Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХАЛИҠОВ Валерий Абдулхаҡ улы

ХАЛИҠОВ Валерий Абдулхаҡ улы (14.7.1950, Ишембай ҡ.), нейрохирург. Мед. ф. д-ры (1998), проф. (2002). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (1992) атҡ. табибы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем һәм 1976 й. алып “Ишимбайнефть” НГДУ-һындағы мед.-санитария бүлегенең Ишембай берләштерелгән дауаханаһында,...

ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ

ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ, тарихи үҫеш барышында халыҡ тарафынан тупланған шифалы саралар, дауалау һәм гигиена алымдары һәм күнекмәләре, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн уларҙы файҙаланыу т-да эмпирик белем йыйылмаһы. Башҡорттарҙың Х.м. Башҡортостандың тәбиғәт-климат үҙенсәлектәренә, традицион хужалыҡ формаларына...

ХӘБИРОВА Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы

ХӘБИРОВА Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (17.8.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Малаяҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Татар Малаяҙы а.), ортопед‑травматолог. Мед. ф. д‑ры (1982). ТАССР‑ҙың атҡ. табибы (1985), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956)...

ХӘЙРУЛЛИНА Рәйсә Мәсғүт ҡыҙы

ХӘЙРУЛЛИНА Рәйсә Мәсғүт ҡыҙы (26.11.1949, Октябрьский ҡ.), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1973). 1974 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (1985 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р һәм иммунология лаб. мөдире), 1992 й. — Өфөнөң 8‑се дауаханаһында...

ХӘСӘНОВ Әнүәр Ғиниәт улы

ХӘСӘНОВ Әнүәр Ғиниәт улы (1.2. 1954, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2003) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) 1981 й. тиклем Асҡын үҙәк район дауаханаһында бүлек мөдире булып...

ХӘСӘНОВ Радмир Әнүәр улы

ХӘСӘНОВ Радмир Әнүәр улы (15.10. 1959, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Елембәт а.), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (1994), проф. (1996). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). РФ Журналистар союзы (2016), Яҙыусылар союзы (2017) ағзаһы. БДМИ‑ны (1981), Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. Башҡ‑н филиалын (Өфө, 2000) тамамлаған....

ХИМИОТЕРАПИЯ

ХИМИОТЕРАПИЯ (химия һәм терапия), яман шеш күҙәнәктәренең йәшәүгә һәләтлеген туҡтата торған шешкә ҡаршы химиотерапевтик саралар ярҙамында дауалау. Моно-(бер препарат м-н дауалау) һәм полихимиотерапия (бер үк ваҡытта йәки эҙмә-эҙлекле бер нисә препарат м-н дауалау); адъювант (беренсел шеште хирургик...

ХИРУРГИЯ

ХИРУРГИЯ (гр. cheir – ҡул һәм ergon – ғәмәл, эш), хирургия ауырыуҙарын өйрәнгән һәм операциялар эшләү алымдарын, ысулдарын эшләгән медицина һәм ветеринария өлкәһе. Медицинала Х. Дөйөм, факультет, оператив,госпиталь һәм хәрби-ялан Х. айырыла. Х. бүлектәре: абдоминаль, торакаль, эренле ауырыуҙар, миниинвазив,...

ХИРУРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

ХИРУРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, дөйөм дауалау саралары м-н бер рәттән оператив (хирургик) ҡатнашыу кәрәк булған кеше һәм хайуандарҙың ауырыуҙары. Башлыса хирургик дауалауҙы талап иткән (травмалар, организмдың йәшәү функцияларын боҙған үҫеш кәмселеге һәм тыу­мыштан килгән ауырыуҙар, йомшаҡ туҡымаларҙың һәм эске...

ХИСАМЕТДИНОВ Рәбис Аҡмал улы

ХИСАМЕТДИНОВ Рәбис Аҡмал улы (6.5.1947, БАССР-ҙың Илеш р-ны Этәй а.), һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Мед. ф. д-ры (2005). БР-ҙың атҡ. табибы (1994), СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982). БДМИ-ны тамамлаған (1975). 1977 й. алып 15-се дауахананың, 1980 й. – ҡала кардиология диспансерының (икеһе...

ХИСАМОВ Эрнст Нурғәли улы

ХИСАМОВ Эрнст Нурғәли улы (25.10.1937, БАССР-ҙың Салауат р-ны Арҡауыл а.), гистолог. Биол. ф. д-ры (1998), проф. (1996). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1963) Олёкминск ҡ. район дауаханаһында эшләй. 1966 й. алып БДМИ-ла уҡыта. 1978 й. башлап БДПУ-ла: 1989 й. алып зоология...

ХЛАМИДИОЗ

ХЛАМИДИОЗ, башлыса бәүел-енес системаһын зарарлаған урогениталь инфекцион ауырыу. Тыуҙырыусылары — Chlamydia заты микроорганизмдары: C. trachomatis, C. pneumoniaе, C. рsittaci. Көнкүрештә тығыҙ аралашыу һәм енси бәйләнеш ваҡытында инфицирланған кешеләрҙән, яралғыға ҡарын эсендә йоға. Ауырыуҙың таралып...

ХОЛЕЦИСТИТ

ХОЛЕЦИСТИТ (гр. cholḗ – үт һәм kýstis – ҡыуыҡ), үт ҡыуығының шешеүе. Х. киҫкен (катараль, обструктив, флегмоноз һ.б.) һәм хроник (калькулёз, ташһыҙ һ.б.); беренсел һәм икенсел төрҙәргә бүленә. Х. башланыуына үт ташы ауырыуы, үттең тулышыуы, ҡайһы бер инфекцион һәм паразитар ауырыуҙар (вируслы гепатит,...

ХӨСӘЙЕНОВА Физа Сәләх ҡыҙы

ХӨСӘЙЕНОВА Физа Сәләх ҡыҙы (27.9.1930, БАССР-ҙың Шишмә районы Бәрҫеүәнбаш а. — 13.8.2020, Өфө ҡ.), терапевт. Медицина фәндәре докторы (1973), профессор (1977). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1983), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). БДМИ-ны тамамлағандан һуң...

ХӨСНӨТДИНОВА Золя Әсләм ҡыҙы

ХӨСНӨТДИНОВА Золя Әсләм ҡыҙы (24.7.1950, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Урал а.), гигиенист. Мед. ф. д-ры (1998), проф. (1999). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2005). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1976) Өфө ҡала дезинфекция станцияһында эшләй, 1979 й. алып БДМУ-ла...