Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБДУЛЛИН Айҙар Риват улы

АБДУЛЛИН Айҙар Риват улы (26.7.1962, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Кесе Учалы ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (2002), проф. (2009). Киев граждандар авиацияһы инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) Өфө аэропорты инженеры, 1986 й. алып ВЛКСМ‑дың Өфө район ком‑ты секретары, 1988 й. — Өфө авиация...

АВДОНИН Александр Николаевич

АВДОНИН Александр Николаевич (27.11.1948, Чита өлк. Түбәнге Хила а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2006). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1973) СССР ФА Себер бүлексәһенең Көнсығыш Себер филиалында эшләй. 1976 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта (2000—01 йй.  филос. каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре...

АГНОСТИЦИЗМ

АГНОСТИЦИЗМ (гр. agnostos — танып белеп булмаған), ысынбарлыҡты һәм хәҡиҡәтте танып белеү мөмкинлеген инҡар иткән фәлсәфәүи тәғлимәт. А. идеяларын софистар, скептиктар һәм неоплатониктар алға һөргән. Классик А. Дж.Беркли, Д.Юм һәм И.Кант хеҙмәттәрендә сағылдырыла. А. донъяның бөтмәҫ, сикһеҙ һәм үҙгәреүсән...

АЗАМАТОВ Дамир Мостафа улы

АЗАМАТОВ Дамир Мостафа улы (5.5.1940, БАССР‑ҙың Саҡмағош районы Саҡмағош а. — 27.11.2020, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003). М.М.Азаматовтың ағаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963)...

АЙЫТОВ Нариман Абдрахман улы

АЙЫТОВ Нариман Абдрахман улы (28.12.1925, Ҡазан — 17.8.1999, Алматы ҡ., Ҡаҙағстан), философ, социолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), филос. ф. д‑ры (1967), проф. (1970). РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1975) атҡ. фән эшмәкәре. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1956). 1964 й. алып ӨАИ‑ның фәнни коммунизм каф....

АҢ, кешенең ысынбарлыҡты идеаль төшөнөү

АҢ, кешенең ысынбарлыҡты идеаль төшөнөү, белеү, фекер итеү һәләте; философия, психология һәм социологияның төп төшөнсәләренең береһе. А. шәхси һәм ижт.; кешеләр араһындағы барлыҡ мөнәсәбәттәрҙә сағылыш ала һәм сәйәси, хоҡуҡи, әхлаҡи, дини, ғилми һ.б. булараҡ билдәләнергә мөмкин. Урыҫ дини филос. (С.Н.Булгаков,...

АТЕИЗМ

АТЕИЗМ (грек. а... һәм theos — алла), дини хөрәфәттәрҙе һәм табыныуҙы инҡар итеүҙең һәм донъялағы йәшәйештең һәм кешенең үҙ аллы ҡиммәтен раҫлауҙың тарихи йәһәттән төрлө формалары. Революцияға (1917) тиклемге Башҡортостанда динде тәнҡитләү хөр фекерлелек һәм фекерләү азатлығы сиктәренән ситкә сыҡмай...

ӘБДИЕВ Рифғәт Фәйез улы

ӘБДИЕВ Рифғәт Фәйез улы [22.12. 1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы) — 6.4.2019, Мәскәү ҡ.], философ. Философия фәндәре докторы (1996). ӨАИ‑ны (1948), Ф.Э.Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһын (Мәскәү ҡ., 1952) тамамлаған. 1948 й. алып “Уралмаш” заводында...

ӘХЛАҠ

ӘХЛАҠ (лат. moralis — әхлаҡлы), ижт. аңдың бер төрө, изгелек м‑н яуызлыҡ араһында һайлау һәм традицияларға, йәмәғәтселек фекеренәһәм кешенең аңына (намыҫына) таянып, йәмғиәттә кешеләрҙең тәртибен көйләгән соц. институт. Этика тарафынан өйрәнелә. Әҙәп Ә. тәртибе (кешеләрҙең реаль эштәре) м‑н билдәләнә....

БИКМӘТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

БИКМӘТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡото а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 81 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 380 кеше; 1920 — 728; 1939 — 641; 1959 — 362; 1989 — 175; 2002 — 158; 2010 — 109 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

БОНДАРЕНКО Виктор Николаевич

БОНДАРЕНКО Виктор Николаевич (7.7.1953, Петухово ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы, 1980 й. алып — СДПИ-ла, 1984—92 йй. һәм 1996 й. алып БДУ-ла уҡыта, 2001 й. — БДАУ‑ҙың филос. һәм социол. каф. мөдире. 2003 й....

ВАЛЬКОВ Алексей Алексеевич

ВАЛЬКОВ Алексей Алексеевич (11.9. 1954, Өфө), философ. Филос. ф. д‑ры (2001), проф. (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре милләт идеяһын соц.‑филос. аңлау проблемаларына арналған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Х е ҙ м.: Идея нации в свете русской социально-...

ВӘЛИЕВ Дамир Жәүәт улы

ВӘЛИЕВ Дамир Жәүәт улы (2.1.1940, Силәбе өлк. Этбай а. — 28.5.2002, Өфө, Силәбе өлк. Яңы Субыл а. ер‑ ләнгән), философ, йәмәғәт эшмәкәре. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), филос. ф. д‑ры (1984), проф. (1987). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). Свердловск юридик ин‑тын тамамлаған (1965). 1970 й. алып...

ВӘЛИТОВ Октябрь Кәли улы

ВӘЛИТОВ Октябрь Кәли улы [25.10. 1934, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Күгәрсен а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], философ, журналист. Тарих ф. канд. (1969), филос. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009)....

ВИЛДАНОВ Урал Сәлим улы

ВИЛДАНОВ Урал Сәлим улы (4.11. 1956, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Илсе а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). Х.С.Вилдановтың ағаһы. Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1983 й.) БДУ‑ла, 1985 й. алып ӨАИ‑ла, 1990 й. башлап БДПИ‑ла уҡыта; 1992— 98 йй. — БДУ Сибай ин‑тының ижт. фәндәр,...

ВИЛДАНОВ Хәниф Сәлим улы

ВИЛДАНОВ Хәниф Сәлим улы (23.3. 1970, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Илсе а.), философ. Филос. ф. д-ры (2010). У.С.Вилдановтың ҡустыһы. БДПИ- ны тамамлаған (1997). 1994—99 йй. Илсе урта мәктәбендә (1995 й. алып тәрбиәүи эш б-са дир. урынбаҫары) эшләй. 2001 й. башлап БДУ-ның Сибай ин-тында: 2002 й. — тарих-филол....

ВИЛДАНОВА Гүзәл Булат ҡыҙы

ВИЛДАНОВА Гүзәл Булат ҡыҙы (28.6.1975, БАССР-ҙың Учалы р‑ны Яңы Байрамғол а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2010). БДПИ‑ны тамамлаған (1996). 1999 й. алып БДУ‑ла уҡыта (2013 й. тиклем Сибай ин‑тында). Фәнни тикшеренеүҙәре гносеология һәм онтология, соц. эшмәкәрлек, соц. процестар м‑н идара итеү проблемаларына...

ГНОСЕОЛОГИЯ

ГНОСЕОЛОГИЯ (гр. gnosis — танып белеү һәм ...логия), танып белеү теорияһы, философияның танып белеү мөмкинлектәрен, сығанаҡтарын, формаларын һәм ысулдарын, уның дөрөҫ һәм ысын булыу шарттарын өйрәнә торған бүлеге. Г. сигендә эпистемология — фәнни танып белеү т‑дағы тәғлимәт айырыла. Г. онтология, эстетика,...

ҒӘЛИМОВ Баязит Сабирйән улы

ҒӘЛИМОВ Баязит Сабирйән улы (26.5.1942, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Кинйәбулат а. (БР-ҙың Ишембай р-ны), философ. Филос. ф. д‑ры (1989), проф. (1990). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләй: 1989 й. алып проректор, 2005—10 йй....

ҒӘЛИУЛЛИНА Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы

ҒӘЛИУЛЛИНА Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (31.1.1953, Ҡурған өлк. Ҡамышлы а.), философ. Филос. ф. д‑ры (1992). Силәбе мәҙәниәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Өфө һәм Ырымбур ҡҡ. китапханаларында эшләй. 1980 й. алып Силәбе мәҙәниәт ин-тында уҡыта, 1992 й. — башлап Төбәк сәйәсәтен координациялау ком-ты консультанты,...