Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҠ АҠЫҠ, минерал

АҠ АҠЫҠ, микроглобуляр төҙөлөшлө кремний оксиды класы минералы, SiO2•H2O. Составында алюмин, тимер, марганец, магний, калий, натрий һәм органик матдәләр ҡушылмалары була. Төрҙәре: һөттәй, затлы, ябай А.а., гиалит, гидрофан һ.б. Агрегаттары һарҡыу, ҡатлаулы, күҙәнәкле, тупраҡлы, төйөрҙәр. Төҫө аҡ, ҡушылмаларына...

АҠБУР, тау тоҡомо

АҠБУР, ултырма тау тоҡомо, органоген эзбизташтарҙың йомшаҡ төрө. 80%‑ы кристаллы кальциттан, эзбизташлы кокколитофорид ылымыҡтарының һәм фораминифер тамыраяҡтарҙың кальцитлы һөлдә өлөштәренән тора, составында шулай уҡ ҡабырсаҡ, бүздәк, диңгеҙ ләләһе, мәрйен, балсыҡлы минерал һөлдәләре бар. Структураһы...

БАЛСЫҠ

БАЛСЫҠ, башлыса балсыҡлы минералдарҙан торған ултырма тау тоҡомо. Б. мөһим үҙенсәлектәре минераль, гранулометрик һәм химик составына бәйле. Б. төп химик компоненттары булып кремний окисы (30—70%), алюмин (10—40%) һәм һыу (5—10%) тора. Минераль составы буйынса — полиминераль һәм мономинераль (каолинитлы,...

ГАББРО

ГАББРО (итальянса gabbro), һелте составлы магматик тау тоҡомо, базальттың интрузив аналогы. Һелтеле плагиоклаздан (50—60%), моноклин, ҡайһы ваҡыт ромбик пироксендан (40—50%), акцессор минералдарҙан (апатит, сфен һ.б.) тора. Составы буйынса кварцлы, оливинлы, троктолитлы, мөгөҙ обманкалы һ.б. Г. айырыла....

ГАЛЕНИТ

ГАЛЕНИТ (латинсанан galena — ҡурғаш мәғдәне), ҡ у р ғ а ш я л т ы р а у ы ғ ы, сульфидтар класы минералы, PbS. Көмөш, баҡыр, цинк, висмут, тимер, мышаяҡ, һөрмә, молибден, һирәгерәк марганец, уран һ.б. ҡушылмаларҙан тора. Кристалдары куб, куб-октаэдр, октаэдр, һирәгерәк өс октаэдр, һөлдә рәүешендә. Агрегаттары...

ГИПС

ГИПС (грек теленән gypsos — аҡбур, эзбиз), 1) сульфаттар класы минералы, СаSO4·2H2O. Кристалдары табаҡлы, призматик. Агрегаттары бөртөклө, япраҡлы, радиаль-энәле; сүсле юлаҡтар; конкрециялар. Г. төрҙәре: селенит (сүсле), алебастр (бөртөклө), гипс шпаты (кристаллы) һ.б. Саф Г. төҫһөҙ йәки ап-аҡ, үтә...

ГЛАУКОНИТ

ГЛАУКОНИТ (грекса glaukós — күкһел йәшел), гидрослюдалар төркөмө минералы, тимер алюмосиликаты, (K, Na, Са)(Fe3+, Mg, Fe2+, Al)2—[(Al, Si)Si3O10](OH)2•H2О. Составы буйынса селадонит (магнезиаль), сколит (глинозёмлы) һ.б. айырыла. Агрегаттары нескә бөртөклө, ваҡ тәңкәле, суғырмаҡлы. Төҫө төрлө сағылышлы...

ГЛАУКОФАН

ГЛАУКОФАН (грекса glaukḗs — күкһел йәшел һәм phanḗs — тойолған), һелтеле амфиболдар төркөмө минералы, Na2Mg3Al2 [Si8O22](OH)2. Кристалдары призматик, энәле. Агрегаттары нурлы, сүсле, сферолитлы. Төҫө тоноҡ зәңгәрҙән ҡуйы шәмәхәгә тиклем, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 6, тығыҙлығы 3100—3400 кг/м3. БР‑ҙа...

ГНЕЙС

ГНЕЙС (нем. Gneis), метаморфик тау тоҡомо. Ялан шпаты, кварц, биотит, мөгөҙ обманкаһынан һ.б. тора. Тәүге тоҡомдарҙың сығышы буйынса ортогнейстар, парагнейстар, ҡара төҫтәге минералдар составы буйынса амфиболлы, биотитлы, гранатлы, кианитлы һ.б. айырыла. Структураһы гранобластлы, порфиробластлы; текстураһы...

ГРАНАТТАР

ГРАНАТТАР (латинса granatus — бөртөклө), A2+—Mg, Fe, Mn, Ca; B3+ — Al, Fe, Cr, Ti һ.б. булған A32+B23+(SiO4)3 дөйөм формулалы үҙгәреүсән составлы ортосиликат минералдар төркөмө. Алюминлыларға — пиральситтарға (пироп, альмандин, спессартин) һәм кальцийлыларға — уграндиттарға (уваровит, гроссуляр, андрадит)...

ГРАНИТ

ГРАНИТ (латинса granum — бөртөк), әсе составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Кварцтан (20—40%, һирәгерәк — 60%‑ҡа тиклем) һәм биотит, мусковит, мөгөҙ обманкаһы һ.б. ҡушылмалары булған (5—10%‑ҡа тиклем) ялан шпатынан тора. Ялан шпаттарының составы һәм һан нисбәте буйынса калишпатлы, плагиоклазлы һ.б.,...

ДИАБАЗ

ДИАБАЗ (грекса diabasis — күсеү), һелте составлы палеотиплы эффузив йәки интрузив магмалы тау тоҡомо. Химик һәм минералогик составы буйынса базальтҡа оҡшаған. Структураһы диабазлы (офитлы), ваҡтан алып эре бөртөклөгә тиклем. Төҫө ҡуйы һоро йәки йәшкелт ҡара. Йыйырсыҡлы өлкәләрҙә һәм платформаларҙа үҫешкән,...

ДИОРИТ

ДИОРИТ (грекса diorizo — айырам), урта составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Плагиоклаз (65—70%) һәм мөгөҙ обманкаһынан (30—35%) тора; аҙ миҡдарҙа биотит, пироксен, кварц, акцессор минералдарынан — апатит, сфен, циркон, мәғдән минералдарынан — магнетит һәм титаномагнетит булыуы мөмкин. Структураһы...

ДУНИТ

ДУНИТ (Яңы Зеландиялағы Дун тауы исеменән), интрузив ультраһелтеле тау тоҡомо. Акцессор хром-шпинелид ҡушымталары булған юғары магнезиаль оливиндан, һирәгерәк магнетиттан, ильмениттан тора. Структураһы ваҡ һәм уртаса бөртөклө, текстураһы массив. Төҫө ҡара йәки ҡуйы йәшел. Д. перидотиттар, пироксениттар...

ИЛЬМЕНИТ

ИЛЬМЕНИТ (Көньяҡ Уралдағы Илмән һырты исеменән), оксидтар класы минералы, FeTiO3. Кристалдары пластинка рәүешендә. Агрегаттары тығыҙ, бөртөклө. Төҫө ҡара, ялтырауығы ярым металдан металға тиклем. Ҡатылығы 5—6, тығыҙлығы 4800 кг/м3, йәбешкәклеге юҡ; аҙыраҡ магнитлы. Акцессор минерал рәүешендә магматик...

ЙӘШМӘ, тау тоҡомо

ЙӘШМӘ, кремнезёмлы ултырма тау тоҡомо. Кварцтан тора, ҡайһы берҙә халцедон ҡушылмаһы була. Структураһы криптокристаллы, текстураһы массив. Ҡыҙыл, һары, көрән, күкһел һоро, йәшел төҫтәрҙең төрлө төҫмөрҙәре тимер һәм марганец окиселдары булыуы м‑н аңлатыла; ш. уҡ сыбар, юлаҡлы йәки тимгелле (пейзажлы)...

КАЛЬЦИТ, минерал

  КАЛЬЦИТ, эзбизташ шпаты, карбонаттар класы минералы, CaCO3. Кристалдары төрлө формала. Агрегаттары: бөртөклө, сталактит һымаҡ, балсыҡлы, друзалар. Төҫһөҙ, аҡ йәки ҡушылдыҡтарға бәйле төрлө төҫкә буялған. Төҫһөҙ һәм үтә күренмәле К. — Исландия шпаты. Ҡатылығы 3, тығыҙлығы 2710 кг/м3, йәбешкәклеге...

КВАРЦ, минерал

КВАРЦ (немецса Querklufterz — киҫеүсе юлаҡтар мәғдәне), окиселдар класы минералы; SiO2. Призматик кристалдар, тотош бөртөклө, йәшерен кристаллик, нәҙек сүсле һәм һарҡыу агрегаттар рәүешендә осрай. К. төрҙәре: ғәмәлдәге К., тридимит, кристобалит, коэсит һәм стишовит; йәшерен кристаллик структуралы төрҙәре —...

КОНГЛОМЕРАТ

  КОНГЛОМЕРАТ (латинса conglomeratus — тығыҙ), ултырма тау тоҡомо. Цементланған, әүәләнгән киҫәктәрҙән (ҡырсынташтарҙан) тора, уларҙың үлсәме диаметры 10 мм артыҡ. Структураһы псефитлы, текстураһы тарҡау йәки тупаҫ ҡатламлы. Төрлө төҫмөрлө, сыбар. К. менән һибелмә ятҡылыҡтар бәйле. БР‑ҙа К. ҡатламдары...

КОРУНД, минерал

КОРУНД (немецса Korund), оксидтар класы минералы, Al2O3. Кристалдары мискә, бағана һ.б. формала. Төрҙәре: ҡыҙыл үтә күренмәле — ҡыҙыл яҡут (составында 2%‑ҡа тиклем Cr2O3 бар), зәңгәр — зәңгәр яҡут (составында титан һәм тимер ҡушылдыҡтары бар) һ.б.; яҡшы айырымлашҡан К. — алмас шпаты. Агрегаттары бөртөклө....