Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАҠЛАҒЫС ҠАПЛАУҘАР

ҺАҠЛАҒЫС ҠАПЛАУҘАР, изделиеның махсус әҙерләнгән өҫкө йөҙөнә уны тышҡы факторҙар йоғонтоһонан һаҡлау өсөн һөртөлгән ҡаплаусы матдә ҡатламдары. Металл (металдар һәм уларҙың иретмәләре) һәм металл булмаған (органик — полимерлы, битумлы, ташкүмерле һ.б.; органик булмаған — быяла‑эмаль, керамик һ.б.; минераль...

ҺАЛҠЫН КИЛЕШ УЛТЫРТЫУ АВТОМАТТАРЫ

ҺАЛҠЫН КИЛЕШ УЛТЫРТЫУ АВТОМАТТАРЫ, әйләнеш есеме тибындағы һәм ҡалын урыны булған стерженлы металл конструкция материалдарынан яһалған деталдәрҙе һалҡын килеш штамплау ысулдарын ҡулланып әҙерләү өсөн машиналар. Технологик тәғәйенләнеше б‑са Һ.к.у.а. бер позициялы (бер һәм ике һуҡмалы, ябай деталдәрҙе...

ҺАУА ӨРҘӨРГӨС МАШИНАЛАР

ҺАУА ӨРҘӨРГӨС МАШИНАЛАР, вентиляция, һауа м‑н йылытыу, һауаны кондициялау системаларында, төрлө производство‑технологик процестарҙа (йылылыҡ агрегаттарының яғыу урындарына һауа ебәреү, үткәргес торбалар буйлап һауалы ҡатышмаларҙы күсереү һ.б.) һауаны йәки газдарҙы ҡыҫыу һәм күсереү ҡоролмалары. Баҫымды...

ҺУҘЫУ

ҺУҘЫУ, һуҙыу стандарында металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү төрө, үлсәмдәре аныҡ һәм өҫкө йөҙө шыма булған изделиелар алырға булышлыҡ итә. Һ. ваҡытында волока (ҡыҫып һуҙғыс) ҡулланыла, уның уйымы аша катанкалы йәки пресланған әҙерләмәләрҙе үткәреп һуҙалар; был ваҡытта уларҙың арҡыры киҫелешенең үлсәмдәре...

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ИНДУКТОР

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ИНДУКТОР, ҡатмарлы формалағы ҙур габаритлы изделиеларҙы индукцион ысул м‑н йылытыр өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма. Йылылыҡ үткәрмәгән көплөк эсендәге ток үткәргес м‑н уратып алынған, тышҡы диам. 25—30 мм, оҙонлоғо 10—25 м булған гофрировкалы шлангынан ғибәрәт; үткән ток йышлығының диапазоны 50—10000...

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ПРОИЗВОДСТВО СИСТЕМАЛАРЫ

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ПРОИЗВОДСТВО СИСТЕМАЛАРЫ, автоматлаштырылған режимда эшләгән һәм бер идара итеү системаһы булған технологик һәм ярҙамсы ҡорамалдар йы­йылмаһы. Һ.п.с. ойошторолоуы б‑са автоматлаштырылған һығылмалы линиялар, участкалар һәм цехтар айырыла. Һ.п.с. составына һығылмалы производство модулдәре (тейешле...

ҺЫРҘАРҘЫ ЭШКӘРТЕҮ

ҺЫРҘАРҘЫ ЭШКӘРТЕҮ, металл ҡырҡҡыс инструменттың винт һымаҡ хәрәкәте ваҡытында деталдең цилиндр йәки конус рәүешендәге өҫкө йөҙөндә һыр барлыҡҡа килеү процесы. Ҡырҡыу, пластик деформация, был ысулдарҙы комбинациялау юлы м‑н ҡулдан йәки металл ҡырҡыу станоктарында башҡарыла. Һ.э. өсөн ҡырҡҡыстар, метчиктар,...

ҺЫУ АЛЫУ ҠОРОЛМАҺЫ

ҺЫУ АЛЫУ ҠОРОЛМАҺЫ, һ ы у а л ы у, гидроэнергетика, һыу менән тәьмин итеү, һуғарыу һ.б. ихтыяждарында һыу сығанағынан (йылға, күл, һыуһаҡлағыс, ер аҫты сығана­ғынан) алынған тейешле сифаттағы һыуҙы һыу үткәргескә (канал, үткәргес торба, тоннелдәр һ.б.) кәрәкле миҡдарҙа һәм һыу ҡулланыу режимына яраҡлы...

ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА

ҺЫУЫТҠЫС ТЕХНИКА, есемдәрҙе яһалма һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән аппараттар, машиналар һәм ҡулайламалар; уртаса һыуыҡ т‑ра (‑150°С юғары) алыу мәсьәләләрен өйрәнгән техника өлкәһе. Эшләү принцибы б‑са компрессион (газ һәм пар), абсорбцион, пар эжекторлы һәм термоэлектрик һыуытҡыс ҡулайламалары айырыла....