Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЙЫТОВ Нариман Абдрахман улы

АЙЫТОВ Нариман Абдрахман улы (28.12.1925, Ҡазан ҡ. — 17.8.1999, Алматы ҡ., Ҡаҙағстан), философ, социолог. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), философия фәндәре докторы (1967), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1975) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡазан университетын тамамлаған (1956). 1964 й....

АКАТЬЕВ Юрий Васильевич

АКАТЬЕВ Юрий Васильевич (18.4.1939, БАССР‑ҙың Благовещен районы Дубровка а. — 29.11.1999, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). БАХИ‑ны тамамлаған (1963). 1961—73 йй. комсомол һәм партия эшендә. 1974 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре йәмғиәттә социаль процестар...

АНТОШКИН Виктор Николаевич

АНТОШКИН Виктор Николаевич (26.9.1956, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Бала Сытырман а.), социолог. Философия фәндәре кандидаты (1990), социология фәндәре докторы (2005), профессор (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Орск ҡ. 31‑се мәктәбендә, 1986 й. алып БАХИ‑ла, 1989 й. башлап БДУ‑ла, 1991 й. — БДПУ‑ла...

АССИМИЛЯЦИЯ

АССИМИЛЯЦИЯ (лат. аssimilatio — оҡшашыу, ҡушылыу), 1) ижтимағи, ижтимағи төркөм вәкилдәренең бүтән төркөмдөң, йәмғиәттең ижт.-мәҙәни һыҙаттарын үҙләштереү процесы һәм һөҙөмтәһе. Ижт. айырмалыҡтарҙы тулыһынса юғалтыуға алып барып, йыш ҡына шәхесте, ижт. ҡатламдарҙы һәм төркөмдәрҙе үҙенең ижт. ойошмаһы...

ӘХМӘҘИЕВ Әлим Әхәт улы

ӘХМӘҘИЕВ Әлим Әхәт улы [8.9.1952, БАССР‑ҙың Йомағужа районы (БР‑ҙың Күгәрсен районы) Йомағужа а.], социолог, политолог. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012). Әнүәр Ә.Әхмәҙиевтең ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1981 й. алып Бөрө педагогия институтында...

ӘХМӘҘИНУРОВ Рөстәм Марат улы

ӘХМӘҘИНУРОВ Рөстәм Марат улы (11.4.1968, Өфө ҡ.), социолог. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1997), социология фәндәре докторы (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2013). БДПИ‑ны (1992), Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын (Мәскәү ҡ., 1994) тамамлаған. 1990 й. алып БДПИ‑ла студенттар...

БАЙЫМБӘТОВ Альберт Апуш улы

БАЙЫМБӘТОВ Альберт Апуш улы (27.11.1938, Приморье крайы Благодатное а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) 1969 й. тиклем БАССР‑ҙың прокуратура органдарында эшләй. 1974 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре идара итеү социологияһына, йәштәрҙең соц....

БИКМЕТОВ Евгений Юрьевич

БИКМЕТОВ Евгений Юрьевич (15.10.1964, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (2003), профессор (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1989). 1993 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре идара итеү, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф социологияһына, социаль коммуникациялар проблемаларына арналған.    Х е ҙ м.:...

БИНДИЧЕНКО Евгений Васильевич

БИНДИЧЕНКО Евгений Васильевич (16.6.1944, Өфө), социолог, философ. Филос. ф. канд. (1983), социол. ф. д‑ры (2001). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2003). Велоспорт б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын (1973), ӨАИ‑ны (1992) тамамлаған. 1968 й. алып Өфөнөң сәнәғәт...

БОРХАНОВА Флүрә Булат ҡыҙы

БОРХАНОВА Флүрә Булат ҡыҙы (10.1.1956, Нахичевань ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (2006), профессор (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Әбйәлил районының Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1980 й. алып ТТӘИ‑лә, 1984 й. — БДПИ‑ла (1986 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй. 1988 й. алып БДУ‑ла:...

ГОЛИКОВ Владимир Дмитриевич

ГОЛИКОВ Владимир Дмитриевич (3.2.1939, БАССР-ҙың Әлшәй р‑ны Аксёнов а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). ӨАИ‑ны тамамлаған (1969). 1959 й. алып ӨПЭЗ‑дың төп технологы, лаб. нач., 1981 й. — ӨДНТУ‑ның ғилми‑тикшеренеү үҙәге хеҙм‑ре, 1993 й. — ӨДАТУ уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре хеҙмәт...

ҒАЙСИН Фәрит Әхмәт улы

ҒАЙСИН Фәрит Әхмәт улы [12.1.1942, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Аптраҡ а. (БР-ҙың Мәләүез р-ны) – 22.5.2002, Өфө], социолог. Социол. ф. д‑ры (1996), проф. (2001). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1964), КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр акад. (Мәскәү, 1979) тамамлаған. 1965 й. алып Салауат пед. уч‑щеһы уҡытыусыһы....

ҒӘЛИЕВ Ғәли Талха улы

ҒӘЛИЕВ Ғәли Талха улы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Тәтер- Арыҫлан а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1972). 1974 й. алып...

ҒӘЛЛӘМОВ Рушан Рәхимйән улы

ҒӘЛЛӘМОВ Рушан Рәхимйән улы (27.10.1962, Өфө), социолог. Филос. ф. канд. (1990), социол. ф. д‑ры (1997), проф. (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Өфөнөң 45‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1986—88 йй. һәм 1998 й. алып БДАУ‑ҙа (2003—08 йй. филос. һәм социол. каф. мөдире), 1991—94 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта;...

ҒИЛМАНОВ Әмир Зариф улы

ҒИЛМАНОВ Әмир Зариф улы (24.10.1939, БАССР‑ҙың Бишбүләк районы Айыт а. — 21.7.2014, Ҡазан ҡ.), социолог. Философия фәндәре кандидаты (1977), социология фәндәре докторы (1993), профессор (1998). ТР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Иркутск хәрби авиация‑техник училищеһын (1960), Урал педагогия институтын...

ЕГОРЫШЕВ Сергей Васильевич

ЕГОРЫШЕВ Сергей Васильевич (4.1.1956, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) БДПИ-ла эшләй. 1988 й. алып ӨЮИ-ның социаль-гуманитар дисциплиналар кафедраһы...

ИРНАЗАРОВ Рәшит Исмәғил улы

ИРНАЗАРОВ Рәшит Исмәғил улы (6.9.1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) БАССР‑ҙың Мәғариф министрлығында,...

ЙӘМӘҒӘТСЕЛЕК ФЕКЕРЕ

ЙӘМӘҒӘТСЕЛЕК ФЕКЕРЕ, ижт. ваҡиғаларға, көнүҙәк проблемаларға, төрлө соц. төркөмдәр, ойошмалар, айырым шәхестәр эшмәкәрлегенә мөнәсәбәтте (йәшерен йәки асыҡ, вербаль йәки вербаль булмаған) үҙ эсенә алған йәмәғәтселек аңы торошо; ижт. проблемаларға ҡарата хуплауҙы йәки тәнҡитләүҙе белдерә; йәмәғәт тәртибен...

КАБАКОВИЧ Геннадий Аркадьевич

КАБАКОВИЧ Геннадий Аркадьевич (29.2.1952, Гайсин ҡ. — 1.9.2019, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Рига юғары хәрби авиация инженерлыҡ училищеһын тамамлаған (1978). 1979 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. 1996 й. башлап БДУ‑ла: 1998 й. алып Башҡ. эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге...

КАМАЕВ Рәшит Борхан улы

КАМАЕВ Рәшит Борхан улы (22.2.1937, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Яңауыл а., хәҙер Яңауыл ҡ., — 6.5.2000, Өфө ҡ.), социолог. Философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң (1961) ВЛКСМ‑дың Тәтешле район комитеты, 1962 й....