Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЙБЫШЕВ Вадим Тимерйән улы

ҠАЙБЫШЕВ Вадим Тимерйән улы (16.7.1960, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Уръяҙы а.), хәрби табип. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). Мед. хеҙмәте полк. (2000). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) ГДР‑ҙа Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә полк мед. пункты һәм мед. хеҙмәте нач., 1989 й. алып Волга...

ҠАН МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ ХЕҘМӘТЕ

ҠАН МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ ХЕҘМӘТЕ, халыҡҡа мед. ярҙамы системаһы; донорҙарҙан ҡан алыу, уны әҙерләү, компоненттарға бүлеү, оҙайлы һаҡлау, ташыуҙы, стационарҙарҙа трансфузиологик ярҙам күрһәтеүгә (ҡара: Трансфузиология) контролде тәьмин итә, донорлыҡты пропагандалай. 1933 й. Өфөлә В.М.Романкевич етәкс....

ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ

ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ, периферик ҡан тамырҙары ауырыуы, тамырҙар киңлегенең тигеҙһеҙ ҙурайыуы, формалары үҙгәреүе һәм һығылмалылығы кәмеүе хас. Ҡ.т.в.к. беренсел (өҫкө ҡан тамырҙары зарарланып, тәрән ҡан тамырҙары нормаль эшләгәндә) һәм икенсел (ҡан тамырҙары клапандары насар эшләгәндә,...

ҠОРҺАҠ ТИФЫ

ҠОРҺАҠ ТИФЫ, кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Ауырыуҙы тыуҙырыусы — тирә‑яҡ мөхиттә бирешмәүсән Salmonella төркөмөндәге бактериялар. Һыу, аҙыҡ һ.б. аша ауырыуҙарҙан, бактерия йөрөтөүселәрҙән йоға. Бактериялар аш һеңдереү юлынан нәҙек эсәктең лимфа төйөндәренә үтеп инә, аҙаҡтан ҡан тамырҙары системаһына...

ҠОТОРОУ АУЫРЫУЫ

ҠОТОРОУ АУЫРЫУЫ, кеше һәм хайуандарҙың үҙәк нервы системаһын зарарлаған тәбиғи сығанаҡлы киҫкен инфекцион ауырыу. Ҡ.а. тыуҙырыусы — Rhabdoviridae ғаиләһенә ҡараған вирус. Кешеләге Ҡ.а. Ауырыған хайуандар аша (тешләнгәндә, йәрәхәтләнгән тирегә, ауыҙҙың, күҙҙең, танауҙың лайлалы тиресәһенә һеләгәй эләккәндә)...

ҠУНАФИНА Елена Рафаэлевна

ҠУНАФИНА Елена Рафаэлевна (26.5. 1965, Өфө), психиатр. Мед. ф. д‑ры (2009). РФ-тың (2012), БР‑ҙың (2010) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) шунда уҡ эшләй. 1989—92 йй. һәм 1994—2003 йй. 1‑се Респ. психиатрия дауаханаһында, бер үк ваҡытта 2001 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге...

ҠЫҘЫЛСА

ҠЫҘЫЛСА, кешенең киҫкен йоғошло ауырыуы. Уны тыуҙырыусылар: РНК‑лы Morbillivirus төрө вирустары; түбән т‑раларҙа бер нисә ай буйы йәшәргә һәләтле, юғары т‑ра, ҡояш яҡтыһы, дезинфекция саралары тәьҫирендә һәләк була. Вакцина эшләнмәгән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 100%-ы Ҡ. йоҡтора ала. Ауырыу һауа...

ҠЫМЫҘ МЕНӘН ДАУАЛАУ

ҠЫМЫҘ МЕНӘН ДАУАЛАУ, дауалау маҡсатында ҡымыҙҡулланыу. Ҡымыҙҙағы еңел үҙләштерелә торған аҡһымдар, витаминдар, микроэлементтар, туйындырылмаған май к‑талары һ.б. уның шифаһын билдәләй. Ҡ.м.д. аш һеңдереү, тын алыу, ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар, йөрәк‑ҡан тамырҙары, нервы һәм эндокрин системалары...