Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХРИСТИАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ

ХРИСТИАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ, күбеһенсә дини йөкмәткеле баҫмалар. “Уфимские епархиальные ведомости” Башҡортостанда православие йүнәлешендәге беренсе дини журнал була. “Сеятель” (“Таратыусы”), православие журналы. Нәшер итеүсеһе һәм мөхәррире — рухани И.Г.Хохлов. 1913—17 йй. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ...

ХРИСТИАНЛАШТЫРЫУ

ХРИСТИАНЛАШТЫРЫУ, дини ойошмаларҙың башҡа дингә ышаныусылар араһында христианлыҡ таратыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге; Рәсәй хөкүмәтендә урыҫ булмаған халыҡтарға ҡарата үткәрелгән дини сәйәсәт аспекттарының береһе. Волга буйындағы һәм Уралдағы урыҫ булмаған халыҡтарҙы Х. 1555 й. Ҡазан епархияһы ойошторолғандан...

ХРИСТИАНЛЫҠ

ХРИСТИАНЛЫҠ (гр. Christos — мәсих), донъя диндәренең береһе (буддизм һәм ислам м-н бер рәттән). 1 б. башында Фәләстанда барлыҡҡа килә. Төп йүнәлештәре: православие, католицизм, протестантлыҡ. Эйәреүселәре — христиандар. Дин ғилеме сығанаҡтары — Библия һәм Изге риүәйәт (католицизмда һәм православиела)....

ҺИЖРӘТ

ҺИЖРӘТ (ғәр.), 622 й. сент. Мөхәммәттең һәм уның артынан эйәреүселәрҙең Мәккә ҡ. Йәсриб ҡ. (һуңыраҡ Мәҙинә) күсенеүе. Ғүмәр хәлифә ваҡытында (634—644 йй. идара иткән) Һ. йылы яңы мосолман эраһының башы тип иғлан ителә. 1‑се айҙың (мөхәррәм) 1‑се көнөнән — 622 й. 16 июленән башлана. Һ. йылы 12 ай айынан...

ЧАСОВНЯЛАР

ЧАСОВНЯЛАР, христиандарҙың ҙур булмаған ғибәҙәт ҡоролмалары. Торама пункттарҙа сиркәү йәки ижт. тормоштағы әһәмиәтле ваҡиғалар хөрмәтенә, емерелгән сиркәүҙәр урынында, мөғжизәле иконалар табылған ерҙә, ҡөҙрәтле сығанаҡтар өҫтөндә һ.б. төҙөлә. Бағана, зыярат, иҫтәлек, өй, өй алды, урам, шишмә өҫтө, юл...

ШАМАНЛЫҠ

ШАМАНЛЫҠ (эвенкса шаман, саман — ярһыған кеше), диндең тәүге формаларының береһе; ҡамлау ваҡытында шамандың (культ башҡарыусы) рухтар м‑н аралашыуы т‑дағы күҙаллауға нигеҙләнә. Анимизм, магия, тотемизм, фетишизм м‑н бәйле; элементтары төрлө дини системаларҙа бар. Ш. ҡорбан килтереү хас. Ҡамлау ваҡытында...

ШӘМИҒОЛ ХӘЛФӘ

ШӘМИҒОЛ ХӘЛФӘ [ысын исеме Бикбаев Шәмиғол Бәҙретдин улы; 1876, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйетҡол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 1957, шунда уҡ], дин әһеле. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Бохара ҡ. мәҙрәсәһендә уҡыған. Дауалау эше м‑н шөғөлләнгән, әүлиә булараҡ танылыу алған. Хажға барған. З.Х.Рәсүлев,...

ШИҒИСЫЛЫҠ

ШИҒИСЫЛЫҠ, исламдағы төп (сөнниселек м‑н бер рәттән) йүнәлештәрҙең береһе. 7 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә, 8 б. уртаһында тулыһынса формалаша. Ш. юлынан барыусылар Ғәли хәлифә м‑н Фатима (Мөхәммәттең ҡыҙы) нәҫеленең имаматҡа хоҡуғын таный, тәүге хәлифәләрҙең (Ғосман, Ғүмәр, Әбү Бәкер) идара итеү законлығын...

ЫРЫМБУР ДИНИ СЕМИНАРИЯҺЫ

ЫРЫМБУР ДИНИ СЕМИНАРИЯҺЫ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн урта уҡыу йорто. 1884 й. асыла. Изге Синод аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә семинария идараһы етәкселек итә. Ы.д.с. дини һәм ҡала училищеларын тамамлаусылар ҡабул ителә. Уҡыу курсы — 6 йыл. Уҡыу программаһына Изге китап, Библия тарихы,...

ЫРЫМБУР ЕПАРХИЯҺЫ

ЫРЫМБУР ЕПАРХИЯҺЫ, Ырымбур өлкәһенең үҙәк райондары терр‑яһында урынлашҡан благочинный округтарын һәм монастырҙарын берләштергән Ырымбур митрополияһының сиркәү‑адм. берәмеге. Юғары башҡарма органы — архиерей етәкс. Епархия советы — епархия йыйылышы тарафынан һайлана; адм. бурыстарҙы епархия идаралығы...

ЫРЫМБУР МОСОЛМАН ДИНИӘ НАЗАРАТЫ

ЫРЫМБУР МОСОЛМАН ДИНИӘ НАЗАРАТЫ, дәүләт дини учреждениеһы. Императрица Екатерина II указы (1788 й. 22 сент.) б‑са Өфө мосолман ҡануны диниә назараты (1796 й. алып Ырымбур) булараҡ ойошторола, 1846 й. башлап Ы.м.д.н. 1917 й. майында 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында исеме Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының...

ЫРЫМБУР ҺӘМ ӨФӨ ЕПАРХИЯЛАРЫ СОБОРҘАРЫ

ЫРЫМБУР ҺӘМ ӨФӨ ЕПАРХИЯЛАРЫ СОБОРҘАРЫ. Ырымбур губернаһы терр‑яһында башлыса 19 б. төҙөлә. 19 б. аҙ. 11 собор сиркәүе эшләй, ш. иҫ. Николай кафедраль соборы, 1807—13 йй. Минзәлә ҡ. янған ағас сиркәү урынында унтер‑офицер М.Д.Ситников һәм мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлә, 1813 й. изгеләндерелә. 1878...

ЮЛЫҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

ЮЛЫҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1911 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) М.М.Рәмиев һәм Мөхәмәтшакир М.Рәмиев (ҡара: Рәмиевтәр) аҡсаһына төҙөлә. Ырымбур­ мосолман­ диниә ­назараты ҡарамағында була. Мәсет (20×12×8) бер ҡатлы, таштан һалынған, ҡыйығы 4 яҡлы, 5 ҡырлы михрабы (ғибәҙәт уйымы) бар....

ЮЛЫҠ МӘҘРӘСӘҺЕ

ЮЛЫҠ МӘҘРӘСӘҺЕ, урта уҡыу йорто. 19 б. башында Ырымбур­ өйәҙе Юлыҡ Ямы а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Юлыҡ а.) мәсете эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусыһы — Ә.Мо­ҡаев. Ырымбур ­мосолман­ диниә ­на­зараты ҡарамағында була. Шәхси иғәнәләргә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис, мәсеттең (1911 й. алып Юлыҡ­ йәмиғ...

ЯҢЫ АПОСТОЛДАР СИРКӘҮЕ

ЯҢЫ АПОСТОЛДАР СИРКӘҮЕ, протестанттар конфессияһы. 1863 й. Англияла Апостолдар сиркәүенең (1832 й. төҙөлгән) тарҡалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусы — Ф.В.Шварц. Догматика нигеҙендә — Иисус Христостың икенсе тапҡыр килеүенә ышаныу һәм тере апостолдар культы. Я.а.с. 3 йола ҡабул ителгән:...