Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИБӘТУЛЛИНА Рифа Барый ҡыҙы

ИБӘТУЛЛИНА Рифа Барый ҡыҙы (17.1.1951, Баймаҡ ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2001). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ-нда эшләй (өҙөклөк м‑н): 1986 й. алып — өлкән, 1989 й. — төп, 2002—08 йй. баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге...

ИБРАҺИМОВА Людмила Александровна

ИБРАҺИМОВА Людмила Александровна (17.4.1953, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2004). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Өфөнөң 3‑сө дауаханаһында, 1982 й. алып Кардиология диспансерында эшләй, 1986 й. башлап БДМУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре бөйөр синдромы...

ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы

ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы (24.5.1963, Октябрьский ҡ.), невролог, физиотерапевт. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1988 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй, 1992 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. 2002 й. алып Мәскәүҙә: “РЖД” ААЙ-ның Үҙәк поликлиникаһында бүлек мөдире,...

ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы

ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы (2.1.1955, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), биолог. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БДУ‑ны (1977) һәм БДМУ‑ны (2003) тамамлаған. 1980 й. алып БДМУ‑ла: 1988—90 йй. һәм 1996—98 йй. үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (1996 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1999 й. — дипломдан...

ИММУНИТЕТ

ИММУНИТЕТ (лат. immunitas — азат булыу, ҡотолоу), тере йән эйәләренең үҙ бөтөнлөгөн һәм биол. индивидуаллеген һаҡлап ҡалып, зарарлаусы агенттар тәьҫиренә ҡаршы тороу һәләте; организмдың барлыҡ генетик сит нәмәләрҙән һаҡланыу ысулы. Кеше, хайуан һәм үҫемлек И. (фитоиммунитет); бактерияға, вирусҡа, ағыуға,...

ИММУНОЛОГИЯ

ИММУНОЛОГИЯ (иммунитет һәм ...логия), организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәре, иммунитет механизмдары т‑дағы фән. Иммунобиология, иммуногенетика, иммунохимия, иммунопатология, клиник И. һ.б. бүленә. Кеше И. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 1905 й. Өфөлә Пастер ст. асылғандан һуң башлана. 1915 й. уның...

ИНВАЛИДЛЫҠ

ИНВАЛИДЛЫҠ (лат. invalidus — көсһөҙ, хәлһеҙ). 1) Ауырыу, травма йәки дефекттар арҡаһында организм функцияларының боҙолоуы йәшәү эшмәкәрлеген сикләүгә килтергән һәм инвалид тип танылған кешене соц. яҡлау кәрәклеген тыуҙырған һаулыҡ ҡаҡшауы. Беренсел һәм дөйөм И. айырыла. Организм функциялары боҙолоу...

ИНСУЛЬТ

ИНСУЛЬТ (лат. insultus — өйәнәк), баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы, мейе туҡымаһының үлеүенә килтерә. И. мейе функцияларының ҡапыл боҙолоуы йәки юға- лыуы (24 сәғәттән ашыуыраҡҡа) һәм сығанаҡлы неврологик һәм (йәки) дөйөм мейе симптомдары хас. И. төрҙәре: ишемик (мейе инфаркты), мейене...

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар барлыҡҡа килтергән ауырыуҙар, улар сирле кешенән йәки хайуандан һау кешегә йоға. Һәр бер И.а. айырым бактерия, вирус, бәшмәк, риккетсия һ.б. тыуҙыра. И.а. күбеһенә киң таралыу һәләте, патологик процесс барышының цикллығы һәм инфекциянан һуң иммунитет...

ИСУПОВ Филадельф Григорьевич

ИСУПОВ Филадельф Григорьевич (23.5.1923, Пермь ҡ. — 31.5.1977, Өфө), вирусолог. Мед. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) 1955 й. тиклем санитария‑эпидемиология ст. (Коркино ҡ.) лаб. мөдире булып...

ИСХАҠОВ Эдуард Роберт улы

ИСХАҠОВ Эдуард Роберт улы (19.6.1964, Энгельс ҡ.), психофизиолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2006). Полиция полк. (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Өфөнөң 4‑се балалар поликлиникаһында, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1989 й. алып хәрби табип, полктың мед. пункты нач., 1991 й. — Асҡын...

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы [26.11.1906, Өфө губ. Силәбе өйәҙе Мәтәл а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 25.12.1997, Өфө], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1958), проф. (1964). БАССР- ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) 1934 й. тиклем һәм 1939 й....

ИШБУЛДИН Рәмил Илдус улы

ИШБУЛДИН Рәмил Илдус улы (23.10.1966, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский ҡсб), йөрәк‑ҡан тамырҙары хирургы. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында, 2001 й. алып Респ. кардиология диспансерында (бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1995 й....

ИШЕРСКИЙ Владимир Иванович

ИШЕРСКИЙ Владимир Иванович (12.3.1873, Вятка ҡ. — 1942, Һарытау ҡ.), земство табибы, педагог. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Император Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1898) Ҡазан губерна земство дауаханаһында эшләй, 1900 й. алып Ырымбур, Омск ҡҡ. т. юл табибы. 1906 й. башлап 1‑се Дәүләт думаһы...

ИШМӨХӘМӘТОВ Айрат Исмәғил улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Айрат Исмәғил улы (4.8.1932, Өфө — 29.2.2004, Мәскәү), физиолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1970), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2004), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). И.Х.Ишмөхәмәтовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) 1959 й. тиклем Тирлән участка...