Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФӘЙЗУЛЛИН Фәнил Сәйет улы

ФӘЙЗУЛЛИН Фәнил Сәйет улы (20.5.1942, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Яңы Ҡарашиҙе а.), философ, социолог. БР ФА акад. (1991), филос. ф. д‑ры (1983), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Иглин р‑ны Турбаҫлы урта мәктәбе дир. урынбаҫары,...

ФИЛОСОФИЯ

ФИЛОСОФИЯ (фил... һәм гр. sophía — аҡыл), кеше, йәмғиәт, донъя, Алла (дини Ф.) йәшәйешенең дөйөм мәсьәләләренә төплө яуап эҙләүгә йүнәлтелгән донъяға ҡараш тибы; тәбиғәттең, йәмғиәттең һәм фекер йөрөтөүҙең төп закондары т‑дағы фән. Антик дәүерҙә Ф. йыһан, уның ҡоролошо, тәү нигеҙе, йыһан, кеше һәм йәмғиәт...

ФИЛОСОФИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ФИЛОСОФИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, философия өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Махсус (философия тарихы, онтология һәм танып белеү теорияһы, социаль философия) һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Философия фәнни дисциплина булараҡ вуздарҙа мәжбүри предметтар иҫәбенә инә. Башҡортостанда...

ФИЛОСОФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ

ФИЛОСОФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ, Бөтә Рәсәй ижтимағи фәнни ойошма. Башҡортостан бүлексәһе 1981 й. Өфөлә СССР Филос. йәмғиәте бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1992 й. алып Рәсәй Ф.й. исемен йөрөтә. Составында 300‑ҙән ашыу кеше (2010). Йәмғиәт философтарҙы берләштереү, философик белем таратыу м‑н шөғөлләнә. Йыл һайын...

ФИНОГЕНТОВ Валерий Николаевич

ФИНОГЕНТОВ Валерий Николаевич (5.7.1953, БАССР‑ҙың Ҡандра районы Ҡандра-Әмин а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Ҡандра а.), философ. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1995). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2021). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) БДПИ‑ла, 1980 й. алып Өфө планетарийында,...

ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ

ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ, Т р а н с ц е н д е н т а л ь  м ә к т ә п, мәҙәни-ағартыу һәм филос. берекмә. 1992 й. БДУ‑ла асыла. Мәскәү, С.‑Петербург, Ҡазан, Ырымбур, Стәрлетамаҡ ҡҡ., ш. уҡ Германия һәм Италияның филос. берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек итә. И.Г.Фихте философияһын тәү сығанаҡтарҙан...

ФРОЛОВА Ирина Васильевна

ФРОЛОВА Ирина Васильевна (12.4.1970, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2011). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ‑ның тарих факультетын (1992) һәм Хоҡуҡ институтын (2003) тамамлаған, 1996—2013 йй. һәм 2017 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 2009 й. башлап Идара итеү...