Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АРҠАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл

АРҠАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 64 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1068 кеше; 1920 — 938; 1939 — 845; 1959 — 796; 1989 — 1279; 2002 — 1459; 2010 — 1439 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, РФ‑та иң эре ятҡылыҡтарҙың береһе һәм БР‑ҙа иң ҙуры. Республиканың төньяҡ-көнбайышында Краснокама, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Илеш райондарында һәм Удмурт Республикаһының көньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Бөрө биләненең Арлан ҡалҡыуына тура килә. Оҙонлоғо яҡынса 120 км, киңлеге 10—25 км....

АРЛАН УРТА МӘКТӘБЕ

АРЛАН УРТА МӘКТӘБЕ, Краснокама р‑ны. 1877 й. 1 класлы башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑мари) булараҡ нигеҙ һалына, 1898 й. алып 2 класлы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1923 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1930 й. — башланғыс мәктәп, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1952 й. хәҙ. статусын ала. Оҫтаханалары,...

АРЛАН, Краснокама р‑нындағы ауыл

АРЛАН, Краснокама р‑нындағы ауыл, Арлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Нефтекама т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1004 кеше; 1920 — 876; 1939 — 1112; 1959 — 955; 1989 — 817; 2002 — 734; 2010 — 755 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Арлан урта мәктәбе, балалар баҡсаһы,...

АРЛАР, Ишембай р‑нындағы ауыл

АРЛАР, Ишембай р‑нындағы ауыл, Һайран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Шиҙе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 309 кеше; 1920 — 373; 1959 — 375; 1989 — 227; 2002 — 211; 2010 — 210 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АРМАТУРАЛАНҒАН ПЛАСТИКТАР

АРМАТУРАЛАНҒАН ПЛАСТИКТАР, бәйләүсе полимер материалдан (матрицанан) һәм нығытыусы (арматуралай торған) сүс структуралы тултырғыстан торған композициялы материалдар. Бәйләүсе материал сифатында — термореактив полимерҙар һәм термопластар, тултырғыс сифатында пластиктарҙы арматуралаусы материалдар ҡулланыла....

АРМСПОРТ

АРМСПОРТ (ингл. arm — ҡул һәм спорт), армрестлинг, спорт төрө, ҡатнашыусылар ҡаршы яҡтың беләген һәм ҡул суғын махсус өҫтәл өҫтөнә ҡыҫырға тейеш булған бергә-бер ҡул көрәше. Башҡортостанда А. үҫеше 20 б. 90‑сы йй. тура килә, был осорҙа Өфөлә Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы эргәһендә, Нефтекама,...

АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, эйәртеүле бәйләнештәрҙең берҙәм системаһын барлыҡҡа килтереүсе планар циклик структуралы молекулаларҙан торған тәбиғи һәм синтетик органик берләшмәләр. А.б. ҡайһы бер углеводородтар — арендар (бензол, нафталин һ.б.), гетероциклик йәки гетероароматик берләшмәләр (пиридин, тиофен,...

АРОНИЯ

АРОНИЯ (Aronia), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә үҫә. Ҡара А., йәки ҡара миләш, Рәсәйҙә культураға индерелгән, Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып үҫтерелә. 2,5 м тиклем бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы ябай, бөтөн. Сәскәһе аҡ, ал төҫтә,...

АРПА

АРПА (Hordeum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 50) төрө билдәле, Евразия һәм Америкала таралған. Башҡортостанда ҡырлы сәсеү А. яҙғы формаһы үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — ҡыуыш һалам, бейеклеге 35—130 см. Япрағы ҡыяҡ. Сәскәлеге — ҡатмарлы башаҡ....

АРСА ҺЫМАҠТАР

АРСА ҺЫМАҠТАР (Ericaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 100 заты, 3000‑дән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Мәңге йәшел, һирәгерәк япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ, бәләкәй ҡыуаҡ, һирәк осраҡта үләндәр һәм ағас. Башҡортостанда 7 затҡа ҡараған 10 төрө үҫә. Мәңге йәшел, һирәгерәк япраҡ ҡойоусы бәләкәй...

АРСЕНИЙ (Крылов Алексей Васильевич)

АРСЕНИЙ (донъяуи исеме Крылов Алексей Васильевич; 24.3.1879, Мәскәү губ. Петровский а. — 26.5.1962, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1950—53). Архимандрит (1945). Монахлыҡ ҡабул иткән (1945). Мәскәү дини семинарияһын (1901), Мәскәү коммерция акад. (1912), Мәскәү ун‑тын (1914) тамамлаған....

АРСЁНОВ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

АРСЁНОВ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һаҡмар а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 81 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 870 кеше; 1959 — 882; 1989 — 752; 2002 — 709; 2010 — 560 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

АРСКИЙ ТАШЫ

АРСКИЙ ТАШЫ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). “Арский ташы” ял базаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны яҡынса 0,8 га. Төбәк терр‑яһында бейеклеге яҡынса 30 м еткән текә ҡая (Арский ташы) бар, ул аҫҡы девондың аҡһыл һоро эзбизташтарынан ғибәрәт. Ландшафтары...

АРСКИЙ ТАШЫ, Белорет р‑нындағы ауыл

АРСКИЙ ТАШЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Сосновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 6 кеше; 1959 — 223; 1989 — 275; 2002 — 175; 2010 — 95 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). 1920 й. һуң Тамъян-Ҡатай кантонында...

АРТАМОНОВ Владимир Иванович

АРТАМОНОВ Владимир Иванович [20.11.1906, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Требият ҡсб (Силәбе өлкәһе Ноғайбәк районы) — 29.9.1944, Чита өлкәһе Хилок ҡсб янында, Чита ҡ. ерләнгән], лётчик, полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1939). 1939 й. Халхин-Гол й. буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында,...

АРТАУЫЛ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

АРТАУЫЛ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта 1‑се Беҙ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 197 кеше; 1959 — 224; 1989 — 165; 2002 — 224; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

АРТЁМЕНКО Елена Павловна

АРТЁМЕНКО Елена Павловна (7.12.1971, Өфө), педагог. Пед. ф. д‑ры (2006). Омск физик культура ин‑тын тамамлаған (1993). 1996 й. алып “Фән һәм сәләмәтлек” ғилми-производство үҙәгендә (Омск ҡ.) уҡыта, 1997 й. — ӨДАТУ‑ла. 2001 й. башлап — Башҡ. физик культура ин‑тында дауалау физик культураһы, 2002 й. алып...

АРТЕМЬЕВ Михаил Алексеевич

АРТЕМЬЕВ Михаил Алексеевич [12.4.1932, Урта Волга крайы Тоцк а. (Ырымбур өлк.) — 12.5.2001, Өфө], йырсы (лирик тенор). БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1976). Ырымбур муз. уч‑щеһын тамамлаған (1951; В.Л.Яблоновская класы). 1952 й. алып Волга буйы хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле солисы, 1965—95 йй. БДОБТ...

АРТЕМЬЕВТАР

АРТЕМЬЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Васильевич А., Дума дворяны. Баяр балаларынан. Ҡазанды алыуҙа (1552) ҡатнаша. 16 б. 70‑се йй. Өфө ҡәлғәһен төҙөүгә урын һайлау һәм хеҙмәтле кешеләргә ер бүлеү өсөн ике тапҡыр Башҡортостанға ебәрелә. Уның ейәндәре: Гаврила Захарович А....