Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (20.9.1915, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе 1‑се Кинйәабыҙ а., хәҙер БР‑ҙың Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ а., — 5.1.1945, Венгрия), танкист, гвардия майоры (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Арыҫлановтар нәҫеленән. 1939 й. Көнбайыш Украинала хәрби хәрәкәттәрҙә,...

АРЫҪЛАНОВ Исмәғил Ғәни улы

АРЫҪЛАНОВ Исмәғил Ғәни улы (11.4.1959, Силәбе өлк. Һилейә ҡсб), инженер‑технолог. Техник ф. д-ры (2000). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1981) 1982 й. алып шунда уҡ эшләй: 1987 й. башлап Октябрьский филиалының машиналар эшләү механикаһы һәм технологияһы каф. уҡытыусыһы, 2001 й. — мөдире. Фәнни хеҙмәттәре...

АРЫҪЛАНОВ Мөхәмәт Нуриәхмәт улы

АРЫҪЛАНОВ Мөхәмәт Нуриәхмәт улы [2.2.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мәмәк а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 20.10.2001, Өфө], сценограф. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1968) халыҡ рәссамы, РСФСР‑ҙың (1954) һәм БАССР‑ҙың  (1943) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). 1931—34 йй. Һынлы сәнғәт,...

АРЫҪЛАНОВ Нурамбәк Ғиниәт улы

АРЫҪЛАНОВ Нурамбәк Ғиниәт улы (15.7.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны 2‑се Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Кинйәабыҙ а. — 30.6.2012, Өфө), иҡтисадсы. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002). Иҡт. ф. д‑ры (1985), проф. (1987). РФ‑тың (1996), БАССР‑ҙың (1981) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары...

АРЫҪЛАНОВ Ринат Гәрәй улы

АРЫҪЛАНОВ Ринат Гәрәй улы (11.11.1932, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Килем а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Килем а.), инженер-теплотехник. БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1987). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1971), СССР‑ҙың почётлы энергетигы (1990). Иванов энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң...

АРЫҪЛАНОВ Рифхәт Мөхәмәт улы

АРЫҪЛАНОВ Рифхәт Мөхәмәт улы (8.8.1946, Өфө), сценограф, рәссам. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ рәссамы (2013). Рәссамдар союзы ағзаһы (1978). М.Н.Арыҫлановтың улы. В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1978; педагогы М.М.Курилко). 1980—82 йй. СССР‑ҙың...

АРЫҪЛАНОВА Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы

АРЫҪЛАНОВА Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы [27.7.1953, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Үрге Этҡол а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Журналистар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) “Совет Башҡортостаны” гәз., 1981 й. алып “Башҡортостан ҡыҙы” ж. хеҙм‑ре, 2001 й. — “Башҡортостан”...

АРЫҪЛАНОВА Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы

АРЫҪЛАНОВА Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы (31.1.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Күҙәй а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Күҙәй а., — 24.12.2012, Өфө), актриса, эстрада артисы. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1940;...

АРЫҪЛАНОВТАР

АРЫҪЛАНОВТАР, башҡорттар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Арыҫлан Аҡҡолов, тархан, батыр. 17 б. аҙ. — 18 б. башында Нуғай даруғаһының Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы. 1708—22 йй. башҡа старшиналар м‑н бергә яңы һалымдарҙы һәм йөкләмәләрҙе бөтөрөү үтенесе м‑н, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыуҙар,...

АРЫШ

АРЫШ (Secale), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 6—8) билдәле, Евразияла һәм Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда сәсеү А., йәки культура А. (ужым һәм яҙғы формалары) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — эсе ҡыуыш һалам, 5—6 быуын араһынан тора, бейеклеге...

АРЫШБАШ

АРЫШБАШ (Agropyron), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала, Австралияла, Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: кикрекле А., ҡырлы А., мурт йәки себер А., сүллек А. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки төбөндә быуынлы‑бөгөлгән,...

АРЫШПАР, Белорет р‑нындағы ауыл

АРЫШПАР, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 110 км һәм Инйәр т. юл ст. К.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Мәнәйер й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 147 кеше; 1920 — 244; 1939 — 271; 1959 — 202; 1989 — 167; 2002 — 110; 2010 — 59 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АРЬКОВ Валентин Юльевич

АРЬКОВ Валентин Юльевич (3.3.1964, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) ш. уҡ эшләй (өҙөклөктәр м‑н). 1986—87 йй. “Молния” Өфө агрегат КБ‑нда, 1994—2002 йй. Механика ин‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник системалар м‑н идара итеү проблемаларына...

АСАБИН Николай Анатольевич

АСАБИН Николай Анатольевич (11.5.1978, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Фёдоровка а.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). “Ирбис” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары А.А.Ефимов, Б.И.Шейко). Рәсәй Кубоктары яулаусы (1999) һәм көмөш призёры (2000—05), Рәсәй чемпионаттарының...

АСАҒОЙРОҠТАР

  АСАҒОЙРОҠТАР, айырығойроҡтар (Dermaptera), бөжәктәр отряды. Яҡынса 1300 төрө, БР‑ҙа 5 төрө (ябай А., баҡса А., бәләкәй А., ике нөктәле А., яр буйы А.) билдәле. Тән оҙонлоғо 3,5—5,0 мм. Тәне оҙонса, ялпаҡ йәки бер аҙ ҡабарынҡы. Төҫө ҡыҙғылт көрән, тоноҡ һары, һирәгерәк металл ялтырауыҡлы сағыу. Башы...

АСАЕВ Рәйес Бәҙеғитдин улы

АСАЕВ Рәйес Бәҙеғитдин улы [6.5.1931, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ҡамышлы а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 3.3.2001, БР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Шишмә р‑нының Ленин ис. к‑зында баш агроном булып эшләй; 1964 й. алып “Луч” к‑зының баш...

АСАН ҠАЙҒЫ

АСАН ҠАЙҒЫ, Асан ата (15 б.), йырау. Уның тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Фаразланыуынса, Алтын Урҙа ханы Оло Мөхәммәт идара иткән осорҙа йәшәгән. “Әмәт улы Айса” эпосының ҡаҙаҡ версияһы мәғлүмәттәре буйынса, А.Ҡ. Уралда, Ағиҙел й. буйында йәшәгән. Ҡайһы бер әҙәбиәт белгестәре фекеренсә,...

АСАНБАЕВ Нәжиб (Николай Васильевич)

  АСАНБАЕВ Нәжиб [Николай Васильевич; 7.11.1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ахман а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 28.3.2013, Өфө], драматург. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2006). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1954). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

АСАТУРОВ Григарт Христофорович

АСАТУРОВ Григарт Христофорович (4.8.1937, Ҡыштым ҡ. — 13.3.2018, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1959) 21‑се треста (Өфө ҡ.) эшләй: 1970 й. алып баш инженер, 3‑сө төҙөлөш идаралығы начальнигы; 1980 й. — трестың...

АСАУҘЫ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

АСАУҘЫ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡәлмиәр а / с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Асауҙы й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 229 кеше; 1920 — 285; 1939 — 742; 1959 — 327; 1989 — 136; 2002 — 124; 2010 — 110 кеше. Башҡорттар...