Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИБРАҺИМОВ Ғәбдрәшит

ИБРАҺИМОВ Ғәбдрәшит (23.4.1857, Тубыл губ. Тара ҡ. — 31.8.1944, Токио), ижт.‑сәйәси һәм дини эшмәкәр. “Иттифаҡ әл‑мөслимин” ҮК ағзаһы. 1867—78 йй. Тубыл, Ырымбур һәм Ҡазан губ. ауыл мәҙрәсәләрендә, 1879—85 йй. Мәҙинә, Мәккә (Сәғүд Ғәрәбстаны), Истамбул (Төркиә) ҡҡ. уҡый. 1878—79 йй. Аҡмулла өлк. уҡытыусы...

ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР

ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР, доға ҡылыу сауҡалыҡтары, мәжүсилек динен тотоусы мариҙар һәм удмурттарҙың төп дини йолаларын, ғибәҙәттәрен ҡылыу урындары. Ғаилә, ырыу, дөйөм ауыл, бер нисә ауыл, бөтә мари, бөтә удмурт И.с.; табыныу объектына ҡарап, бер йәки бер нисә илаһҡа бағышланған И.с. айырыла. Йолалар, ғибәҙәттәр...

ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ

ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1868 й. сиркәү булараҡ төҙөлә, изге Сергий Радонежский хөрмәтенә епископ Филарет тарафынан изгеләндерелә. 1774 й. янған ағас сиркәү (16 б. нигеҙ һалынған) урынына һалына. 1933 й. собор статусын ала. Собор ағастан, бер көмбәҙле, сатырлап эшләнгән 3 яруслы...

ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ

ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1835—41 йй. А.Р.Ватлашев һәм мәхәллә халҡы хәйеренә төҙөлә, 1841 й. изгеләндерелә. Классицизм стилендәге собор таштан бер көмбәҙле итеп һалына, ҡыңғырауҙары (төп ҡыңғырау 333 бот тартҡан) булған 3 яруслы сиркәү манараһы була, таш нигеҙгә ҡоролған суйын ҡойма м‑н...

ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ

ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ, диндарҙарҙың изге урындарға табыныу өсөн сәйәхәте. Христиандар өсөн И.у.ғ.ҡ. урыны — Фәләстан, католиктар — Римға һәм Лорето (Италия), Лурд (Франция) ҡалаларына, православныйҙар Афон тауына (Греция), Бари ҡ. (Италия), Иерусалимға (Израиль) юллана; мосолмандар Мәккә һәм...

ИЗГЕЛӘР ГУРИЙ, ВАРСОНОФИЙ ҺӘМ ГЕРМАН СИРКӘҮЕ

ИЗГЕЛӘР ГУРИЙ, ВАРСОНОФИЙ ҺӘМ ГЕРМАН СИРКӘҮЕ, башҡа диндән күскәндәр өсөн, Изге Никола сиркәүе. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1895—98 йй. сауҙагәрҙәр С.М.Белов, Н.С.Капустин һ.б. аҡсаһына Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе терр‑яһында төҙөлә, Ҡазан святителдәре Гурий, Варсонофий һәм Герман хөрмәтенә...

ИИСУС ХРИСТОС

ИИСУС ХРИСТОС (боронғо йәһүдсә jehosua — ҡотҡарыусы, гр. Christos — мәсих), христиан дине б‑са, Алла-Кеше, унда кеше (Дева Мариянан донъяға килеү) һәм илаһи (Алла‑ул — Изге Троицаның Икенсе шәхесе) тәбиғәт берләшкән. И.Х. тормошо һәм тәғлимәте Яңы Ғәһеттә (ҡара: Библия) һүрәтләнә. И.Х. исеме м‑н христианлыҡтың...

ИКОНА

ИКОНА (гр. eikon — һын, образ), православиела һәм католицизмда Иисус Христостың, Богоматерҙың һәм изгеләрҙең һыны; һынлы сәнғәт әҫәре. Дини табыныу предметы булып тора, ҡорамда һәм христиан йортонда мотлаҡ булырға тейеш тип иҫәпләнә. Ҡайһы бер И. айырым үҙенсәлектәре бар тип һанала: сырхауҙарҙы һауыҡтыра,...

ИЛАРИОН

ИЛАРИОН (донъяуи исеме Прохоров Николай Иванович; 9.3.1889, Харьков губ. Михайловский утары — 27.1.1973, Белополье ҡ.), Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы (1953—58; 1963—67). Архиепископ (1957). Монахлыҡ ҡабул иткән (1945). Курск дини семинарияһын тамамлаған (1910), Мәскәү коммерция ин‑тында уҡыған (1912—14)....

ИЛЬЯ ПӘЙҒӘМБӘР ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ

ИЛЬЯ ПӘЙҒӘМБӘР ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ (3-сө класлы). 1860 й. Минзәлә ҡ. 19 б. 30‑сы йй. барлыҡҡа килгән келейница‑черничкалар общинаһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына. Нигеҙ һалыусыһы – Евгения (Е.Ф.Собина). Монастырь ҡарамағында 4 сиркәү була. Таштан һалынған Вознесение сиркәүе монастырь...

ИЛЬЯ СИРКӘҮЕ

ИЛЬЯ СИРКӘҮЕ. Өфөлә Оло Илья урамында (хәҙ. З.Вәлиди урамы) урынлашҡан була. 1846 й. мәхәллә кешеләре инициативаһы м‑н нигеҙ һалына, 1855 й. изге Илия пәйғәмбәргә һәм изге мучениктар Флор м‑н Лаврға бағышлап төҙөлгән 2 ағас сиркәү урынында төҙөлә. Бер көмбәҙле, манаралы (8 ҡыңғырау, 304 бот 34 ҡаҙаҡ...

ИНЖИЛ ХРИСТИАН-БАПТИСТАРЫНЫҢ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ЙОРТО

ИНЖИЛ ХРИСТИАН-БАПТИСТАРЫНЫҢ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ЙОРТО, “Бөтә халыҡтар өсөн ғибәҙәтҡылы уйорто”. Өфөлә урынлашҡан. 1976 й. төҙөлә (1 ҡатлы), 1992 й. яңы бинаһы һалына. Башҡортостан инжил христиан‑баптистары сиркәүҙәре берекмәһе ҡарамағында. Ғибәҙәт ҡылыу йортоноң бинаһы (майҙаны 580 м2) кирбестән төҙөлгән,...

ИНЖИЛ ХРИСТИАНДАРЫ

ИНЖИЛ ХРИСТИАНДАРЫ, инжилсылар, пашковсылар, Рәсәйҙә 19 б. 70‑се йй. уртаһында протестантлыҡта барлыҡҡа килгән, баптизмға яҡын торған ағымға эйәреүселәр. И.х. тәғлимәтенә ярашлы, “ҡотолоу” мөмкинлеге “һайлап алынғандарға” ғына түгел, ә Иисус Христосҡа ышанған һәр кемгә бирелә; “ҡотолоу” юлын кеше үҙе...

ИОАНН I

ИОАНН I (донъяуи исеме Поярков Виктор Алексеевич; 10.11.1883, Пермь губ. Көңгөр ҡ. — 30.1.1933, Өфө), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән епискобы (1928—33). Дини тәғлимәт канд. (1911). Схиархиепископ (1933), архиепископ (1931). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1909) Волынск...

ИОАНН II

ИОАНН II (донъяуи исеме Братолюбов Сергей Васильевич; 16.6.1882, Ҡазан — 27.2.1968, Ульяновск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Башҡортостан архиепискобы (1945—48). Дини тәғлимәт канд. (1906). Архиепископ (1943), архимандрит (1912). Монахлыҡ ҡабул иткән (1907). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1906) Сембер,...

ИОАННИКИЙ

ИОАННИКИЙ (донъяуи исеме Образцов Иван Яковлевич; 1793, Тверь наместниклығы Титовка а. — 18.4.1880, Чернигов губ. Нежин ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1835—49). Дини тәғлимәт канд. (1817). Архимандрит (1825). Монахлыҡ ҡабул иткән (1819). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1817) Чернигов...

ИОВ

ИОВ (донъяуи исеме Кресович Владимир Адрианович; 15.9.1898, Волынск губ. Мокрец а. — 4.12.1977, Львов ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы (1967—73). Архиепископ (1954). Монахлыҡ ҡабул иткән (1942). Кременец дини семинарияһын тамамлағандан һуң (1922) Мәскәү патриархияһы епархияларында священник,...

ИОСИФ

ИОСИФ (донъяуи исеме Богословский Иван Иванович; 18.8.1800, Рязань губ. Кобыльское а. — 19.2.1892, Воронеж ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1849—53). Дини тәғлимәт канд. (1828). Архиепископ (1860), архимандрит (1833). Монахлыҡ ҡабул иткән (1828). Мәскәү дини акад. тамамлаған (1828). 1829 й....

ИР БАЛАЛАР ДИНИ УЧИЛИЩЕҺЫ

ИР БАЛАЛАР ДИНИ УЧИЛИЩЕҺЫ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн башланғыс уҡыу йорто. 1818 й. Дини семинарияның түбәнге кластарын үҙгәртеп ҡорған ваҡытта Өфөлә асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Изге Синод аҡсаһы иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесы м‑н семинария идараһы...

ИРИНЕЙ

ИРИНЕЙ (донъяуи исеме Середний Иван Петрович; 10.5.1939, Украина ССР‑ы Столпин а.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1975–76). Дини тәғлимәт канд. (1968). Митрополит (2002). Архиепископ (1982), архимандрит (1971). Монахлыҡ ҡабул иткән (1970). Ленинград дини акад. тамамлағандан һуң (1968) шунда...