Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИСАЕВ Әбделбарый Низаметдин улы

ИСАЕВ Әбделбарый Низаметдин улы [28.1.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Аташ а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 13.11.1983, Ленинград], дин әһеле, СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө (1975—80, ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төйлөгән а....

ИСЛАМ

ИСЛАМ (ғәр. — буйһоноусанлыҡ), донъя диндәренең береһе. 7 б. Көнбайыш Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусыһы — Мөхәммәт пәйғәмбәр. Эйәреүселәре — мосолмандар. Дин ғилеме сығанағы —Ҡөрьән. Изге риүәйәттәре — Сөннә. И. хоҡуҡ нормалары шәриғәттә теркәлгән. И. төп талаптары: 1) шәһәҙә — бер Аллаға инаныу,...

ИСЛАМҒА ТИКЛЕМГЕ ДИНИ ИНАНЫУҘАР

ИСЛАМҒА ТИКЛЕМГЕ ДИНИ ИНАНЫУҘАР, башҡорттарҙа: ислам үтеп ингәнгә тиклем таралған дини ҡараштар йыйылмаһы. Башҡорттарға әйберҙәрҙе һәм тәбиғәт күренештәрен йәнләндереү, уларға ҡөҙрәтле көс һәм кеше сифаттары биреү хас була. Ибн Фаҙлан яҙмалары б‑са, башҡорттар 12 “хужаға” — йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең...

ИУДАИЗМ

ИУДАИЗМ, иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта Фәләстанда барлыҡҡа килә, башлыса йәһүдтәр араһында таралған. Дин ғилеме сығанағы — Тәүрат; догматик, дини‑этик һәм хоҡуҡ ҡанундары — Талмудта, йәһүдтәрҙең тормошон көйләүсе ҡанундар Һалахала теркәлгән. И. эйәреүселәр бер Аллаға,...

ИУСТИН

ИУСТИН (донъяуи исеме Полянский Михаил; 1831, Воронеж губ. — 26.9.1903, Херсон губ., Изге Григорий Бизюково монастыры), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1896— 1900). Дини тәғлимәт магистры (1870). Архимандрит (1872). Монахлыҡ ҡабул иткән (1864). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1869) Харьков дини...

ЙЫЛАЙЫР ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

ЙЫЛАЙЫР ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ “Венер”, 2002 й. төҙөлгән. 2002 й. 2 июлендә Германияла авиакатастрофала һәләк булған Венер Вәлиев исеме м‑н аталған. Й.й.м. уның ата‑әсәһе, айырым кешеләр, а.х. һәм сәнәғәт пр‑тиелары ярҙамы м‑н төҙөлә. Диниә назараты ҡарамағында тора. 2003 й. алып эшләй. Мәсет [15х8х18 м (манараһы...

КАТОЛИЦИЗМ

КАТОЛИЦИЗМ (гр. katholikos — дөйөм, төп, ғаләми), Католик сиркәүе, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. 1054 й. христиан сиркәүенең католик һәм православиеға бүленеүенән һуң дин ғилеме һәм сиркәү ойошмаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Дин ғилеме сығанаҡтары — Библия һәм Изге Риүәйәт. К. төп тәғлимәте —...

КИЛЕМ МӘСЕТЕ

КИЛЕМ МӘСЕТЕ, 1821 й. Бәләбәй өйәҙе Килем а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) Тәвкилевтәр аҡсаһына төҙөлә. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡарамағында. К.м., Килем һарайы, үрге һәм түбәнге парктар берҙәм һарай‑усадьба комплексын хасил итә. Мәсет (27х11 м) таштан, 2 ҡатлы, һыҙмала тура мөйөшлө, 4 яҡлы...

КИРХА, сиркәү

КИРХА, кирка (нем. Kirche — сиркәү), лютеран сиркәүе. К. готикаға һәм бароккоға барып тоташҡан ҡәтғи формалар, лютеран (ҡара: Лютерандар) дин ғилеменә ярашлы, аскеттарса эске биҙәлеш хас. Өфөлә К. 1910 й. Һамар урамында (Беляков урамы, 2) төҙөлә (1989 й. яңыртыла). Ҡалай м‑н ябылған, 1 ҡатлы кирбес...

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ МӘҘӘНИ-АҒАРТЫУ ЙӘМҒИӘТЕ

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ МӘҘӘНИ-АҒАРТЫУ ЙӘМҒИӘТЕ, 1915 й. 30 мартында епископ Андрей инициативаһы б‑са ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Етәксе органы — Совет. Йәмғиәттең төп маҡсаттары: “Рәсәйҙең көнсығыш өлөшөндәге урыҫ халҡының рухи һәм матди көстәренең үҫеүенә, урындағы башҡа милләт халыҡтарының урыҫ халҡы м‑н...

КРЕСТОВОЗДВИЖЕНИЕ СИРКӘҮЕ

КРЕСТОВОЗДВИЖЕНИЕ СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1892 й. Нижегородка биҫтәһендә Дионисий I инициативаһы м‑н сауҙагәр Т.П.Козлов аҡсаһына төҙөлә, 1893 й. изгеләндерелә. 19—20 бб. араһындағы рус стилендәге сиркәү (20х29,3 м) ағастан, 6 көмбәҙле, 8 тәреле (6‑һы ҡорамда, 1‑һе күтәрмәлә, 1‑һе алтарҙа) итеп төҙөлә,...

ҠАЗАН БОЖЬЯ МАТЕРЬ СОБОРЫ

ҠАЗАН БОЖЬЯ МАТЕРЬ СОБОРЫ, Стәрлетамаҡ ҡ. Сиркәү майҙанында урынлашҡан була. 1837 й. Ырымбур губ. архитекторы Я.И.Алфеев проекты б‑са мәхәлләгә йөрөгән кешеләр аҡсаһына һәм урындағы сауҙагәрҙәрҙең хәйриә аҡсаһына сиркәү итеп нигеҙ һалына. 1834 й. янған Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә һалынған ағас...

ҠАМЛАУ

ҠАМЛАУ (төркисә ҡам — шаман), башҡорттарҙа шаман (ҡара: Шаманлыҡ), баҡсы тарафынан әруахтар, тәбиғи булмаған, тәбиғәт көстәре һ.б. м‑н бәйләнеш урынлаштырыу өсөн башҡарыла торған ырым. Ауырыу сәбәптәрен асыҡлау һәм бөтөрөү, юғалған кешеләрҙе йәки әйберҙәрҙе эҙләү, яҙмышты, ваҡиғаларҙы күрәҙәләү, һауа...

ҠАРҒАЛЫ МӘҘРӘСӘЛӘРЕ

ҠАРҒАЛЫ МӘҘРӘСӘЛӘРЕ, 1746— 1920 йй. Ҡарғалы биҫтәһендә (ҡара: Сәйет биҫтәһе) эшләгән мосолман мәктәптәре комплексы. Биҫтәләге тәүге мәҙрәсә 1746 й. 1‑се йәмиғ мәсете эргәһендә һалына. Биҫтәлә яңы мәсеттәр төҙөлөү м‑н (сауҙагәрҙәр һәм диндарҙар аҡсаһына) уларҙың эргәләрендә мәҙрәсәләр ҙә асыла. Биҫтәлә...

ҠӘҘИМСЕЛЕК

ҠӘҘИМСЕЛЕК (ғәр. ҡәҙим — иҫке), Урал-Волга буйы мосолмандарының консерватив идея-сәйәси һәм дини хәрәкәте. 19 б. аҙ. капиталистик мөнәсәбәттәр урынлашҡандан һуң төрки-мосолман йәмғиәтендә барған үҙгәрештәргә яуап рәүешендә барлыҡҡа килә; йәдитселеккә ҡаршы тора. Ҡ. исламдың формалашҡан әхлаҡи ҡиммәттәрен...

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ, илаһтарға, изгеләргә, ата-бабаларға, төрлө әруахтарға һ.б. мәрхәмәт күрһәтеү һәм шөкөр ҡорбандары килтереүҙән торған дини йола. Бөтә диндәрҙәлә бар. Ҡанлы (кеше, хайуан), ҡанһыҙ (аҙыҡ‑түлек, әйбер һ.б.) ҡорбандар була, күмәкләп йәки айырым башҡарыла. Башҡорттарҙа Ҡ.к. исламға тиклемге...

ҠӨРЬӘН

  ҠӨРЬӘН (ғәр. яттан ҡысҡырып уҡыу, ятлау), мосолмандарҙың төп изге китабы — Алла тарафынан Ябраил фәрештә аша 610 й. һәм 632 й. араһында Мөхәммәт пәйғәмбәргә ебәрелгән хаҡ һүҙҙәре; пәйғәмбәр мәрхүм булғандан һуң яҙып алына (иҫән сағында телдән телгә тапшырыла килә). Ҡ. ҡануни тексының тулы редакцияһы...

ҠЫЙЫШҠЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

ҠЫЙЫШҠЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, юғары типтағы мосолман уҡыу йорто. 1863 й. Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Иҫке Ҡыйышҡы а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусыһы — М.Камалетдинов. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, хәйриә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мәсеттең имам‑хатибы,...

ЛЮТЕРАНДАР

ЛЮТЕРАНДАР, протестантлыҡйүнәлештәренең береһе булған лютеранлыҡҡа эйәреүселәр. Лютеранлыҡ 16 б. барлыҡҡа килә. Башлыса Германияла, АҠШ‑та, Балтик буйы һәм Скандинавия илдәрендә таралған. Нигеҙ һалыусыһы — М.Лютер. Дин ғилеме сығанағы — Библия, символик китаптары: Ф.Меланхтондың Аугсбург дин ҡануны...

МАГИЯ

МАГИЯ (гр. mageјia – сихыр), кешенең (күрәҙәсенең) кешеләргә һәм тәбиғәт күренештәренә тәьҫир итә алған мөғжизәле көсөнә ышаныуға бәйле йолалар. Исламға тиклемге дини инаныуҙар, халыҡ медицинаһы һ.б. м‑н бәйле тәүтормош йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән. Тылсымлы йолаларҙы, ғәҙәттә, шамандар (ҡара: Шаманлыҡ),...