Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАМЫРАҘЫҠТАР

ТАМЫРАҘЫҠТАР, 1) төп тамырҙың һәм (йәки) ер аҫты һабағының үҫеп китеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡайһы бер культуралы үҫемлектәрҙең көслө, һутлы ер аҫты ағзалары. 2) Һутлы тамырҙар алыу өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. Т. төрлө ғаиләләргә — әүернә һымаҡтар (гәрәнкә, редис, торма, турнепс, шалҡан һ.б.),...

ТАМЫРҺАБАҠЛЫ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

ТАМЫРҺАБАҠЛЫ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, башлыса вегетатив юл м‑н ер аҫты үренделәре (тамырһабаҡтары) ярҙамында үрсеүсе күп йыллыҡ үләндәр. Т.ҡ.ү. баҫыу бөтнөгө, баҫыу ҡырҡбыуыны, гумай, һырылыусан аҡтамыр, ябай ҡамыш, ябай үгәй инә үләне һ.б. инә. Т.ҡ.ү. — ныҡ тамыр йәйгән ҡый үләндәре. Тамырһабаҡтарҙың урынлашыу...

ТАРЫ

ТАРЫ (Panicum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 400‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Азияла, Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда ябай Т. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 45—150 см. Япрағы ҡыяҡлы. Сәскәлеге — һепертке. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше —...

ТАТЫРЛЫҠ

ТАТЫРЛЫҠ, ҡоро климат һәм тупраҡ эретмәһендә еңел эреүсән тоҙҙар йыйылғанда парға әйләнеүсән һыу режимы шарттарында дала, сүл һәм ярымсүл тупраҡтарының тоҙланыу осрағында формалашҡан тупраҡ төрҙәре. Т. тупраҡ горизонттарына насар бүленә, капилляр күтәрелеү иҫәбенә тоҙҙар эретмәһенә туйына, бер аҙ тығыҙ,...

ТАУ ИГЕНСЕЛЕГЕ

ТАУ ИГЕНСЕЛЕГЕ, таулы һәм тау буйындағы райондарҙа а.х. культураларын үҫтереү алымдары системаһы. Башҡортостандың тау‑урман зонаһында 90,1 мең га һөрөнтө ер урынлашҡан (2011). Т.и. үҙенсәлектәре: рельефтың бүлгеләнгәнлеге, төрлөлөгө, а.х. ерҙәренең көтөүлек дигрессияһына һәм тупраҡ эрозияһына дусар...

ТАУ ТУПРАҒЫ

ТАУ ТУПРАҒЫ, тауҙарҙа барлыҡҡа килгән тупраҡтарҙың геогр. төркөмө. Т.т. тигеҙлек тупрағынан ҡалынлығы (бигерәк тә текә битләүҙәрҙә), ҡырсынташтар булыуы, составында беренсел минералдарҙың күплеге, тупраҡ профиле м‑н айырылып тора. Тауҙарҙа тигеҙлектәрҙә формалашҡан барлыҡ генетик төрҙәге тупраҡтар осрай....

ТАҺИРОВ Хәмит Харис улы

ТАҺИРОВ Хәмит Харис улы (31.1. 1957, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), ветеринар врач. А.х. ф. д‑ры (2005), проф. (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Ҡурған өлк. Әлмән р‑нының “Әлмән” с‑зында ветеринар врач, 1980 й. алып “Малышевский” с‑зында баш ветеринар врач. 1984—2000 йй. Бөтә Рәсәй ит малсылығы...

ТӘБИҒИ МАЛ АҘЫҒЫ ЕРҘӘРЕ

ТӘБИҒИ МАЛ АҘЫҒЫ ЕРҘӘРЕ, тәбиғи үҫемлектәр япмаһы булған мал аҙығы ерҙәре (сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр). Башҡортостанда Т.м.а.е. майҙаны 3,4 млн га ашыу тәшкил итә, шуларҙан сабынлыҡтар — яҡынса 1,2 млн га, көтөүлектәр — 2,2 млн га ашыу (2013). Иң ҡиммәтлеләре булып уңдырышлы үҫемлектәр япмаһынан торған...

ТӘМЛӘТКЕС КУЛЬТУРАЛАР

ТӘМЛӘТКЕС КУЛЬТУРАЛАР, составында хуш еҫле матдәләр булған үҫемлектәр. Йәшелсә культураларына ҡарай. Ҡара борос (борос һымаҡтар ғаиләһенән), ҡәнәфер ағасы (мирт һымаҡтар), дәрсен ағасы, лавр (икеһе лә — лавр һымаҡтар), мөшкәт (мөшкәт һымаҡтар), имбир, кардамон (икеһе лә — имбир һымаҡтар), ваниль (әшәлсә...

ТЕХНИК КУЛЬТУРАЛАР

ТЕХНИК КУЛЬТУРАЛАР, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн сеймал итеп ҡулланылған махсус үҫтерелеүсе үҫемлектәр. Т.к. май биреүсе культуралар (көнбағыш, соя, шипкән һ.б.), шәкәрле (шәкәр ҡамышы, шәкәр сағаны, шәкәр сөгөлдөрө һ.б.), крахмаллы (батат, картуф, ямс һ.б.), эфир майлы (аҡәнис, бөтнөк, мөшкәт шалфейы...

ТИМОФЕЕВКА

ТИМОФЕЕВКА (Phleum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: болон Т. һәм дала Т. Кәүшәк кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, яҡшы япраҡланған, бейеклеге 110 см тиклем....

ТОҘЛО ТУПРАҠ

ТОҘЛО ТУПРАҠ, ҡоро климат һәм йыуылмаусы һыу режимы шарттарында тупраҡтың һеңдереү комплексында натрий йыйылғанда (күләмдең 10—70%‑ы) урман‑дала, дала һәм ярымсүл тупраҡтарының тоҙланыу осрағында формалашҡан тупраҡ төрҙәре. Т.т. профиле тупраҡ горизонттарына аныҡ бүленә: һорғолт төҫтәге серетмәле татырлыҡ...

ТОЛСТОЛОБИКТАР

ТОЛСТОЛОБИКТАР (Hypophthalmichthynae), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡтарҙың 2 заты. Сөсө һыуҙа өйөр булып йәшәүсе балыҡтар, Көнсығыш Азия йылғаларында Амур й. алып Ҡытайҙың көньяғына тиклем таралған. Кәүҙә оҙонлоғо — 100 см тиклем, ауырлығы — 40 кг тиклем. Кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ,...

ТОМАТ

ТОМАТ, п о м и д о р (Lycopersicon), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бер йәки күп йыллыҡ үлән һәм ярым ҡыуаҡ заты. 3 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 7) төрө билдәле: перу Т., төклө Т., ябай йәки ысын Т. Ҡырағай рәүештә Көньяҡ Америкала, Канар утрауҙарында осрай. Ябай Т. бер йыллыҡ йәшелсә культураһы...

ТОПИНАМБУР

ТОПИНАМБУР, е р  г р у ш а һ ы (Helianthus tuberosus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Тыуған ере — Төньяҡ Америка, унда Т. культураға индерелә. Төньяҡ Америкала, Белоруссияла, Францияла, Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, ш. иҫ. Башҡортостанда үҫтерелә. Ер аҫты үренделәрендә (столондарында) аҡ,...

ТОРОН

ТОРОН, үҫемлектәрҙең торон бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуы. Иң ҙур зыянды иген культураларына килтерә. Емшәндәрен, башаҡтарын, һеперткеләрен, сәкәндәрен, һабаҡтарын, япраҡтарын зарарлай, улар споралы ҡара массаға әүерелә. Башҡортостанда бойҙайҙың, арпаның, һолоноң саң һәм ҡаты Т.; арыштың һабаҡ...

ТРИТИКАЛЕ

ТРИТИКАЛЕ (Triticale), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты; бойҙай м‑н арыш гибриды. Ҡырағай рәүештә осрамай. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — 3—6 быуын араһы булған цилиндр формаһындағы һалам, бейеклеге 80—180 см. Япрағы сиратлы, ултырма. Сәскәлеге — ҡатмарлы башаҡ. Емеше — яланғас бөртөксә, июль...

ТУГАЙ

ТУГАЙ, судан үләне сорты. 1978 й. Ә.Н.Биктимеров (БНИИСХ) тарафынан Бродская 2, Казанская, Камышенская скороспелая, Лунинская, Пензенская ранняя сорттарынан алынған үҙенән‑үҙе һеркәләнеүсе линияларҙы ҡатмарлы гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағы төҙ, бейеклеге 180—200 см, 5—7 быуын араһы бар, йығылмай....

ТУЙМАЗЫ ҠОШСОЛОҠ ФАБРИКАҺЫ

ТУЙМАЗЫ ҠОШСОЛОҠ ФАБРИКАҺЫ, ААЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә. Туймазы р‑ны Дуҫлыҡ а. урынлашҡан. Т.ҡ.ф. составына төп етештереү цехтары: сәнәғәт көтөүе, себеш үҫтереү, ҡош салыу, йомортҡаны сорттарға айырыу, йомортҡа онтағы киптереү; ярҙамсы цехтар: ремонт-механика, ремонт‑төҙөлөш,...

ТУҠТАРОВ Варис Рәфҡәт улы

ТУҠТАРОВ Варис Рәфҡәт улы (9.6. 1959, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡарағош а.), зооинженер. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре умартасылыҡҡа, бал ҡорто ауырыуҙарына, экологияға арналған. Т. тарафынан...