Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАБИП-ФИЗКУЛЬТУРА ДИСПАНСЕРЫ

ТАБИП‑ФИЗКУЛЬТУРА ДИСПАНСЕРЫ, дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһы. Физик культура һәм спорт м‑н шөғөлләнгән кешеләрҙе (ш. иҫ. балаларҙы) мед. хеҙмәттәре, ш. уҡ халыҡты мед. реабилитацияһы м‑н тәьмин итә. Өфөлә урынлашҡан. Т.‑ф.д. составына спорт мед., тергеҙеү мед. һәм реабилитация, консультатив‑диагностика...

ТЕРАПИЯ

ТЕРАПИЯ (лат. therapia — дауалау), эске ағзалар ауырыуҙары этиологияһын, патогенезын, клиник сағылышын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү, ауырыуҙарҙы реабилитациялау ысулдарын эшләүсе клиник медицина һәм ветеринария өлкәһе. Медицинала Т. Аллергология, гастроэнтерология, гематология,...

ТЕШ КАРИЕСЫ

ТЕШ КАРИЕСЫ, тештәрҙең ҡаты туҡымаһы ауырыуы, был ваҡытта тештәр тарҡала (деминерализация һәм йомшарыу) һәм ҡыуышлыҡ барлыҡҡа килә. Эмаль, дентин, цемент, һүлпәнәйеп үтеүсе кариес, одонтоклазия һ.б. айырыла. Ауыҙ ҡыуышлығында бактериялар (стрептококтар, лактобациллалар һ.б.) эшмәкәрлеге продукты булған...

ТИРЕ АУЫРЫУҘАРЫ

ТИРЕ АУЫРЫУҘАРЫ, тире, уның өҫтәмәләре (тырнаҡ, сәс) һәм күҙгә күренгән лайлалы тиресәләре ауырыуҙарының төркөмө. Башлыса эске (эске ағзалар ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы, эндокрин, иммун, үҙәк һәм периферик нервы системаларының функциялары боҙолоу һ.б.), тышҡы (физик, химик, бактериологик һәм вирус...

ТОКСИКОЛОГИЯ

ТОКСИКОЛОГИЯ (гр. toxicon — ағыу һәм ...логия), ағыуҙарҙың физик, химик һәм биол. үҙенсәлектәрен, уларҙың тере организмдарға, экосистемаларға тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнгән һәм ағыуланыуҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдарын эшләгән фән. Теоретик (организм һәм ағыуҙарҙың үҙ‑ара тәьҫир итешеү...

ТОКСИНДАР

ТОКСИНДАР (гр. toxicon — ағыу), тере организмдарҙың физиол. функцияларын тотҡарлауға һәләтле бактерия, үҫемлек йәки хайуандарҙан барлыҡҡа килгән биологик актив матдәләр. Микроорганизм Т. (бактериялар, вирустар һ.б.), мико‑ (бәшмәктәр), фито‑ (үҫемлектәр), зоо‑ (хайуандар), эндотоксиндар (бөйөр, бауыр...

ТОТАШТЫРҒЫС ТУҠЫМАНЫҢ ДИФФУЗИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

ТОТАШТЫРҒЫС ТУҠЫМАНЫҢ ДИФФУЗИЯ АУЫРЫУҘАРЫ аутоиммун һәм иммун комплекслы процестар үҫеше м‑н төрлө ағзалар һәм системалар шешеүенә, ш. уҡ артыҡ фиброздар барлыҡҡа килеүенә бәйле. Т.т.д.а. ревматоид артрит (ш. иҫ. ювениль), системалы ҡыҙыл сөсө ауырыуы (ҡара: Ауто аллергия ауырыуҙары), системалы склеродермия,...

ТРАВМА

ТРАВМА (гр. traјuma — йәрәхәт), кеше йәки хайуан организмы туҡымаларының тышҡы тәьҫирҙән зарарланыуы, йәшәү процестарын һәм функцияларын боҙоуға килтерә. Т. организмда урындағы (асыҡ һәм ябыҡ йәрәхәт) һәм дөйөм (ҡан һауыу, баш мейеһе һелкенеү, йәрәхәт токсикозы, коллапс, шок һ.б.) үҙгәрештәрҙә күренә....

ТРАВМАТОЛОГИЯ ҺӘМ ОРТОПЕДИЯ

ТРАВМАТОЛОГИЯ ҺӘМ ОРТОПЕДИЯ. Травматология — йәрәхәтләгән факторҙарҙың кеше организмына тәьҫирен, имгәнеүҙе һәм уның эҙемтәләрен диагностикалауҙы, дауалауҙы өйрәнгән; ортопедия тыумыштан килгән дефекттар, үҫеш кәмселектәре йәки травма һәм ауырыу эҙемтәләре һөҙөмтәһендә алынған терәк‑хәрәкәт системаһы...

ТРАНСПЛАНТОЛОГИЯ

ТРАНСПЛАНТОЛОГИЯ (лат. transplantatio — күсереү һәм ...логия), булмаған йәки йәрәхәтләнгән ағза һәм туҡымаларға трансплантация алымдарын эшләгән биология һәм медицина тармағы. Туҡыманың тап килмәү законлыҡтарын, трансплантация иммунитетын баҫыу һәм әүҙемләштереү мөмкинлектәрен, ағза һәм туҡымаларҙы...

ТРАНСФУЗИОЛОГИЯ

ТРАНСФУЗИОЛОГИЯ (лат. transfusio — ебәреү һәм ...логия), кешегә ҡан һәм уның компоненттарын, ҡан һәм плазманы алмаштырыусы шыйыҡлыҡтар ебәреү мәсьәләләрен өйрәнгән клиник медицина өлкәһе. Эксперименталь‑теоретик, клиник, производство (сәнәғәт) Т., трансфузион иммунологияға айырыла. Т. бурыстары: синтез,...

ТРАХОМА

ТРАХОМА (гр. trachys — ҡытыршы), күҙҙең антропоноз хроник инфекцион ауырыуы, күҙҙең лайлалы тиресәһенең лимфоид туҡымаһына шешеүҙән килгән матдәләр үтеп инә һәм фолликулалар барлыҡҡа килә (трахома бөртөксәләре), артабан тарҡалып, ит үреп уңала, күҙ мөгөҙсәһенең зарарланыуы һуҡырайыуға килтерә; уға эпидемик...

ТРИХИНЕЛЛЁЗ

ТРИХИНЕЛЛЁЗ (лат. trichinellosis), биогельминтоз, кеше һәм хайуандарҙың паразит арауырыуы. Тыуҙырыусылары: Trichinellidae — Trichinella spiralis ғаиләһе нематодалары (кешелә, күпселек йыртҡыстарҙа һәм бөтә нәмәне ашаған хайуандарҙа паразит булып йәшәй) һәм Trichinella pseudospiralis (имеҙеүселәрҙә һәм...

ТРОМБОФЛЕБИТ

ТРОМБОФЛЕБИТ, тамыр киңлегендә тромб барлыҡҡа килтереп, ҡан тамырҙары көбө шешеүе. Өҫкө (тире аҫты) һәм тәрән (флеботромбоз) веналар; бала тапҡандан һуңғы, операциянан һуңғы, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе ваҡытындағы; үҫә барған (эрерәк ҡан тамырҙарына таралғанда) һәм септик (тромб тарҡалғанда уның...

ТУБЕРКУЛЁЗ

ТУБЕРКУЛЁЗ (лат. tuberculum — төйөрсөк), кеше һәм хайуандарҙың төрлө ағзаларын һәм системаларын зарарлаған, күп төрлө клиник сағылышлы специфик шешеү үҙгәрештәрен барлыҡҡа килтергән хроник инфекцион ауырыу. Тыуҙырыусылары — Mycobacterium tuberculosis, M. bovis, M. bovis BCG, M. africanum туберкулёз...

ТҮЛҺЕҘЛЕК

ТҮЛҺЕҘЛЕК, өлгөргән организмдың тоҡом ҡалдырыуға һәләтһеҙ булыуы. Кеше Т. Ҡатын‑ҡыҙ, ир‑ат Т. һәм башҡа ауырыуҙар м‑н бергә килгән Т.; тулы (уны тыуҙырған сәбәптәр бөтөрөлә алмай) һәм шартлы (сәбәптәр бөтөрөлә ала) Т. айырыла. Ҡатын‑ҡыҙ Т. беренсел (енси тормош башлағандан алып ауырға ҡалмау) һәм...