Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАҘ ТУПРАҒЫ

ҺАҘ ТУПРАҒЫ, оҙайлы артыҡ дымланыу шарттарында дым яратыусы үҫемлектәр донъяһы аҫтында формалашҡан тупраҡ тибы. Ҡоро ер һаҙланғанда һәм һыу ятҡылыҡтары торфланғанда барлыҡҡа килә. Һыу айырғыстарҙа яуым‑төшөм м‑н артыҡ дымланғанда гигрофиттар аҫтында (торф‑глейлы һәм торфлы тупраҡтар) һәм битләүҙәр нигеҙендә,...

ҺАРЫ БИЛСӘН

ҺАРЫ БИЛСӘН (Sonchus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, башлыса Евразияла һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Һөт һымаҡ һуты булған бер (баҡса Һ.б., ҡытыршы Һ.б.), күп (һаҙ Һ.б., ялан Һ.б., йәки Һ.б.) йыллыҡ үлән. Һабағы 60—200 см тиклем бейеклектә,...

ҺАРЫҠСЫЛЫҠ

ҺАРЫҠСЫЛЫҠ, һарыҡ үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Еңел сәнәғәт өсөн ҡиммәтле сеймал төрҙәре (йөн, иләнгән һарыҡ тиреһе, илтер) һәм аҙыҡ продукттары (ит, һөт, май) бирә. Һарыҡ һөтөнән сыр әҙерләнә. Йөнөнән туҡыма, трикотаж, баҫылған әйберҙәр эшләнә. Һарыҡ тиреһе мех һәм тун өсөн иләнә. Һ. продуктлылығының...

ҺАРЫМҺАҠ

ҺАРЫМҺАҠ (Allium sativum), һуған затына ҡараған үҫемлек. Ҡырағай Һ. — Кавказда, Урта Азия, Һиндостан тауҙарында, Урта диңгеҙ буйында, Көньяҡ Ҡаҙағстанда; культуралы Һ. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африканың, Австралияның тропик райондарында таралған. Башҡортостанда йәшелсә культураһы булараҡ...

ҺОЛО

ҺОЛО (Avena), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда буш Һ. (ҡара һоло) һәм шырт Һ. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Һабағы (һаламы) төҙ, шыма, төкһөҙ, бейеклеге 100—120 см. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Башағы эре, ҡыҫҡа, 2—4 сәскәле. Аҫҡы...

ҺОРО УРМАН ТУПРАҒЫ

ҺОРО УРМАН ТУПРАҒЫ, ваҡытлы йыуынты һыу режимындағы континенталь климат шарттарында башлыса делювиаль ултырмаларҙағы болон‑дала үҫемлектәре м‑н япраҡлы урмандар аҫтында формалашҡан тупраҡ тибы. Һ.у.т. өсөн өҫкө горизонттарҙа органик матдә һәм минераль элементтар тупланмаһы, ләмдең, тимер һәм алюмин...

ҺӨРӨНТӨ ЕР

ҺӨРӨНТӨ ЕР, ауыл хужалығы ере, системалы рәүештә эшкәртелә һәм иген культуралары, техник культуралар, картуф, йәшелсә культуралары һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү өсөн ҡулланыла. Һ.е. сәсеү әйләнештәрендәге баҫыуҙар, йәшелсә баҡсалары һәм яңы үҙләштерелгән ерҙәр ҡарай. 2008 й. Башҡортостанда Һ.е....

ҺӨРӨҮ

ҺӨРӨҮ, ер эшкәртеү ысулы. Ҡатламды ҡырҡыу, ваҡлау, йомшартыу һәм әйләндереүҙе тәьмин итә. Тупраҡтың һыу, һауа, йылылыҡ режимдарын көйләүгә, ҡый үләндәрен, а.х. культуралары ҡоротҡостарын һәм ауырыу тыуҙырыусыларҙы бөтөрөүгә һ.б. булышлыҡ итә. Төрлө формалағы кәҫтаҡталы, алтөрәнле (тупраҡтың өҫкө ҡатламын...

ҺУҒАН

ҺУҒАН (Allium), һуған һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 450 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 16 төрө үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбаш үҫемлектәр. Һабаҡтары уҡ һымаҡ, бейеклеге 20—150 см тиклем. Япраҡтары күп, һирәк осраҡта яңғыҙ, еңсә йәки ултырма, һыбыҙғыға оҡшаған, еп...

ҺУҒАРЫУЛЫ ИГЕНСЕЛЕК

ҺУҒАРЫУЛЫ ИГЕНСЕЛЕК, а.х. культураларын һуғарыу шарттарында үҫтереү. Ҡоролоҡло һәм йылдың айырым осорҙарында дым м‑н етерлек тәьмин ителмәгән райондарҙа барлыҡҡа килгән игенселек төрҙәренең береһе. Һуғарыулы ерҙәрҙә а.х. культураларының уңдырышлылығы һуғарылмай торған ерҙәргә ҡарағанда 2— 3 тапҡырға...

ҺУТЛЫ МАЛ АҘЫҠТАРЫ

ҺУТЛЫ МАЛ АҘЫҠТАРЫ, ҡатнашмалы һыу миҡдары юғары булған (40%‑тан ашыу) мал аҙыҡтары. Һ.м.а. йәшел мал аҙығы, тамыраҙыҡтар, бүлбеаҙыҡтар, ҡауын‑ҡарбуз культуралары, силос, сенаж инә. 1 кг Һ.м.а. туҡлыҡлылығы — 0,10—0,34 мал аҙығы берәмеге, ҡоро матдәһе еңел үҙләштерелеүсе углеводтарға (крахмал, шәкәр)...

ҺЫЙЫРСЫЛЫҠ

ҺЫЙЫРСЫЛЫҠ, 1) башҡорттарҙа традицион хужалыҡ системаһында төп шөғөл (ҡара: Хужалыҡ‑мәҙәни типтар). Көньяҡ Уралда Һ. неолит аҙ. барлыҡҡа килгән, был турала Дәүләкән, Ҡарабалыҡты, Мауыҙҙы, Мулла һ.б. тораларҙағы һыйыр малы һәм һарыҡ‑кәзә һөйәктәренең табылдыҡтары раҫлай. Энеолитта төбәктең тәбиғәт‑климат...

ҺЫРҒАНАҠ

ҺЫРҒАНАҠ (Нippophaё), ноҡот һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда эт муйылы һымаҡ Һ. үҫтерелә. Ике өйлө, сәнскеле, ныҡ тарбаҡлы ҡыуаҡ йәки ағас, бейеклеге 3,5 м тиклем, ҡараһыу һоро ҡабыҡлы. Япрағы һаплы, сиратлы, бөтөн,...