Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭМУЛЬСИЯЛАР

ЭМУЛЬСИЯЛАР, ҡатышмай торған шыйыҡсаларҙың дисперслы системалары. Тәбиғәттә һөт, үҫемлектәрҙең һөт һымаҡ һуты (ҡара: Тәбиғи каучук), эшкәртелмәгән нефть рәүе­шендә осрай; ҡан, составына липосомалар һәм микроорганизмдар ингән системалар Э. яҡын тора. Поляр мөхиттә поляр булмаған шыйыҡсаның тамсылары...

ЭНТОМОЛОГИК ЕЛЕМ

ЭНТОМОЛОГИК ЕЛЕМ, йәбешкәк шыйыҡ елемдәрҙең бер төрө, иҫәпләү һәм идентификациялау маҡсатында культуралы үҫемлектәрҙең ҡоротҡос бөжәктәрен тотоу һәм теркәү өсөн файҙаланыла. Бөжәк тотоу елемдәренең нигеҙе сифатында сайыр, терпендар, нефть ыҫмалалары, тәбиғи ыҫмалалар һ.б. йәбешкәк материалдар ҡулланыла....

ЭПОКСИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

ЭПОКСИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, составында глицидил (бифункциональ молекулаларҙың остарында урынлашҡан) йәки эпоксид (олигомер сылбырҙар йәки циклдар составында) төркөмдәре 2‑нән кәм булмаған мономерҙар һәм олигомерҙар. Түбән (350 — 450), уртаса (500 — 1000), юғары (1000 — 3500) молекуляр; баштағы сеймалы б‑са...

ЭРЕТКЕСТӘР

ЭРЕТКЕСТӘР, матдәләрҙе иретеү, 2 йәки унан күберәк компоненттарҙан бер төрлө системалар булдырыу һәләтенә эйә булған индивидуаль химик берләшмәләр йәки уларҙың ҡатышмаһы. “Шыйыҡса—газ” һәм “шыйыҡса—ҡаты есем” ҡатышмалары өсөн Э. — шыйыҡса, 2 һәм күп компонентлы Э. өсөн — башҡаларынан күберәк миҡдарҙағы...

ЭТАНОЛАМИНДАР

ЭТАНОЛАМИНДАР, дөйөм формулаһы RR’NCH2CH2OH [R=R’=H — моноэтаноламин (2‑аминоэтанол, этаноламин, коламин), R=H,R’=CН2СН2ОН — диэтаноламин (иминодиэтанол), R= =R’=CH2CH2••OH — триэтаноламин (нитрилотриэтанол)] булған амин спирттары. Ҡайһы бер Э. (моноэтаноламин) һәм уларҙың сығарылмалары (мәҫ., холин)...

ЭТИЛ СПИРТЫ

ЭТИЛ СПИРТЫ, этанол, С2Н5ОН, бер атомлы алифатик спирт. Хайуандарҙың һәм кешеләрҙең туҡымалары, ҡаны составында бар; әсегән емеш һәм еләктәрҙә барлыҡҡа килгән углеводтарҙың спиртлы әсеү продукты. Яна торған үҙенсәлекле еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү — 114,15°С, tҡайнау 78,39°С, тығыҙлығы 794 кг/м3, үҙенән‑үҙе...

ЭТИЛЕНДИАМИН

ЭТИЛЕНДИАМИН, 1,2‑диаминоэтан, Н2NC2Н4NH2, алифатик амин. Аммиак еҫле, һауала төтәгән төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 10,9°С, tҡайнау 117°С, тығыҙлығы 899 кг/м3; һауа м‑н ҡу­шылмаһының шартлау сиге күләмгә 3,82 — 19,6%, үҙенән‑үҙе янып китеү т‑раһы 403°С. Һыуҙа, спиртта, ацетонда эрей, эфирҙа — сикле эрей, углеводородтарҙа...

ЭФИР МАЙҘАРЫ

ЭФИР МАЙҘАРЫ, эфир майлы үҫемлектәр тарафынан бүлеп сығарылған осоусан органик берләшмәләр (ирекле хәлдә йәки гликозидтар рәүешендә) ҡатышмаһы. Төп компоненттары — терпендар һәм терпеноидтар, алифатик (альдегидтар, кетондар, лактондар, органик к‑талар, спирттар, углеводородтар, фенолдар, эфирҙар һ.б.)...

ЭФИРҘАР

ЭФИРҘАР, кислородлы органик берләшмәләр. Ябай (молекулаларҙа 2 углеводород радикалы кислород атомы м‑н бәйләнгән) һәм ҡатмарлы (минераль йәки карбон кислоталарында гидроксил төркөмдәренең водород атомдарын углеводород радикалдарына алмаштырыу продукттары) Э. айырыла. Тәбиғәттә ҡатмарлы Э. балауыҙ, май,...

ЮҒАРЫ МОЛЕКУЛЯР БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ

ЮҒАРЫ МОЛЕКУЛЯР БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ, полимерҙар­ҙыңсинтезын, төҙөлөшөн, үҙсәнлектәрен һәм ҡулланылышын өйрәнгән химия бүлеге. Аналитик­ химия, коллоидтар­ химияһы, материалдарҙы өйрәнеү ғилеме, органик­булмаған­ химия, органик­ химия, полимерҙар физикаһы, физик­химия, химик­ технология, нефть ­химияһы...

ЮҒАРЫ ТЕМПЕРАТУРАҒА СЫҘАМЛЫ ПОЛИМЕРҘАР

ЮҒАРЫ ТЕМПЕРАТУРАҒА СЫҘАМЛЫ ПОЛИМЕРҘАР. Эксплуатация үҙсәнлектәрен 250—300°С тиклем һаҡлайҙар. Юғары т‑раға (юғары т‑рала деструкцияға тотороҡло), йылылыҡҡа (механик йөкләнешкә деформацияһыҙ) сыҙамлылыҡ хас, улар полимер тибына, уларҙағы химик бәйләнештәрҙең ныҡлығына, кристаллик структураның дефекттарына,...

ЯҒЫУЛЫҠТЫ КӨКӨРТТӘН ТАҘАРТЫУ

ЯҒЫУЛЫҠТЫ КӨКӨРТТӘН ТАҘАРТЫУ, нефтте, нефть продукттарын көкөрт ­һәм уның берләшмәләренән таҙартыу. Химик (көкөрт к‑таһы, һелте, гипохлорит м‑н һәм окисландырыу, ш. иҫ. металл, уның оксидтары, тоҙҙары һ.б. м‑н эшкәртеү), физик‑химик (экстракция — шыйыҡ плюмбит, селектив эреткестәр м‑н; адсорбция — боксит,...

ЯҒЫУЛЫҠТЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

ЯҒЫУЛЫҠТЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, сифаттарын яҡшыртыу, әүерелеү дәрәжәһен күтәреү һәм сәнәғәттә ҡулланыу өсөн химик продукттар алыу маҡсатында углеводород сеймалын (тәбиғи­газ, нефть, ҡаты­ яғыулыҡ) һәм уның беренсел эшкәртеү продукттарын термик тарҡатыу технологик процесы. Я.т.ы.м.э. тик юғары...

ЯКОВЛЕВА Марина Петровна

ЯКОВЛЕВА Марина Петровна (26.7. 1965, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Органик химия ин‑тында эшләй (1999 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре монотерпен лактондар, аҙ молекулалы биокөйләгестәр химияһына арналған. Я. тарафынан нефтехимия (тетрагидропиран,...

ЯҺАЛМА КҮН

ЯҺАЛМА КҮН, техник, галантерея изделиеларын әҙерләү, аяҡ кейеме, өҫ кейеме, баш кейеме тегеү өсөн тире урынына ҡулланылған полимер материал. Етештереү ысулы, баштағы материал тибы б‑са аяҡ кейеме резинаһына, ҡаты йәки йомшаҡ Я.к. (ҡатырға тибындағы); тәғәйенләнеше б‑са — аяҡ кейеме, өҫ кейеме, галантерея...