Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҒЫУЛЫ ХАЙУАНДАР

АҒЫУЛЫ ХАЙУАНДАР, башҡа төр заттарҙы ағыуларға һәләтле матдәләргә эйә булған организмдар. А.х. яҡынса 5000 төрө билдәле, ағыулылыҡ кимәле хайуандың йәшенә, енесенә, туҡланыу характерына һ.б. бәйле. Эволюцион алға киткән ағыулылыҡ беренсел А.х. (зоотоксиндар бүлеп сығаралар), ябайы — икенсел А.х. (экзоген...

АДАПТАЦИЯ

АДАПТАЦИЯ (урта быуат лат. аdaptatio — яраҡлашыу), тышҡы мөхиттең билдәле бер шарттарына яраҡлашыу процесы. Хайуандарҙа А. өс төп вариантта бара: уңайһыҙ шарттарҙан китеү (миграция); анабиоз хәленә күсеү — йәшәйеш процестары әүҙемлегенең киҫкен кәмеүе (имеҙеүселәрҙең ҡышҡы йоҡоһо); билдәле бер шарттарҙа...

АДВЕНТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР

АДВЕНТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР, ситтән килтерелгән үҫемлектәр, кеше, хайуандар, һыу һәм һауа ағымдары м‑н тәбиғи ареалы сиктәренән сығарылған һәм ошо терр‑яның үҫемлектәр япмаһында урын алған үҫемлек төрҙәре. А.ү. археофиттарға (яңы терр‑яларға 15 б. тиклем индерелгән, мәҫ., маҙа киндер һәм тауыҡ тарыһы Урта Азиянан,...

АДВЕНТИСТАР

АДВЕНТИСТАР (лат. adventus — килеү), 19 б. 30‑сы йй. АҠШ‑та протестантлыҡта барлыҡҡа килгән ағымға эйәреүселәр. “Иисус Христостың икенсегә килеүе” яҡынлашыуы һәм ерҙә “Алланың мең йыллыҡ батшалығы” етеүе т‑да фекер тарата. Төп йолалары: өлкәндәрҙе һыуға сумдырып суҡындырыу һәм аяҡ йыуыу. А. 10‑дан ашыу...

АДВОКАТУРА

АДВОКАТУРА (лат. advoco — саҡырам), адвокаттарҙың проф. берләшмәһе. Гражданлыҡ йәмғиәте институты булып тора һәм дәүләт власы м‑н урындағы үҙидаралыҡ органдары системаһына инмәй. Суд реформаһына (1864) ярашлы Өфө, Троицк һәм Ырымбур округ судтарында 1898 й. суд эштәре б‑са присяжныйҙар вәкилдәре институты,...

АДЕЕВ Зиф Хәбиб улы

АДЕЕВ Зиф Хәбиб улы (5.6.1932, Өфө — 10.12.1995, шунда уҡ), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1978) һәм бөтә Союз категориялы судья (1978). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған...

АДЕЛЬКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

АДЕЛЬКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ермолкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Стивинзя й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 684 кеше; 1920 — 896; 1939 — 940; 1959 — 705; 1989 — 339; 2002 — 281; 2010 — 304 кеше. Сыуаштар йәшәй...

АДМИНИСТРАТИВ РАЙОН

АДМИНИСТРАТИВ РАЙОН, үҙ сиктәрендә бер нисә ауыл советын, ш. уҡ ҡала торамаларын (респ. ҡарамағындағы ҡалаларҙан тыш) берләштереүсе адм.‑терр. берәмек. А.р. үҙәктәре булып ҡалалар, ҡала тибындағы ҡасабалар һ.б. торама пункттар тора. Башҡортостанда А.р. БАССР ҮБК Президиумы һәм ХКС‑ының 1930 й. 20 авг....

АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ

АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ, дәүләт идараһы өлкәһендә ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе хоҡуҡ тармағы. А.х. нормалары башҡарма власть органдарын ойоштороу, үҙгәртеү һәм бөтөрөү тәртибен, уларҙың компетенцияһын, яуаплылығын, эшмәкәрлек төрҙәрен һәм ысулдарын билдәләй, башҡарма власты ғәмәлгә ашырғанда граждандарҙың,...

АДМИНИСТРАТИВ‑ТЕРРИТОРИАЛЬ ҠОРОЛОШ

АДМИНИСТРАТИВ‑ТЕРРИТОРИАЛЬ ҠОРОЛОШ, дәүләттең терр. берәмектәргә (губерналар, провинциялар, өйәҙҙәр һ.б.) бүленеше, дәүләт власы органдары (ҡара: Урындағы идаралыҡ, Урындағы үҙидаралыҡ) системаһы уға ярашлы төҙөлә һәм эшләй. 19 б. тиклем Башҡортостандың А.‑т.ҡ. нигеҙен башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо,...

АДМИРАЛ

АДМИРАЛ (Vanessa atalanta), күбәләктәр отрядының күп төҫлөләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 6 см тиклем, алғы ҡанаттары өҫтән ҡара, аҡ таплы һәм ҡыҙыл ҡыя һыҙатлы, артҡылары — ҡара, сите ҡыҙыл һыҙатлы. Йомортҡалары 10 буй ҡырлы, йәшкелт, тумалаҡ, үҫемлектәргә һала....

АҘ ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

АҘ ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, бер һәм ике йыллыҡ ҡый үләндәре. Йылына 1 тапҡыр орлоҡ бирә, орлоҡ ярҙамында ғына тарала. 6 төркөмгә бүленә: эфемерҙар, иртә яҙғы, һуң яҙғы, ҡышлаусы, ужым, ике йыллыҡ үләндәр. Эфемерҙарҙың (уртансы йондоҙҡай, бер йыллыҡ бажат һ.б.) вегетация осоро бик ҡыҫҡа (1,5—2 ай) булыу...

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ, химик реактивтар, реагенттар (ш. иҫ. коррозия ингибиторҙары, яғыулыҡҡа, майҙарға, полимерҙарға өҫтәмәләр һәм присадкалар), биологик актив матдәләр, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары, аналитик химияла һәм төрлө синтезда ҡулланылыусы органик реактивтар...

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ ҺӘМ РЕАКТИВТАР ИНСТИТУТЫ

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ ҺӘМ РЕАКТИВТАР ИНСТИТУТЫ, Реактив ғилми‑тикшеренеү институты. 1996 й. Өфөлә ӨДНТУ эргәһендәге “Реактив” дәүләт инженер үҙәге Теүәл органик синтез ҒТИ м‑н ҡушылғандан һуң барлыҡҡа килә, 2004 й. алып Фән һәм инновациялар б‑са федераль агентлыҡ, 2007 й. — ӨДНТУ эргәһендә. Эшмәкәрлегенең...

АҘАНҒОЛ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

АҘАНҒОЛ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 9 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 319 кеше; 1920 — 329; 1939 — 287; 1959 — 273; 1989 — 266; 2002 — 296; 2010 — 326 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

АҘАНОВА-ВАФИНА Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы

АҘАНОВА-ВАФИНА Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы (1.5.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Кесе Кәркәле а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (1993). Тажик а.х. ин‑тын тамамлаған (Дүшәмбе, 1963). 1956—80 йй. Тажик ССР‑ы ФА‑ның Химия ин‑тында, 1981—95 йй. Тажик ун‑тында (икеһе лә — Дүшәмбе) эшләй. 1980—81 йй. БНИИСХ‑ла өлкән, 1995 й....

АҘАУ, Архангел р‑нындағы ауыл

АҘАУ, Архангел р‑нындағы ауыл, Оҙондар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Раутау т. юл ст. Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 406 кеше; 1920 — 563; 1939 — 721; 1959 — 739; 1989 — 572; 2002 — 488; 2010 — 461 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

АҘНАБАЕВ Әхмәр Мөхәмәтдин улы

АҘНАБАЕВ Әхмәр Мөхәмәтдин улы (23.5.1934, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡобағош а.), тел белгесе, педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1967), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1960). 1954—55 йй. Учалы р‑ны Яңы Байрамғол...

АҘНАБАЕВ Булат Әхмәр улы

АҘНАБАЕВ Булат Әхмәр улы (7.3.1966, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1988), 1992 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 2008 й. — БДУ‑ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Өфө өйәҙе халҡының этник составы һәм соц. структураһы...

АҘНАБАЕВ Булат Марат улы

АҘНАБАЕВ Булат Марат улы (8.11.1964, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). М.Т.Аҙнабаевтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) “Күҙ микрохирургияһы” тармаҡ-ара фәнни-техник комплексында (Мәскәү) эшләй. 1993 й. алып Өфөлә “Оптимедсервис” ЯАЙ‑ның ген. дир., бер үк ваҡытта 1996 й. башлап...