Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич

ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич (10.10.1956, Өфө), эндокринолог. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфөнөң 19‑сы берләштерелгән балалар дауаханаһында, 1988 й. алып 13‑сө дауаханаһында, 1991 й. — Куйбышев т. юлының Өфө ст. бүлексә дауаханаһында эшләй, 2000 й. —...

ДАРЫУҘАР

ДАРЫУҘАР, ауырыуҙы иҫкәртеү, диагностикалау, дауалау һәм ауырға ҡалыуҙы булдырмау өсөн ҡулланылған матдәләр. Химик синтез ысулдары м‑н йәки биотехнологиялар ярҙамында кеше йәки хайуан ҡанынан, ағзаларынан һәм туҡымаларынан, микроорганизмдарҙан, үҫемлектәрҙән һәм минералдарҙан алына. РФ‑та Д. дәүләт...

ДАРЫУХАНАЛАР

ДАРЫУХАНАЛАР(гр. apothеkе — склад), дарыуҙарҙы, гигиена әйберҙәрен һәм башҡа мед. тауарҙарын әҙерләү, һаҡлау һәм һатыуҙы ғәмәлгә ашырған һаулыҡ һаҡлау учреждениелары. Өфөлә 1787 й. — тәүге Б.Миллерҙың хосуси Д., 1807 й.  хөкүмәт Д. асыла. 1880 й. Өфөлә һәм 1881 й. Стәрлетамаҡ ҡ. тәүге земство Д. (ҡара:...

ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ

ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ, махсус һайланған физик күнекмәләр, тәбиғәт факторҙарын ҡулланып ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, ауырығандарҙы дауалау һәм мед. реабилитациялауы ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Д.ф. үҙ эсенә механотерапия, хеҙмәт терапияһы һәм дауалау массажын ала. Д.ф. төрҙәре: гигиеник, дауалау һәм...

ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ. Д.‑и.у. ололар һәм балалар өсөн дауаханалар һәм поликлиникалар, диспансерҙар, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениелары, ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте, ашығыс медицина ярҙамы станциялары, һуғыш ветерандары госпиталдәре, медицина үҙәктәре, клиникалар (вуздар һәм ҒТИ‑лар...

ДАУАХАНАЛАР

ДАУАХАНАЛАР, халыҡҡа стационар ярҙам, поликлиникаһы булғанда дауахананан тыш медицина ярҙамы күрһәткән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Д. терр. принцип б‑са – респ. (өлкә), ҡала, үҙәк район, район, участка, линия (һыу һәм т. юл транспортында); күрһәткән хеҙмәт төрҙәре б‑са – күп профилле, махсуслаштырылған...

ДАУАХАНАНАН ТЫШ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ

ДАУАХАНАНАН ТЫШ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ, халыҡҡа поликлиникаларҙа, амбулаторияларҙа, диспансерҙарҙа, ҡатын‑ҡыҙҙар консультацияларында һәм бала табыу йорттарында, ауыл фельдшер‑акушерлыҡ пункттарында, сәнәғәт пр‑тиеларының һаулыҡ һаҡлау пункттарында, ашығыс медицина ярҙамы станцияларында, ш. уҡ мед. хеҙм‑рҙәре...

ДАУЫТОВ Салауат Булат улы

ДАУЫТОВ Салауат Булат улы (1.5.1956, БАССР-ҙың Бүздәк р-ны Ҡаҙаҡлар‑Ҡобау а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1984 й. тиклем Учалы үҙәк район дауаханаһында, Өфө һәм Бәләбәй ҡҡ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында эшләй. 1996 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта...

ДАУЫТОВА Земфира Әхиәр ҡыҙы

ДАУЫТОВА Земфира Әхиәр ҡыҙы (11.11.1955, Октябрьский ҡ.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2004), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1980 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй: 1993 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2001 й. — дир. урынбаҫары, 2002 й. —...

ДӘҮЛӘТОВ Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы

ДӘҮЛӘТОВ Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы [10.8.1898, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңауыл а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 8.8.1974, Өфө], хирург. Мед. ф. д‑ры (1965), проф. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1967), РСФСР‑ҙың (1958) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡ. табибы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Томск ун‑тын тамамлағандан...

ДӘҮЛӘТШИН Рәшит Әхмәт улы

ДӘҮЛӘТШИН Рәшит Әхмәт улы (10.11.1943, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡолсора а.), ревматолог. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), РФ‑тың атҡ. табибы (2003). БДМИ‑ны тамамлаған (1967), 1971 й. алып шунда уҡ эшләй: 1982 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1984 й. — 5‑се эске ағзалар...

ДЕОНТОЛОГИЯ

ДЕОНТОЛОГИЯ (гр. deon, эйәлек килештә deontos – тейешле һәм ...логия), медицинала: мед. хеҙм‑рҙәре тәртибенең юридик, проф., этик нормалары һәм ҡағиҙәләре т‑дағы ғилем. Мед. проф. этикаһының ҡушма өлөшө булып тора. Табип серен һаҡлауҙы, ауырыуҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн мед. хеҙм‑рҙәренең яуаплылығын...

ДЕРМАТИТТАР

ДЕРМАТИТТАР (гр. derma — тире), механик, физик, химик һәм биол. сығышлы ҡуҙғытҡыстар тәьҫире арҡаһында тире шешеү ауырыуҙары. Ябай (ҡуҙғытҡыс агенттарҙың билдәле бер көсө һәм оҙайлы тәьҫирен- дә һәр кешелә барлыҡҡа килә) һәм аллергик (ҡуҙғытҡыстарға һиҙеүсәнлеге юғары булған кешеләрҙә); тәьҫир иткән...

ДЕРМАТОВЕНЕРОЛОГИЯ

ДЕРМАТОВЕНЕРОЛОГИЯ (дермато..., лат. Venus — һөйөү алиһәһе һәм ...логия), медицинаның тире ауырыуҙарын һәм башлыса енси юл м‑н йоға торған инфекцияларҙы өйрәнгән бүлеге. Республикала Д. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1930 й. Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда (ҡара: Тире‑венерология диспансеры), 1936 й. БДМИ‑ның...

ДЕРМАТОГЛИФИКА

ДЕРМАТОГЛИФИКА (дермато... һәм гр. glypho — һырлайым, гравёрлайым), ус һәм табандың тире рельефын өйрәнеү; антропология ысулдарының береһе. Дерматоглифик тикшеренеүҙәр папилляр һыҙыҡтар һәм биҙәктәрҙең билдәле бер үҙенсәлектәренә нигеҙләнә: йәшкә ҡарап һәм тирә‑яҡ мөхит тәьҫиренән үҙгәрмәй, индивидуаль...

ДИАГНОСТИКА

ДИАГНОСТИКА, (гр. diagnostikos — асыҡлауға һәләтле), медицинала: 1) ауырыуҙы асыҡлау өсөн ауырыған кешене тикшереү процесы. 2) Диагноз ҡуйыу һәм тейешле дауа тәғәйенләү маҡсатында ауырыуҙы асыҡлау принциптарын һәм ысулдарын өйрәнгән мед. фәне бүлеге. Табип-диагностика техникаһы, семиология, диагноз...

ДИЕТОТЕРАПИЯ

ДИЕТОТЕРАПИЯ (гр. diaita — йәшәү рәүеше, туҡланыу режимы һәм ...терапия), билдәле бер диета ҡулланып дауаланыу ысулы. Д. дауаланыуҙың төп йәки ярҙамсы ысулы булырға мөмкин. Д. дауалау тәьҫире төп һәм ауырыу м‑н бер үк ваҡытта булған ауырыуҙарҙы, хеҙмәт шарттарын, климатты, йәште һ.б. иҫәпкә алып индивидуаль...

ДИЗЕНТЕРИЯ

ДИЗЕНТЕРИЯ (гр. dys... — ҡыйынлыҡ, боҙолоу һәм еnteron — эсәк), кешенең һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Д. тыуҙырыусы — Shigella заты бактериялары; кеше һәм хайуандар өсөн патоген, оҙаҡ ваҡыт тышҡы мөхиттә йәшәүгә һәләтле 4 төрө (S. boydii, S. disenteriaе, S. flexneri, S. sonnei) билдәле....

ДИСПАНСЕРҘАР

ДИСПАНСЕРҘАР (гр. dispenso — бүләм), ауырыуҙарҙың билдәле бер контингентына ҡарата динамик күҙәтеүҙе һәм саралар комплексын тормошҡа ашырған махсус дауалау-иҫкәртеү учреждениелары. Хеҙмәтләндереү йүнәлеше б‑са — тире‑венерология, наркология, онкология, туберкулёзға ҡаршы, психоневрология, табип-физкультура...

ДИСПАНСЕРЛАШТЫРЫУ

ДИСПАНСЕРЛАШТЫРЫУ, ауырыуҙар үҫешен иҫкәртеүгә һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән халыҡ һаулығы торошон динамик күҙәтеү ысулы. Д. балалар, үҫмерҙәр, йөклө ҡатындар, айырым производстволарҙа махсус хеҙмәт шарттарында эшләгәндәр, хроник ауырыуҙарға дусар булғандар, инвалидтар һ.б. йәлеп ителә....