Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПОЛУНИН Иван Александрович

ПОЛУНИН Иван Александрович [25.8.1912, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Подлуб а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡа‑ лы р‑ны) — 2.6.1990, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Профсоюздар хәрәкәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1949). 1930—39 йй. БАССР‑ҙың...

ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович

ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович [10.8. 1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Ләүәле а. (БР‑ҙың Балаҡатай районы) — 11.12.2006, Златоуст ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып В.И.Ленин исемендәге заводта эшләй (Златоуст ҡ.). 1942 й. башлап Совет армияһында. Декабрҙән Брянск, Үҙәк...

ПРОТВИНЬ Иван Степанович

ПРОТВИНЬ Иван Степанович (10.6. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ключи‑Колос а., хәҙер БР‑ҙың Бәләбәй районы Аксаков а., — 18.8.1944, Литва ССР‑ының Жагаре ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Куйбышев тимер юлында эшләгән. 1943 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1944 й. башлап...

ПСТЫГО Иван Иванович

ПСТЫГО Иван Иванович [10.4.1918, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Сухополь а. (БР‑ҙың Архангел районы) — 23.2.2009, Мәскәү ҡ.], хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Геройы (1978). СССР‑ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1967). Авиация маршалы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары командирҙар...

ПУГАЕВ Степан Александрович

ПУГАЕВ Степан Александрович (1.10.1910, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Иҫке Йүрүҙән ҡсб — 28.12.1944, Фелединце ҡ., Чехословакия), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930—32 йй., 1936—41 йй. БАССР‑ҙың Белорет районы Тирлән ст. эшләй. 1932—36 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла....

ПУЛЬКИН Григорий Степанович

ПУЛЬКИН Григорий Степанович [1916, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Петропавловка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 12.1.1945, Борак а., Польша], Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленин орденлы Артиллерия офицерҙарының Ҡыҙыл Байраҡлы юғары...

РАБОВАЛЮК Михаил Иванович

РАБОВАЛЮК Михаил Иванович [18.10.1915, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Отрада а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 10.2.1945, Германияның Бранденбург провинцияһы, Щецин ҡ. (Польша) күсереп ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Полк мәктәбен тамамлаған....

РӘСӘЙ ТАРИХСЫ-АРХИВСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ

РӘСӘЙ ТАРИХСЫ‑АРХИВСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, тарих һәм архив эше үҫешенә булышлыҡ итер өсөн төҙөлгән дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. Р.т.‑а.й. Башҡ‑н респ. бүлексәһе 2000 й. дек. ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Составында 40 беренсел ойошма, 240 ағза бар (2014). Генеалогия, хәрби‑тарихи, сығанаҡтар өйрәнеү һәм документтар...

РОДНОВ Михаил Игоревич

РОДНОВ Михаил Игоревич (14.1. 1959, Ярославль ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1981). 1985—90 йй. һәм 1995 й. алып ТТӘИ‑лә (1999—2011 йй. бүлек мөдире) эшләй, 1990—95 йй. БР Милли музейы дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре 19 б. аҙ. — 20 б. башында Көньяҡ Уралда крәҫтиәндәр һәм аграр...

САФИН Алмаз Миңлеғәле улы

САФИН Алмаз Миңлеғәле улы (4.10.1985, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡсб — 14.1.2023, Кременная ҡ., БР‑ҙың Әлшәй районы Шафран а. ерләнгән). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2023). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә (2014—17) һәм Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла...

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович (8.1.1995, Өфө ҡ. — 27.2.2022, тыуған яғында ерләнгән). Өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған (2018). 2013 й....

СОБОР УЛОЖЕНИЕҺЫ

СОБОР УЛОЖЕНИЕҺЫ, Алексей Михайлович батшалыҡ иткән ваҡытта 1649 й. Земство соборы (1648—49) ҡабул иткән Рәсәй дәүләте закондары йыйылмаһы. Кенәз Н.И.Одоевский етәкс. махсус комиссия тарафынан әҙерләнгән. 25 бүлектән, 967 статьянан торған. С.у. дәүләт, граждандар, адм. һәм енәйәт б‑са хоҡуҡ нормалары,...

СЫҒАНАҠТАР ӨЙРӘНЕҮ

СЫҒАНАҠТАР ӨЙРӘНЕҮ, яҙма тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән махсус тарих фәне. Теоретик (сығанаҡтарҙың барлыҡҡа килеү законлыҡтарын, структураһын, уларҙа тарихи ваҡиғаларҙың сағылышын тикшерә; сығанаҡтарҙы системалаштырыу һәм классификациялау ҡағиҙәләрен билдәләй, өйрәнеү ысулдарын...

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы [1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сыртлан а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 1944, Украина ССР‑ы], Советтар Союзы Геройы (1944). Сыртлановтар нәҫеленән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Благовещен районының Иҫке Турбаҫлы а., 1941 й. алып Ҡарағанда ҡ. эшләгән. 1943 й. башлап Воронеж...

ТАРИХ

ТАРИХ, йәмғиәт үҫеше барышын өйрәнгән ижт. фәндәр комплексы. Бөтә донъя Т. һәм айырым ил, халыҡтар Т. тора. Хронология б‑са боронғо, урта быуаттар, яңы һәм өр-яңы Т. айырыу ҡабул ителгән. Башҡортостанда Т. фәненең Рәсәй һәм уның башҡа төбәктәре Т. оҡшаш структураһы бар. Тикшеренеү объекты (ҡара: Тарихи...

ТАРИХ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ТАРИХ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, тарих өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда тарихи белем биреү 19 б. башынан проф. уҡыу йорттарында (ҡара: Урта профессиональ белем) башлана. Тарих уҡытыусылары Халыҡ мәғарифы ин‑тында (ҡара: Уҡытыусылар институттары) әҙерләнә,...

ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР

ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР, тарихи ваҡиғаларҙы туранан-тура сағылдырған барлыҡ объекттар. Иң тәүге Т.с. — ер өҫтөндә, ер йәки һыу аҫтында һаҡланып ҡалған боронғо әйбер, ҡоролма, ҡәберлектәр — кешелек йәмғиәтенең үткәнен тергеҙергә мөмкинлек бирә (ҡара: Археологик ҡомартҡылар); археологияның тикшеренеү объекты...

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ, башлыса урындағы тикшеренеүселәр тарафынан илдәге айырым төбәктең (өлкә, респ., адм. йәки тәбиғи район, ҡала һ.б. кеше йәшәгән урындың) тәбиғәтен, халҡын, хужалығын, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү. Комплекслы һәм тармаҡлы Т.я.ө. төрҙәренә бүленә (тыуған яҡты геогр., тарихи, лингвистик,...

ФӘТҠУЛЛИН Әнүәр Әсәҙулла улы

ФӘТҠУЛЛИН Әнүәр Әсәҙулла улы (5.8.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бүздәк а., хәҙер БР‑ҙың Бүздәк районы Иҫке Бүздәк а., — 21.12.1986, Луцк ҡ.), лётчик, полковник (1973). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1942) һәм Юғары офицерҙар осоу-тактика...

ФӘХРЕТДИНОВ Тимерйән Йыһанша улы

ФӘХРЕТДИНОВ Тимерйән Йыһанша улы [20.3.1919, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Оло Өстүбә а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 27.11.1979, Өфө ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. майынан Калинин, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 2‑се удар армияның 150‑се...