Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАБАРЫНҠЫЛЫҠ АНАЛИЗЫ

ҠАБАРЫНҠЫЛЫҠ АНАЛИЗЫ, математиканың ҡабарынҡылыҡ күмәклектәре һәм ҡабарынҡылыҡ функциялары үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Математик анализдың һәм геометрияның элементтарын берләштерә. Ҡ.а. төшөнсәләре һәм ысулдары функциональ анализда, функциялар теорияһында, оптималләштереү теорияһында (ҡабарынҡылыҡ...

ҠАБЫҘЫУ СИСТЕМАҺЫ

ҠАБЫҘЫУ СИСТЕМАҺЫ, төрлө типтағы һәм тәғәйенләнештәге двигателдәрҙә яныусы ҡатышмаларҙың тоҡаныуын тәьмин итеүсе ҡоролма. Ҡабыҙыу агрегатынан һәм шәмдән тора. Яныусы ҡатышмаларҙы тоҡандырыу ысулы б‑са электр һәм электр булмаған; традицион Ҡ.с. шәмдәрҙә электр осҡондарын барлыҡҡа килтереү өсөн файҙаланылған...

ҠАН АНАЛИЗАТОРҘАРЫ

ҠАН АНАЛИЗАТОРҘАРЫ, автоматлаштырылған приборҙар һәм комплекстар, клиник лаб. диагностика саралары. Үлсәү өлөшөнән, эшкәртеү (микропроцессорҙар) һәм мәғлүмәтте сағылдырыу (цифрлы индикаторҙар) ҡоролмаларынан торалар. Ҡатмарлы комплекстарҙа эшкәртеү һәм сағылдырыу функцияларын компьютер башҡара. Ғилми-тикшеренеү...

ҠАР ТАҘАРТҠЫС

ҠАР ТАҘАРТҠЫС, автомобиль юлдарын, аэродром ҡапламаларын, майҙандарҙы ҡар һәм боҙлауыҡтан таҙартыу ҡоролмаһы. Һабанлы, щёткалы, фрезерлы (роторлы) Ҡ.т. һәм реактив двигателдәр ағымының йылылыҡ һәм газ‑динамик энергияһы файҙаланылған Ҡ.т. айырыла. Ҡ.т. автомобиль шассиларына йәки махсус шассиларға (мәҫ.,...

ҠАРА УПҠЫН

ҠАРА УПҠЫН, йыһан есеме. Ҡояш ауырлығынан 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ массалы йондоҙҙар эволюцияһының аҙаҡҡы стадияларында гравитация коллапсы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 20 б. башында Ҡ.у. барлығы немец астрофизигы К.Шварцшильд тарафынан дөйөм сағыштырмалылыҡ теорияһы нигеҙендә алдан әйтелә; уның иҫәпләүҙәре...

ҠАРГИҘӘР

ҠАРГИҘӘР, ҡар һәм боҙ өҫтөндә йөрөү өсөн ер өҫтө транспорт сараһы. Киң сылбырҙар ярҙамында хәрәкәткә килтерелә һәм башлыса машинаның алғы өлөшөндә торған ике саңғы табаны м‑н идара ителә. Сылбырҙары резинанан йәки композициялы материалдарҙан, корпусы алюмин иретмәләренән, ҡорос йәки быяла пластиктан...

ҠАТЫ ЕСЕМ

ҠАТЫ ЕСЕМ, матдәнең форма тотороҡлолоғо һәм тигеҙләнеш торошо тирәһендә ҙур булмаған тирбәлеүҙәр башҡарған атомдарҙың йылылыҡ хәрәкәте характеры м‑н айырылып торған агрегат хәле. Төҙөлөшө б‑са кристалл хәлендәге (миним. эске энергиялы тотороҡло хәл, атомдарҙың кристалл рәшәткәһе узелдарында урынлашыуының...

ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ

ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ, физиканың яңы материалдар алыу маҡсатында ҡаты есемдәрҙең үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн өйрәнгән бүлеге; бик күп өлөшсәләрҙән (1 см3 яҡынса 1022) торған конденсирланған системаларҙың квант физикаһы булараҡ үҫешә. Ҡ.е.ф. тикшереү объекттары б‑са металлофизика, ярым үткәргестәр,...

ҠОЙОУ

ҠОЙОУ, ғәҙәттә иретелгән материалды (металдар, иретмәләр, пластик массалар, ҡайһы бер тау минералдары һ.б.) ҡойоу формаларына һалып ҡойолмалар әҙерләү. Ҡ. бер нисә тиҫтә ысулын айыралар. Формаларҙы тултырыу алымына ҡарап ғәҙәти, үҙәктән ситкә ҡыуҙырып, баҫым аҫтында һ.б.; формаларын яһау алымына ҡарап —...

ҠОРОС

ҠОРОС, тимерҙең углерод (0,02—2,14%) м‑н иретмәһе, составына марганец, кремний, көкөрт, фосфор ҡушылмалары, ш. уҡ легирлау элементтары (хром, никель, молибден, вольфрам, ванадий, баҡыр, кобальт һ.б.) инә. Үҙенсәлектәре химик составына, микротөҙөлөшөнә, эшкәртеү ысулдарына бәйле. Тәғәйенләнеше б‑са конструкция...

ҠЫҪЫЛҒАН ҺАУА ГЕНЕРАТОРЫ

ҠЫҪЫЛҒАН ҺАУА ГЕНЕРАТОРЫ, һауаны йәки газды ҡыҫыу өсөн (0,4—7,0 МПа баҫымға тиклем) үҙ аллы эшләүсе энергия ҡулайламаһы. Энергия сығанағынан һәм компрессорҙан тора. Компрессор күсергесе өсөн механик энергияны сығарыу ысулына ҡарап газ турбиналы (ҡара: Газ турбиналы ҡулайлама) һәм поршенле Ҡ.һ.г. айыралар....