Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БОГОРОДСКИЙ‑ӨФӨ БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ

БОГОРОДСКИЙ‑ӨФӨ БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ. Ҡазан Божья Матерь мөғжизәле иконаһының ҡараңғыраҡ төҫтәге, византия яҙмаһындағы аныҡ күсермәһе. Ҙурлығы 23х21 см. 17—19 бб. Богородский а. пәйҙә булған Ҡазан иконаһы тип аталған, 20 б. 20‑се йй. — Богородский (Өфө), 1993 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Риүәйәт б‑са,...

БҮРЕ КУЛЬТЫ

БҮРЕ КУЛЬТЫ, кеше м-н бүре араһында билдәле бер туғанлыҡ бар тип иҫәпләүгә, уның ҡөҙрәтле көсөнә инаныуға (ҡара: Тотемизм) нигеҙләнгән дини табыныу. Бүре башҡорттарҙа айырыуса хөрмәт ителгән хайуандарҙың береһе һанала; был халыҡтың ауыҙ-тел ижадында, хөрәфәттәре һәм йолаларында сағылыш тапҡан. Легендаларҙа...

ВАҠЫФ

ВАҠЫФ, в а ҡ ф (ғәр. туҡталыш), ислам таралған илдәрҙә дин һәм хәйриә өсөн тәғәйенләнгән милек (күсемле һәм күсемһеҙ). Тик табыш килтергән һәм тотонолмай торған милек кенә (ризыҡ, кейем, аҡса тапшырыу тыйыла) В. ителә алған. В. һалым һалынмаған, уға ҡарата һатыу-һатып алыу, бүләк итеү, залогҡа биреү...

ВАЛЕНТИН

ВАЛЕНТИН (донъяуи исеме Мищук Тимофей Адамович; 14.10.1940, Брест ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1976—79). Дини тәғлимәт канд. (1970). Митрополит (2004), архиепископ (1988), архимандрит (1976). Монахлыҡ ҡабул иткән (1969). Мәскәү дини акад. тамамлаған (1970). 1972 й. алып Мәскәү дини...

ВАРВАРА Скворчихинская

ВАРВАРА С к в о р ч и х и н с к а я, я ң ғ ы ҙ В. [ысын исеме Архангельская Варвара Васильевна; 20.11.1890, Өфө губ. Өфө өйәҙе Карауловка а. (Силәбе өлк. Ҡытау-Ивановка р‑ны) — 27.2.1966, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Скворчиха а.], блаженная. Епархия ҡыҙ балалар училищеһын тамамлағандан һуң (1909) Стәрлетамаҡ...

ВӘЛИДОВТАР

ВӘЛИДОВТАР, дин әһелдәре. Әхмәтйән В. [1828, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Юрматы улусы (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) Көҙән а. – 1867, шунда уҡ], имам‑хатип, мөҙәрис. Көҙән мәсетендә хеҙмәт итә һәм мәҙрәсә аса. Мөхәмәтвәли В., Ә х  м ә т в ә л и В., В ә л и м у л л а (1845, Көҙән – 1915, шунда уҡ), мулла,...

ВЛАДИСЛАВЛЕВ Владимир Фёдорович

ВЛАДИСЛАВЛЕВ Владимир Фёдорович (1819, Владимир губ. Константиновское а. — 2.6.1877, Өфө), дин әһеле. Дини тәғлимәт магистры (1843). Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1847). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1843) Дини семинария, 1847 й. башлап Өфө ир балалар гимназияһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1855...

ВОЗНЕСЕНИЕ ПУСТЫНЫ

ВОЗНЕСЕНИЕ ПУСТЫНЫ, Пречистая  Богородица  һәм  Мәскәү  чудотворецтары Пётр, Алексей, Иона  I  Ҡазан  иконаһы  күренеүе  пустыны, Пречистенски й ирҙәр монастыры. 16 б. 80‑се йй. Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусында тоҙло шишмәләр эргәһендә Тоҙйылға й. буйында (хәҙ. Ғафури р‑ны Курорт а. терр‑яһы) нигеҙ...

ВОЗНЕСЕНИЕ СИРКӘҮЕ

ВОЗНЕСЕНИЕ СИРКӘҮЕ. Учалы р‑ны Вознесенка а. урынлашҡан. 1891 й. ағас сиркәү (1866 й. нигеҙләнгән) урынында төҙөләһәм изгеләндерелә. 5 көмбәҙле, 3 ҡатлы манаралы таш сиркәү рус‑византия стилендә төҙөлә. Көмбәҙҙәре торҡа рәүешендә. Ҡыҫҡа аш‑һыу бүлмәһе сиркәү м‑н манараны тоташтыра, манараның 1‑се ҡатына...

ВОСКРЕСЕНИЕ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ

ВОСКРЕСЕНИЕ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1834 й. епископ Михаил инициативаһы б‑са нигеҙ һалына, 1838 й. ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә төҙөлә һәм 1841 й. изгеләндерелә. Классицизм стилендәге собор таштан, 13 ҡыңғыраулы (төп ҡыңғырауы 521 бот ауырлыҡта) өс яруслы 8 ҡырлы манаралы (тәүҙә соборҙан айырым...

ВОСКРЕСЕНИЕ СИРКӘҮЕ

ВОСКРЕСЕНИЕ СИРКӘҮЕ. Мәләүез р‑ны Воскресенск а. урынлашҡан. 1788 й. Д.И.Пашкова (ҡара: Паш‑ ковтар) аҡсаһына Воскресенка за‑ воды эргәһендәге 1769 й. янған ағас сиркәү урынында төҙөлә. 5 көмбәҙле, 3 баҫҡыслы манаралы (12 ҡыңғырау, иң ҙуры 180 бот тартҡан) сиркәү таштан була. Бина тура мөйөшлө, эске...

ГАСПРИНСКИЙ Исмәғил Мостафа улы,

ГАСПРИНСКИЙ Исмәғил Мостафа улы, Ғаспралы И.М. (8.3.1851, Таврия губ. Авджикой а. — 11.9.1914, ш. уҡ губернаның Баҡсаһарай ҡ.), йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, публицист. “Иттифаҡ әл-мөслимин” партияһы ағзаһы (1906 й. алып). Баҡсаһарайҙа мәҙрәсәлә, Симферополь һәм Мәскәү ҡҡ. гимназияларҙа, Воронеж ҡ. кадет...

ГЕОРГИЙ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ

ГЕОРГИЙ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ, “Изге Ҡыуаҡтар”. 1901 й. Георгий ҡатын-ҡыҙҙар общинаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1905 й. алып Георгий монастыры. Бөрө өйәҙенең Уҫы-Степановка а. (хәҙ. БР‑ҙың Благовещен р‑ны) 4,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан була. Г.ҡ.‑ҡ.м. һалынған урын (3 ҡайын м‑н 2 тал эргәһендә, “Изге Ҡыуаҡтар”...

ГРИГОРИЙ

ГРИГОРИЙ (донъяуи исеме Козлов Владимир Сергеевич; 20.3.1883, Мәскәү – 29.11.1937, Өфө), дин әһеле, Өфө архиепискобы (1936—37). Архиепископ (1937). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Император Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1909) Бөтә изгеләр ижт. гимназияһы (Мәскәү) мөдире, 1914 й. алып 2‑се ир балалар...

ҒАТАУЛЛИН Мөтиғулла

ҒАТАУЛЛИН Мөтиғулла [1875, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 4.6.1936, Өфө], дин әһеле, БАССР Үҙәк диниә назараты мөфтөйө (1924—36). “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Ҡоншаҡ а. 1‑се мәхәллә мәсетенең имам-хатибы. 1923 й. алып БАССР Үҙәк диниә назараты (ҡара: Диниә...

ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм

ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм (1765— 31.1.1840, Өфө), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1825—40). Ахун (1805). Тархан (1817). Ҡазанда мәҙрәсә һәм Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. 1799 й. алып Ырымбур ҡала муллаһы, 1805 й — 1‑се йәмиғ мәсете (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре)...

ҒОСМАНОВ Хәйрулла

ҒОСМАНОВ Хәйрулла, У с м а н о в Х. [1848 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1846), Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибрай а. — 1907, Өфө], дин эшмәкәре, мөҙәрис. Ахун (1888). Вятка губ. Мачкара а. мәҙрәсәһен тамамлаған. 1888 й. Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы, унда мәҙрәсә (уның хөрмәтенә “Ғосмания” исеме...

ДАЛМАТ УСПЕНИЕ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ

ДАЛМАТ УСПЕНИЕ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ, Урал аръяғындағы тәүге монастырь (3‑сө класлы). 1644 й. Тинес й. (Исәт й. ҡушылдығы) тамағында Төмән өйәҙе (ҡара: Исәт провинцияһы) башҡорттары ерҙәрендә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Төмән мырҙаһы Илегәйҙән ҡуртымға алынған ерҙәрҙә нигеҙләнгән. Нигеҙ һалыусыһы — Далмат...

ДӘҮЛӘКӘН ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

ДӘҮЛӘКӘН ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1907 й. тиклем Бәләбәй өйәҙе Этҡол а. (хәҙ. Дәүләкән ҡ. эсендә) ошо ауыл кешеләре тарафынан сауҙагәрҙәр Н.Ғ.Кәримов, ағалы‑ҡустылы А. һәм М. Үтәмешевтәр аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назараты ҡарамағында. Мәсет (25,0×12,9×4,8 м) бер ҡатлы, 2 яҡлы ҡыйыҡлы; стенаһы аҡ таштан һалынған...

ДИМИТРИЙ СОЛУНСКИЙ СИРКӘҮЕ

ДИМИТРИЙ СОЛУНСКИЙ СИРКӘҮЕ, Димитрий сиркәүе. 1790‑сы йй. Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Куроедов  а. (хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Надеждино  а.) дворян Куроедовтар аҡсаһына төҙөлә. Классицизм стилендәге таш сиркәү, 2 көмбәҙле, сатырлап эшләнгән 3 яруслы манаралы, ҡыйығы 2 яҡлы. Базилика тибындағы бина. Көнбайыш...