Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАКТЕРИАЛЬ АШЛАМАЛАР

БАКТЕРИАЛЬ АШЛАМАЛАР, а.х. культуралары өсөн файҙалы тупраҡ микроорганизмдары булған препараттар. Б.а. м‑н эшкәртелгән орлоҡтарҙы сәскән саҡта үҫемлектәрҙең тамыр зонаһында тупраҡтағы биохимик процестарҙы көсәйтеүсе микроорганизмдар сығанағы барлыҡҡа килә, был а.х. культураларының уңдырышлылығын һәм...

БАЛ ҠОРТО АУЫРЫУҘАРЫ

БАЛ ҠОРТО АУЫРЫУҘАРЫ. Йоғошло һәм йоғошһоҙға бүленә. Йоғошһоҙ Б.ҡ.а. һыуыҡ тейгән үрсем, япраҡ балы һәм һеркә токсикозы, химик токсикоздар һ.б. ҡарай. Йоғошло Б.ҡ.а. бактериялар (америка сереге, европа сереге, ялған серек ауырыуы), вирустар (вируслы фалиж, ҡапсыҡлы үрсем), бәшмәктәр (аскосфероз, аспергиллёз,...

БАЛ ҠОРТО БАЛАУЫҘЫ

БАЛ ҠОРТО БАЛАУЫҘЫ, 1) эшсе бал ҡорттарының балауыҙ биҙҙәре бүлеп сығарған майға оҡшаш матдә, ул кәрәҙҙәр ҡороу, бал м‑н тулы кәрәҙ күҙәнәктәрен ябып ҡуйыу өсөн ҡулланыла. Төҫө аҡтан алып көрәнгә тиклем. Б.ҡ.б. ҡатмарлы эфирҙарҙан (75%‑ҡа тиклем), туйындырылған углеводородтарҙан (12—12,5%), ирекле карбон...

БАЛТЫРҒАН

БАЛТЫРҒАН (Heracleum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, Төньяҡ Америка һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда себер Б. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡырлы‑бураҙналы, тармаҡлы, 60—200 см бейеклектә. Япрағы ҡауырһын формаһында, эре....

БАҪЫУСЫЛЫҠ

БАҪЫУСЫЛЫҠ, баҫыу культуралары продукцияһы етештереү; үҫемлекселек тармағы. Баҫыу культураларын баҫыу һәм мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә үҫтерәләр; ҡулланылышы б‑са ҡауын‑ҡарбуз культуралары, иген культуралары, мал аҙығы культуралары, бүлбелеләр һәм тамыраҙыҡтар, май биреүсе культуралар, наркотик, сүс...

БАҺАУЕТДИНОВ Рәйес Ғөбәйҙулла улы

БАҺАУЕТДИНОВ Рәйес Ғөбәйҙулла улы (15.1.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Үрге Уҫылы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Үрге Уҫылы а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951 й. алып Стәрлетамаҡ р‑нында эшләй: Уҫылы МТС‑ы агрономы, 1956 й. — “Байраҡ”...

БАҺАУЕТДИНОВ Фәтих Йәһүҙә улы

БАҺАУЕТДИНОВ Фәтих Йәһүҙә улы (30.3.1951, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны 2‑се Сулпан а.), тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). Й.Ғ.Баһауетдиновтың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1976 й. алып Биология ин‑тында эшләй (1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1997 й. — БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре...

БӘХТИЗИН Нәзиф Раян улы

БӘХТИЗИН Нәзиф Раян улы [31.12.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Аташ а. (БР‑ҙың Илеш районы) — 21.10.2007, Өфө ҡ.], агроном. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1955), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). СССР‑ҙың (1969) һәм РСФСР‑ҙың (1986) ауыл...

БЕЛЬСКИЙ, могар сорты

БЕЛЬСКИЙ, могар сорты. 1978 й. Э.М.Кузеев, С.С.Умов, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин (БНИИСХ) тарафынан Уфимский сортынан индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,2 м тиклем, 8—10 быуынлы, ҡыуағы төҙ. Япраҡлылығы 65%‑ҡа тиклем. Япрағының оҙонлоғо 25—45 см. Сәскәлеге 9—16 см оҙонлоҡтағы орсоҡ...

БЕСӘН

БЕСӘН, сабылған үләнде 15—17% дымы ҡалғанға тиклем киптереү юлы м‑н алынған ҡоро мал аҙығы. Б. әҙерләү өсөн тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең, күп йыллыҡ, бер йыллыҡ ҡуҙаҡлылар һәм ҡыяҡлылар һәм уларҙың ҡатнашмаһы сәсеүлектәренең үҫемлектәр япмаһы файҙаланыла. Иң файҙалы Б. люцерна, клевер, көнсығыш козлятнигынан...

БИБИНУР, люцерна сорты

БИБИНУР, күк гибридлы люцерна сорты. 1995 й. Р.С.Йәнекәев, Ғ.Ҡ.Зарипова, Х.Ғ.Кашапов (БНИПТИЖиК) Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ин‑ты (С.‑Петербург) өлгөләрен яңынан ирекле һеркәләндереү юлы м‑н алынған люцернаның гибридлы популяцияһынан индивидуаль‑ғаиләле һайлап алыу ысулы м‑н сығарған. Ярым төҙ ҡыуаҡ, бейеклеге...

БИКБУЛАТОВ Зиннур Ғизелхаҡ улы

БИКБУЛАТОВ Зиннур Ғизелхаҡ улы (20.1.1947, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Исламғол а. — 26.4.2009, шунда уҡ), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1999). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. к‑зы баш зоотехнигы, һыйыр малы һимертеү комплексы нач., 1980 й. алып КПСС‑тың Мәләүез ҡала ком‑ты секретары,...

БИКҠОЛОВ Мөнир Кәрәмәт улы

БИКҠОЛОВ Мөнир Кәрәмәт улы (25.3.1944, Чкалов өлкәһе Ғабдрафиҡ а. — 23.7.2016, Өфө ҡ.), Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. 1971—2004 йй. “БЭТО” ААЙ‑ында механик йыйыу эштәре слесары булып эшләй. Цехта хеҙмәтте ойоштороуҙың бригада системаһын индереүҙе башлап ебәреүселәрҙең береһе. Махсус техника аппаратураһы...

БИКТИМЕРОВ Әнүәр Нурислам улы

БИКТИМЕРОВ Әнүәр Нурислам улы [15.5.1920, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Шишмә а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 25.10.2000, шунда уҡ], селекционер. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1942). 1946 й. алып Йоматау умартасылыҡ техникумында уҡыта, 1952 й. —...

БИОЛОГИК ИГЕНСЕЛЕК

БИОЛОГИК ИГЕНСЕЛЕК, химиялаштырыу сараларын (минераль ашламалар, пестицидтар) кәметеп йәки бөтөнләй ҡулланмай а.х. биологик факторын интенсификациялауға нигеҙләнгән игенселек системаһы. Б.и. органик ашламаларҙың (ш. иҫ. йәшел ашлама, һалам, үҫемлек ҡалдыҡтары), бактериаль ашламаларҙың бөтә төрөн ҡулланыуҙы;...

БИОЛОГИК ПРЕПАРАТТАР

БИОЛОГИК ПРЕПАРАТТАР, ауыл хужалығында: ветеринарияла һәм үҫемлекселектә ҡулланылған биол. сығышлы матдәләр. Ветеринар практикала ҡулланылыусы Б.п. ддиагностик (аллергендар, антигендар, диагностик сывороткалар), дауалау (гаммаглобулиндар, специфик гипериммун сывороткалар һ.б.), иҫкәртеү (анатоксиндар,...

БИРСКАЯ 1, урман айрауығы сорты

БИРСКАЯ 1, урман айрауығы сорты. 1993 й. В.И.Казачук, Р.С.Йәнекәев (БНИПТИЖиК) тарафынан БР флораһы үрнәктәренән күп тапҡыр күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Ҡыуағы ярым киң, уртаса тығыҙлыҡта, һабағы йомро, төҙ, бейеклеге 1,5 м тиклем. Япраҡлылығы тигеҙ (52—83%). Япрағы уртаса йомшаҡлыҡта, эре,...

БИРСКАЯ 3, ҡарабойҙай сорты

БИРСКАЯ 3, ҡарабойҙай сорты. 1969—71 йй. В.Ф.Погодин һәм А.И.Сызранцева (БНИИСХ) тарафынан Калининская һәм Богатырь сорттарын һеркәләндереп, артабан күп тапҡыр индивидуаль һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге яҡынса 1 м, йәшел, япраҡлылығы уртаса. Япрағы шыма, аҫ яҡтан бер аҙ төклө. Сәскәһе...

БЛИЗНЕЦОВ Альберт Васильевич

БЛИЗНЕЦОВ Альберт Васильевич (29.9.1935, БАССР‑ҙың  Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2002), проф. (1994). БАССР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) БНИИСХ‑ла эшләй (1967—72 йй. лаб. мөдире). 1973 й. һәм 2010 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта, 1978—97 йй. айырым зоотехния...

БОЙҘАЙ

БОЙҘАЙ (Triticum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Донъяның күп илдәрендә таралған яҡынса 30 ҡырағай һәм культуралы төрө билдәле. Башҡортостанда йомшаҡ һәм ҡаты Б. (ужым һәм яҙғы формалары) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — 30—200 см бейеклектәге һалам. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — ҡатмарлы...