Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АГАДЖАНЯН Николай Александрович

АГАДЖАНЯН Николай Александрович (28.1.1928, Әзербайжан ССР‑ы Хачмас а. — 27.12.2014, Мәскәү), физиолог. Рәсәй мед. ФА акад. (1993), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1970). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары белем биреү хеҙм‑ре (1997). Дағстан мед. ин‑тын...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (фр. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА

АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА. БР‑ҙың Бәләбәй р‑нында, Бәләбәй ҡ. 10 км алыҫлыҡта Аксаков а. эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра —17°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 20°С). 1890 й. О.Г.Аксакова (С.Т.Аксаковтың ейәнсәре) тарафынан хосуси ҡымыҙ дауаханаһы...

АКУШЕРЛЫҠ ҺӘМ ГИНЕКОЛОГИЯ

АКУШЕРЛЫҠ ҺӘМ ГИНЕКОЛОГИЯ, ауырға ҡалыу, йөклөлөк, бала табыу һәм бала тыуғандан һуңғы осор (акушерлыҡ), ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөктән тыш енес системаһы ауырыуҙары, уларҙы дауалау, иҫкәртеү (гинекология) м‑н бәйле ҡатын-ҡыҙ организмының физиол. һәм патологик процестарын өйрәнеүсе клиник медицина өлкәһе. Респ....

АЛКОГОЛИЗМ

АЛКОГОЛИЗМ, спиртлы эсемлектәрҙе даими ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән хроник ауырыу. А. өс үҫеш стадияһы бар. Беренсе стадияһына спиртлы эсемлектәрҙе даими арта барған миҡдарҙа ҡулланғанда алкоголгә толерантлыҡ артыуы, уға психик бәйләнгәнлек барлыҡҡа килеүе хас; икенсе стадияһы абстинент (эскелек...

АЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

АЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, организмдың аллергендар тәьҫиренә яуап биреү һәләтлеге үҙгәргәндә барлыҡҡа килә. А.а. поллиноз, атопик дерматит, бронхиаль астма, кесерткән биҙгәге, Квинке шешенеүен һ.б. индерәләр. А.а. барлыҡҡа килеү сәбәптәре: тире ҡатламдарының һәм лайлалы тиресәләрҙең үткәреүсәнлеге артыуы,...

АЛЛЕРГОЛОГИЯ

АЛЛЕРГОЛОГИЯ (алло..., гр. ergon — тәьҫир һәм ...логия), аллергия ауырыуҙарының һәм реакцияларының барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, үҫеш механизмдарын һәм клиник барышын өйрәнеүсе, уларҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау алымдарын эшләүсе медицина фәнебүлеге. Башҡортостанда А. б‑са тикшеренеүҙәр 1934 й....

АЛЛОПЛАНТ

АЛЛОПЛАНТ (алло... һәм лат. plantо — ултыртам), кеше һәм хайуандың коллагенлы туҡымаларынан алынған биотрансплантация материалы. Э.Р.Мулдашев етәкс. Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә эшләнә, 1987 й. РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан клиник ҡулланыуға тәҡдим ителә. А. эшләү өсөн төп сеймал булып...

АНАТОМИЯ

АНАТОМИЯ (гр. аnatome — ярыу), организмдың, уның айырым ағзаларының формаһы һәм төҙөлөшө т‑дағы фән; морфологияның бүлеге. Кеше А., хайуандар А. һәм үҫемлектәр анатомияһын айырып йөрөтәләр. Кеше А. һәм хайуандар А. патологик анатомияға һәм остеологияны (һөйәктәрҙең формаһы һәм структураһы), миологияны...

АНГИНА

АНГИНА (лат. аngina — быуылыу), кешенең аңҡау миндалиналары шешеүҙән барлыҡҡа килгән киҫкен инфекцион ауырыуы. А. тыуҙырыусылар — бактерияларҙың Staphylococcus, Streptococcus һ.б. төркөмдәренә ингән патоген төрҙәре. А. аңҡау миндалиналарының лайлалы тиресәһе шешеүе һәм ҡыҙарыуы хас булған катараль,...

АНЕСТЕЗИОЛОГИЯ ҺӘМ РЕАНИМАТОЛОГИЯ

АНЕСТЕЗИОЛОГИЯ ҺӘМ РЕАНИМАТОЛОГИЯ, ауыртыуҙы баҫыу, операцияға тиклем, операция ваҡытында һәм унан һуң, ш. уҡ ауыр хәлдәрҙә организмдың йәшәү өсөн мөһим функциялары м‑н идара итеү проблемаларын өйрәнеүсе клиник мед. фәне бүлеге. Башҡортостанда А.һ.р. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. Н.Ғ.Ғатауллин,...

АПИТЕРАПИЯ

АПИТЕРАПИЯ (лат. apis — бал ҡорто һәм терапия), умартасылыҡ продукттары (бал, бал ҡорто ағыуы, балауыҙ, инә ҡорт һөтө, прополис, һеркәләр, һитә) м‑н дауалау. Умартасылыҡ продукттары нигеҙендә әҙерләнгән дарыу препараттарында аминокислоталар, биологик актив матдәләр, витаминдар һ.б. бар; улар иммунитетты...

АППЕНДИЦИТ

АППЕНДИЦИТ (лат. appendix — ҡушылма), һуҡыр эсәктең селәүсен һымаҡ үҫентеһенең шешеүе. Селәүсен һымаҡ үҫентенең киңлеге тарайғанда йәки йыуан эсәк таштары м‑н ябылғанда, ҡыл селәүсендәр м‑н тығылғанда, лайлалы тиресә шешенгәндә һ.б. барлыҡҡа килә, был ваҡытта эсәктәрҙәге бактериялар шешеү процесының...

АРТРИТ

АРТРИТ (гр. arthron — быуын), быуындар шешеүе. Моноартритҡа (бер быуындың зарарланыуы), полиартритҡа (бер нисә быуындың шешеүе) айырыла. А. барлыҡҡа килеүенә ревматологик һәм аутоиммун ауырыуҙар, синовиоциттар ҡатнашлығындағы патологик хәлдәр булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Төп симптомдары:...

АТЕРОСКЛЕРОЗ

АТЕРОСКЛЕРОЗ (гр. athera — бутҡа һәм sklerosis — ҡатыу), артерияларҙың хроник ауырыуы. Аорта, аяҡ, мезентериаль, бөйөр (нефросклероз) артериялары, йөрәк, баш мейеһе тамырҙары һ.б. А. айыралар. Артерияларҙың эске тиресәһенә липопротеидтарҙың липид төйөрсәһе (ул тамырҙар аралығы тарайыуына һәм ағзаларҙы...

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ, ғүмергә хәүеф янаған осраҡтарҙа (травмалар, ағыуланыу, көтөлмәгән киҫкен ауырыуҙар, бала табыу һ.б.) дауалау-иҫкәртеү учреждениеларынан тыш халыҡҡа тәүлек әйләнәһенә кисектергеһеҙ мед. ярҙамы күрһәтеү системаһы. Һәләкәттәр медицинаһы хеҙмәте м‑н тығыҙ бәйләнгән. А.м.я. күрһәтеүҙе...

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ ДАУАХАНАҺЫ

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ ДАУАХАНАҺЫ, муниц. һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. Дауахана стационарҙан (820 койка), диагностика хеҙмәтенән (5 бүлек, 2 лаб.), операция блогынан (22 операция залы), туҡланыу комб‑тынан һ.б. тора. Стационарҙа 18 клиник бүлек бар: гинекология, неврология, нейрохирургия,...

ӘСӘЛЕК ҺӘМ БАЛАЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ

ӘСӘЛЕК ҺӘМ БАЛАЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ, яралғыны антенаталь һаҡлауға, әсә һәм баланың ауырыуҙарын иҫкәртеүгә һәм һаулығын һаҡлауға, балаларҙы тәрбиәләү, физик, интеллектуаль һәм әхлаҡи үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән дәүләт һәм йәмәғәт саралары системаһы. Акушерлыҡһәм гинекология, неонатология һәм...

ӘХМӘҘИЕВ Рөстәм Рәйес улы

ӘХМӘҘИЕВ Рөстәм Рәйес улы (13.1. 1961, Өфө), физиолог. Мед. ф. д‑ры (2006), проф.  (2008). БДМИ‑ны тамамлаған (1984), 1987 й. алып шунда уҡ эшләй. 1989 й. башлап Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә; 1992—2012 йй. (өҙөклөк м‑н) БДПУ‑ла (2009 й. алып Һаулыҡ мониторингы һәм коррекцияһы үҙәге дир.),...

ӘХМӘРОВА Светлана Герцен ҡыҙы

ӘХМӘРОВА Светлана Герцен ҡыҙы (10.3.1963, Өфө), соц. гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2005). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 5‑се дауаханала эшләй, 1987 й. алып Киров район советының башҡарма ком‑тындағы табип‑хеҙмәт эксперттары комиссияһы (икеһе лә — Өфө) рәйесе....