Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛТЫНБАЕВ Ғәли Мансур улы

АЛТЫНБАЕВ Ғәли Мансур улы (19.11.1956, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Аллағыуат а.), баянсы. БР-ҙың атҡ. (1994) һәм халыҡ (2012) артисы. Салауат музыка уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1977; Н.А.Гредин класы) 1978 й. тиклем музыка мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта район мәҙәниәт йортоноң (Мәләүез ҡ.) халыҡ...

АМАНГИЛДИНА Римма Зәйнетдин ҡыҙы

АМАНГИЛДИНА Римма Зәйнетдин ҡыҙы (1.4.1972, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Хәлил а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2006) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1993; Ф.Ф.Сәғитова класы), ӨДСА‑ны (2005) тамамлаған. 1993 й. алып Башҡ. филармонияһының эстрада артист‑вокалисы. Йырсының вокаль сәнғәте нәфислек, матур...

ӘБДЕЛМӘНОВ Ғүмәр Мөғәлләм улы

ӘБДЕЛМӘНОВ Ғүмәр Мөғәлләм улы [15.12.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Суҡраҡлы а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 30.10.2020, Өфө ҡ.], йырсы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1989). Башҡ. театр‑художество училищеһын тамамлаған (1951). 1955 й. башлап БАССР МС эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ комитеты, 1959 й. — БАССР...

ӘБДЕЛМӘНОВ Йәмил Әбделәхәт улы

ӘБДЕЛМӘНОВ Йәмил Әбделәхәт улы (29.4.1965, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Һарт‑Шишмә а.), йырсы (баритон). РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (1999) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2002). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1993; С.Ә.Асҡаров класы) БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында,...

ӘЙҮПОВА Венера Хәҙис ҡыҙы

ӘЙҮПОВА Венера Хәҙис ҡыҙы (10.1.1955, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Бәләкәй Учалы эшселәр ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), музыка белгесе. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989), РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2010). Халыҡ‑ара музыка эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1996). ӨДСИ‑не тамамлаған (1981). 1976 й. алып Башҡорт филармонияһы...

ӘСӘҘУЛЛИНА Индира Илдус ҡыҙы

ӘСӘҘУЛЛИНА Индира Илдус ҡыҙы (9.7.1973, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә эшселәр ҡсб), пианист. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (2008) артисы. ӨДСИ‑не (1998; С.А.Дукачёв класы), уның эргәһендәге ассистентура‑стажировканы тамамлаған (2001; Э.Р.Симонова класы). 1992 й. алып Башҡорт хореография уч‑щеһы, 1997 й....

ӘХМӘҘИЕВА Ғәлиәбаныу Ниязмөхәмәт ҡыҙы

ӘХМӘҘИЕВА Ғәлиәбаныу Ниязмөхәмәт ҡыҙы (28.8.1948, Ырымбур ҡ.), музыка белгесе, педагог‑методист, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2009). Композитор­ҙар союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974) Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1993 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта, бер үк ваҡытта 1993—2005...

БАЛАЛАР МУЗЫКАҺЫ

БАЛАЛАР МУЗЫКАҺЫ, балалар тарафынан тыңлау йәки башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыка. Сағыу образлылыҡ, конкрет йөкмәтке, форманың аныҡлығы һәм ҡыҫҡалығы м‑н билдәләнә. Инструменталь Б.м. программалылыҡ, һүрәтләү, тауыштарҙы оҡшатыу, беренсел жанрҙарға (йыр, бейеү, марш) һәм фольклорға таяныу хас. Балалар...

БАЛЕТ МУЗЫКАҺЫ

БАЛЕТ МУЗЫКАҺЫ, хореографик кәүҙәләнеште иҫәпкә алып, сценарий планы нигеҙендә ижад ителеүсе, балет спектаклен оҙатып барған һәм уның художестволы идеяһын һәм образлы драматик йөкмәткеһен асып биргән музыка. Б.м. үҙ эсенә масштабы һәм драматургия функциялары б‑са төрлө булған традицион классик формаларҙы —...

БАЛЛАДА

БАЛЛАДА (фр. ballade), 1) лиро‑эпик шиғриәт жанры. Көслө драматик характерҙағы, легендар, героик йә тарихи йөкмәткеле сюжетлы шиғыр. Б. нигеҙен ғәҙәттән тыш сағыу ваҡиға тәшкил итә. Жанр проблематикаһы милли‑тарихи һәм романтик булырға мөмкин. Б. композицион һәм стилистик саралары: ваҡиғаларҙың тиҙ...

ВАРИАЦИЯЛАР

ВАРИАЦИЯЛАР (лат. variatio — үҙгәреш), 1) теманы (ҡайһы саҡта ике йәки күберәк) артабан үҙгәртеп ҡабатлауҙар м‑н сағылдырыуға ҡоролған муз. форма. Теманың көйө, ритмы, фактураһы, гармонияһы, тембры, тоны, композицияһы, жанры, образы үҙгәрергә мөмкин. В. үҙ аллы муз. әҫәр, ш. уҡ ҙур вокаль йәки инструменталь...

ВӘДҮТОВ Рәжәп Муллағәле улы

ВӘДҮТОВ Рәжәп Муллағәле улы (16.5.1948, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Кесе Учалы ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), баянсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1995) артисы. Куйбышев пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) Уча‑ лы балалар муз. мәктәбендә уҡыта, 1973 й. алып Башҡ. филармонияһы, 1985 й. — Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑ты...

ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы

ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы (18.1.1951, БАССР‑ҙың Шаран районы Хафиз а.), йырсы. БР‑ҙың (2011) һәм ТР‑ҙың (2007) халыҡ, БАССР‑ҙың (1989) һәм ТР‑ҙың (1994) атҡаҙанған артисы. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (1979; Д.Ә.Мусин класы). 1970 й. алып Туймазы ҡ. мәҙәниәт һарайы, 1973—74 йй. Бүздәк район мәҙәниәт...

ВӘЛИЕВ Мәсәлим Мөшәрәп улы

ВӘЛИЕВ Мәсәлим Мөшәрәп улы (26.3.1888, Ырымбур ҡ. — 2.1.1956, Өфө), композитор, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1940). Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). 1917 й. алып Көнсығыш муз. мәктәбе (Ырымбур) уҡытыусыһы, 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә, унда художестволы үҙешмәкәрлекте...

ВӘЛИЕВА Баныу Нурғәле ҡыҙы

ВӘЛИЕВА Баныу Нурғәле ҡыҙы (14.12.1914, Ҡазан губ. Шәмбалыҡсы а. — 24.2.2003, Өфө), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано), педагог. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1947) халыҡ, РСФСР-ҙың (1949) һәм БАССР‑ҙың (1942) атҡ. артисы. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1938;...

ВӘЛИУЛЛИН Рифғәт Абдулла улы

ВӘЛИУЛЛИН Рифғәт Абдулла улы (20.9.1935, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Үрге Бишенде а. — 3.1.2007, Өфө), режиссёр. РФ‑тың (1996) һәм БАССР- ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Рен. А.Вәлиуллиндың һәм Рим А.Вәлиуллиндың ағаһы. ГИТИС‑ты тамамлаған (1966; И.М.Туманов класы)....

ВӘЛМӨХӘМӘТОВ Радик Сәфәрғәле улы

ВӘЛМӨХӘМӘТОВ Радик Сәфәрғәле улы (12.2.1966, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ташбулат а.), йырсы. БР- ҙың халыҡ (2011) һәм атҡ. (2003) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1991; Ә.К.Мәсәлимова класы), ӨДСА‑ны (2001; Р.М.Мусина класы) тамамлаған. 1991 й. алып “Таусы” мәҙәниәт йорто, 1998 й. — Башҡ. филармонияһының Нефтекама...

ВИНОГРАДОВ Василий Иванович

ВИНОГРАДОВ Василий Иванович (7.1.1874, Ҡазан губ. Алабуға ҡ. — 12.11. 1948, Ҡазан), комп., муз.- йәмәғәт эшмәкәре. ТАССР- ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944). Мәскәү ун-тын тамамлағандан һуң (1899) 1920 й. тиклем Өфө, Златоуст, Вятка, Уржум ҡҡ. юрист булып эшләй. 1921—30 йй. Татар сәнғәт техникумында уҡыта,...

ВОКАЛЬ МУЗЫКА

ВОКАЛЬ МУЗЫКА, йырлау өсөн тәғәйенләнгән музыка. В.м. әҫәрҙәре башҡарыусылар составы б‑са [яңғыҙ, ансамбль, хор м‑н (ҡара: Хор музыкаһы)], муз. ҡоралдарына ҡушылып йәки уларһыҙ (а cappellа) башҡарыуға ҡарап, муз. ҡоролошо б‑са (бер йәки күп тауышлы, гомофон‑гармоник йәки полифоник) айырыла. Тауыштың...

ГАЛИНА Гөлназ Салауат ҡыҙы

ГАЛИНА Гөлназ Салауат ҡыҙы (3.2.1961, Өфө), музыка белгесе, педагог‑методист. Филол. ф. канд. (1998). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2018). Композиторҙар союзы (1995), РФ Композиторҙар союзы (1997) ағзаһы. С.Ә.Галиндың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1998—2014 йй. БР‑ҙың...