Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘМӘЛЕТДИНОВ Алик Камил улы

ЙӘМӘЛЕТДИНОВ Алик Камил улы (18.3.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1976—85 йй. һәм 1998 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. 1985—2004 йй. Өфө дәүләт сервис ин‑тында эшләй: 1993—95 йй. хисаплау техникаһы һәм автоматлаштырылған идара итеү системаһы...

ЙӘМИЛEВ Рауил Ислам улы

ЙӘМИЛEВ Рауил Ислам улы (25.4. 1957, Өфө ҡ. — 15.6.2020, шунда уҡ), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1981). 1984 й. алып РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең хисаплау үҙәге менән Математика институтында эшләй (2001 й. башлап төп ғилми хеҙмәткәр). Фәнни эшмәкәрлеге...

ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы

ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы (22.1.1960, Өзгөн ҡ.), инженер‑физик. Техник ф. д‑ры (2000). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) 1986 й. тиклем СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә, 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р),...

ЙОНДОҘҘАР

ЙОНДОҘҘАР, үҙҙәрендә барған термоядро реакциялары энергияһы иҫәбенә яҡтыртыусы күк есемдәре. Газ-туҙан болоттарынан (башлыса водородтан һәм гелийҙан) гравитация ҡыҫыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләләр. Яҡтыртылышы, ауырлығы, т‑раһы, химик составы, спектры б‑са классификацияланалар. Шартлы рәүештә кәрлә...

ЙОНДОҘЛОҠТАР

ЙОНДОҘЛОҠТАР, йондоҙло күк өлөштәре йәки улар эсендәге йондоҙ фигуралары. Боронғо замандарҙан уҡ кешеләр яҡты йондоҙҙарҙан торған билдәле фигураларға исем биргән. Һәр бер мәҙәниәттә күк йөҙөн үҙенә бер төрлө итеп фрагменттарға бүлеү принцибы булған. 1930 й. йондоҙҙарҙы табыу һәм билдәләү еңелерәк булһын...

ЙОСОПОВ Ислам Йосоп улы

ЙОСОПОВ Ислам Йосоп улы [1.9.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Буралы а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 16.4.1991, Өфө], инженер-радиотехник. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков лётчик-күҙәтеүселәр һәм штурмандар хәрби авиация уч‑щеһын...

ЙӨК АВТОМОБИЛЕ

ЙӨК АВТОМОБИЛЕ, рельсһыҙ юлдар буйлап йөк һәм пассажирҙар ташый торған тәгәрмәсле транспорт машинаһы. Й.а. шассиҙан (йөрөү өлөшө һәм двигатель м‑н кабина) һәм кузов (платформа) йәки махсус конструкция рәүешендәге йөк ташыу өлөшөнән тора. Ташыла торған йөктөң төрө б‑са Й.а. универсаль һәм махсуслаштырылған...

ЙЫЛАЙЫР, кратер

ЙЫЛАЙЫР, Марс өҫтөндәге кратер. Диам. 48 км. Планетаның көньяҡ ярымшарында урынлашҡан; координаттары: көньяҡ киңлектең 32,1° һәм көнбайыш оҙонлоҡтоң 33,0°. 1979 й. “Маринер-9” йыһан аппаратынан (АҠШ) фото төшөрөү ваҡытында асыла. Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а....

ЙЫЛЫЛЫҠ АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ

ЙЫЛЫЛЫҠ АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ, нығыраҡ йылынған йылылыҡ биргестән аҙыраҡ йылынғанына йылылыҡ күсерә торған ҡоролмалар. Йылылыҡ биргестең төрө б‑са һауа‑, газ‑, шыйыҡлыҡ‑ һәм пар‑шыйыҡлыҡ, пар‑газ һәм газ‑һауа Й.а.а.; эшләү принцибы б‑са — регенератив (йылытыу майҙанының өҫтө сиратлап йылытыусы һәм...

ЙЫЛЫЛЫҠ ДВИГАТЕЛЕ

ЙЫЛЫЛЫҠ ДВИГАТЕЛЕ, йылылыҡ энергияһын механик эшкә әүерелдереүсе ҡоролма; йылылыҡ машинаһының бер төрө. Конструкцияһының үҙенсәлектәре б‑са Й.д. поршенлы, реактив, роторлы һәм ҡатнаш (роторлы‑поршенлы, турбореактив һ.б.); эш башҡарыусы есемгә йылылыҡ килтереү ысулы б‑са эске яныулы двигатель һәм тышҡа...

ЙЫЛЫЛЫҠ МАШИНАҺЫ

ЙЫЛЫЛЫҠ МАШИНАҺЫ, йылылыҡ энергияһын механик эшкә йәки киреһенсә әүерелдереүсе ҡоролма. Әүерелдереү эш башҡарыусы есемдең (пар, газ, хладагент һ.б.) эске энергияһы үҙгәреүе иҫәбенә башҡарыла. Й.м. әйләнмәле термодинамик процесс (тура йәки кире) бара. Йылылыҡ двигателдәре һәм ҡулайламалары, компрессорҙар...

ЙЫЛЫЛЫҠ ТЕХНИКАҺЫ

ЙЫЛЫЛЫҠ ТЕХНИКАҺЫ, йылылыҡ энергияһын алыу һәм уны сәнәғәттә, а.х., көнкүрештә, транспортта файҙаланыу ысулдарын, ш. уҡ йылылыҡ энергетикаһы ҡулайламаларының һәм йылылыҡ двигателдәренең эшләү принциптарын, конструктив үҙенсәлектәрен һәм уларҙа барған термодинамик, йылылыҡ‑масса алмаштырыу процестарын...