ.б.), көн­сығышта (Трансценденталь медитация, Халыҡ‑ара Кришна аңы йәмғиәте һ.б.), беҙҙең илдә (“Державная” Божья Матерь православие сиркәүе, “Алтай...

ХӘЙРИӘ

ХӘЙРИӘ, айырым шәхестәрҙең, дәүләт учреждениеларының, йәмәғәт һәм дини ойошмаларҙың мохтажлыҡта йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеүе. Х. мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һ.б. үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән булырға мөмкин. Христианлыҡта Х. традициялары иң тәүге осорҙарҙан уҡ үҫешә, православиела ярлыларҙы ҡарау...

ХӘКИМ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

ХӘКИМ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, дүртенсе йәмиғ мәсете. 1908 й. мосолмандар юлламаһы б‑са Өфө сауҙагәре А.Ә.Хәкимов (ҡара: Хәкимовтар) аҡсаһына Өфөлә Бекетов урамында (хәҙ. М.Кәрим урамы) төҙөлә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет 2 ҡатлы, ҡыйығы 2 яҡлы; стеналары ҡыҙыл кирбестән һалына. 2 манараһы...

ХӘНИФИҘӘР

ХӘНИФИҘӘР, сөнниселектәдүрт дини‑хоҡуҡи мәктәптең (мәҙһәбтең) береһенә эйәреүселәр. Х. мәҙһәбе 8 б. Иранда барлыҡҡа килгән, нигеҙ һалыусы Әбү Хәнифә исеме м‑н аталған. Төп принциптары: ожмах (шәхси фекер), ҡыяс (оҡшашлыҡ б‑са фекер йөрөтөү), истихсан (өҫтөнлөк биреү). Башҡа төрлө фекер йөрөтөүселәргә,...

ХЕДЕРҘАР

ХЕДЕРҘАР (боронғо йәһүдсә — бүлмә), йәһүдтәрҙең дини башланғыс уҡыу йорттары. Яҡынса 13 б. барлыҡҡа килә. 3—5 йәшлек малайҙар ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була. Дәрестәр уҡытыусының (меламед, ребе) өйөндә үтә. Түбәнге төркөмдә (3 йәштән) әлифба һәм иврит телендә текстар уҡырға (тәржемәһеҙ) өйрәтәләр, урта...

ХРИСТИАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ

ХРИСТИАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ, күбеһенсә дини йөкмәткеле баҫмалар. “Уфимские епархиальные ведомости” Башҡортостанда православие йүнәлешендәге беренсе дини журнал була. “Сеятель” (“Таратыусы”), православие журналы. Нәшер итеүсеһе һәм мөхәррире — рухани И.Г.Хохлов. 1913—17 йй. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ...

ХРИСТИАНЛАШТЫРЫУ

ХРИСТИАНЛАШТЫРЫУ, дини ойошмаларҙың башҡа дингә ышаныусылар араһында христианлыҡ таратыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге; Рәсәй хөкүмәтендә урыҫ булмаған халыҡтарға ҡарата үткәрелгән дини сәйәсәт аспекттарының береһе. Волга буйындағы һәм Уралдағы урыҫ булмаған халыҡтарҙы Х. 1555 й. Ҡазан епархияһы ойошторолғандан...

ХРИСТИАНЛЫҠ

ХРИСТИАНЛЫҠ (гр. Christos — мәсих), донъя диндәренең береһе (буддизм һәм ислам м-н бер рәттән). 1 б. башында Фәләстанда барлыҡҡа килә. Төп йүнәлештәре: православие, католицизм, протестантлыҡ. Эйәреүселәре — христиандар. Дин ғилеме сығанаҡтары — Библия һәм Изге риүәйәт (католицизмда һәм православиела)....