Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АХУНОВ Рөстәм Ринат улы

АХУНОВ Рөстәм Ринат улы (22.8.1978, Өфө ҡ.), иҡтисадсы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2018), иҡтисад фәндәре докторы (2018). БР‑ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2021), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2015). БДУ‑ның иҡтисад факультетын (2000) һәм Хоҡуҡ институтын (2002), РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы...

АҺЫЛАЙ, Өскүл, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

АҺЫЛАЙ, Өскүл, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 85 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Биҙгенде й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 182 кеше; 1920 — 265; 1939 — 214; 1959 — 311; 1989 — 353; 2002 — 402; 2010 — 397 кеше. Башҡорттар...

АЦЕТАЛДӘР

АЦЕТАЛДӘР (1,1-диалкоксиалкандар һәм 1,3-диоксациклоалкандар), 1,1-, 1,2- йәки 1,3-гликолдәрҙең һәм гидратлаштырылған альдегидтарҙың HRC(OR’)(OR”) дөйөм формулалы (R, R’, R” — органик радикалдар) ябай эфирҙары. Циклһыҙ симметриялы (R’, R” бер төрлө), симметрияһыҙ, йәки ҡатнаш А. (R’, R” башҡа төрлө);...

АЦЕТИЛЕН, этин

АЦЕТИЛЕН, этин, CH≡CH, ацетилендар рәтендәге иң ябай углеводород. Төҫһөҙ газ; tиреү −80,8°С, tҡайнау −83,5°С, тығыҙлығы 1089,6 кг/ м3, тоҡаныу концентрацияларының сиктәре 2,5—81% (күләме б‑са). Ацетонда, диметилформамидта яҡшы эрей, һыуҙа — насар. Көслө булмаған наркотик тәьҫиргә эйә (ПДК 0,3 мг/ м3)....

АЦЕТОН, диметилкетон

АЦЕТОН, диметилкетон, СН3СОСН3, иң ябай кетон. Үҙен­сәлекле еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү −94,6°С, tҡайнау 56,5°С, тығыҙлығы 792 кг/ м3. Органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, һыу м‑н теләһә ниндәй нисбәттәрҙә ҡушыла. Нарко­тик тәьҫиргә эйә (ПДК 200 мг/ м3). Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. Өфө синтетик спирт з‑дында...

АЦИДОФИЛДАР

АЦИДОФИЛДАР (лат. acidus — әсе һәм ...фил), артыҡ кислоталылыҡ булған субстратта йәшәгән организмдар. Ацидофил микроорганизмдарға һөт к‑таһы, май к‑таһы һәм уксус к‑таһы бактериялары ҡарай. Тәбиғәттә айырыуса һөттә һәм һөт аҙыҡтарында (Lactobacillus lactis, L. bulgaricus, Streptococcus lactis һ.б.),...

АЧЕРИ-БИАТЛОН

АЧЕРИ-БИАТЛОН, спорт төрө, биатлон төрө, билдәләнгән сиктәрҙә сәпкә уҡ атыу м‑н барған саңғы ярышы. БР‑ҙа А.‑б. үҫешә башлауы 1997 й. Бөрө ҡ. ДЮСШ‑нда тәүге А.‑б. бүлеге асылыуға бәйле. 2000 й. А.‑б. бүлектәре Өфө р‑ны СДЮШОР‑ында (Авдон а.) һәм Белорет ҡ. ДЮСШ‑нда асыла. 1998 й. Бөрөлә А.‑б. б‑са 1‑се...

АШАЛЫУ

АШАЛЫУ, ер өҫтөндә тау тоҡомдарының үҙгәреү һәм емерелеү процесы. Физик (механик) һәм химик А. айырыла. Физик А. — т‑ра үҙгәреү, ярыҡтарҙа һыу туңыу һәм иреү һ.б. тәьҫире аҫтында тоҡомдарҙың емерелеүе. Физик А. һөҙөмтәһендә төп тоҡомдар сыҡҡан урында төрлө ҙурлыҡтағы ватыҡ материал барлыҡҡа килә: таш...

АШАП ЗАВОДЫ

АШАП ЗАВОДЫ, 1741 й. А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) Уҫы даруғаһы Ғәйнә һәм Ирәкте улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Оло Ашап й. (Айран й. ҡушылдығы) буйында ба­ҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Демидовтар, 1862 й. алып Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте,...

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ БӘШМӘКТӘР

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ БӘШМӘКТӘР, кеше өсөн ашарға яраҡлы аскомицеттар (бүрекбаштар, тубырсыҡбаштар, трюфелдәр) һәм базидиомицеттар (эшләпәле бәшмәктәрҙең күпселеге). 500‑гә яҡын төрө билдәле, БР‑ҙа 150‑нән ашыу төрө бар. Хужалыҡтағы әһәмиәте б‑са А.я.б. категорияларға айырыла: 1‑се (аҡ бәшмәк, гөрөздә, деликатес,...

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше аҙыҡ итеп ҡулланған йәки ашарға яраҡлы ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәр. Башҡортостанда иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, баҡса культуралары, йәшелсә культуралары, май биреүсе культуралар, емеш культуралары киң файҙаланыла. Ҡулланылыу үҙенсәлеге б‑са ҡырағай А.я.ү....

АШҠАҘАН АЛДЫ АТОНИЯҺЫ

АШҠАҘАН АЛДЫ АТОНИЯҺЫ, көйшәүсе хайуандарҙың аҙыҡ эшкәртеү ағзаларының (оло ҡарын, бәләкәй ҡарын, ҡатлансыҡ) моторик функцияһы көсһөҙләнеүе йәки эшлектән сығыуы. Йыш ҡына туҡланыу рационы боҙолғанда һәм сифатһыҙ аҙыҡ ашатҡанда һыйырҙарҙа һәм кәзәләрҙә була. А.а.а. ваҡытында хайуандарҙың аппетиты боҙола,...

АШҠАҘАР, Йылайыр р‑нындағы ауыл

АШҠАҘАР, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Һабыр а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 45 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 133 км алыҫлыҡта Асҡараҙы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 118 кеше; 1959 — 191; 1989 — 150; 2002 — 169; 2010 — 169 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

АШҠАҘАР, йылға

АШҠАҘАР, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Фёдоровка р‑ны Өсбү­ләк а. көнбайышҡа табан 2,2 км алыҫлыҡта башлана. Фёдоровка р‑нында төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан аға, Михайловка а. эргәһендә төньяҡ-көнсығышҡа борола һәм Стәрлебаш, Мәләүез, Стәрлетамаҡ р‑ндары буйлап Ағиҙел й. (тамағынан 743 км...

АШҠАҘАРСКИЙ Ильясбәк Батыргәрәй улы

АШҠАҘАРСКИЙ (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы [3.3.1884, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шөңгәккүл станцияһы ҡсб (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 31.12.1942, Ҡазан], театр эшмәкәре, режиссёр, актёр. Хеҙмәт Геройы (1926). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен (1899), Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған (1904). 1906 й. Ырымбурҙа...

АШЛАМАЛАР

АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙең туҡланыуын һәм тупраҡтың уңдырышлылығын яҡшыртыусы матдәләр. А. культураларҙың уңдырышлылығын һәм а.х. продукцияһының сифатын (игендең аҡһымын, картуф бүлбеләренең крахмаллылығын, йәшелсә һәм емештәрҙәге витамин миҡдарын һ.б.) күтәрә. Химик составы б‑са органик ашламалар, минераль...

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ, ғүмергә хәүеф янаған осраҡтарҙа (травмалар, ағыуланыу, көтөлмәгән киҫкен ауырыуҙар, бала табыу һ.б.) дауалау-иҫкәртеү учреждениеларынан тыш халыҡҡа тәүлек әйләнәһенә кисектергеһеҙ мед. ярҙамы күрһәтеү системаһы. Һәләкәттәр медицинаһы хеҙмәте м‑н тығыҙ бәйләнгән. А.м.я. күрһәтеүҙе...

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ ДАУАХАНАҺЫ

АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ ДАУАХАНАҺЫ, муниц. һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. Дауахана стационарҙан (820 койка), диагностика хеҙмәтенән (5 бүлек, 2 лаб.), операция блогынан (22 операция залы), туҡланыу комб‑тынан һ.б. тора. Стационарҙа 18 клиник бүлек бар: гинекология, неврология, нейрохирургия,...

АЭРО...

АЭРО... (гр. аḗr — һауа), ҡушма һүҙҙәрҙең “һауа менән”, “һауа”, “һауа ярҙамында” мә­ғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., аэрогелдәр, аэрология). Тәрж. Р.М.Шәрипова  

АЭРОБТАР

АЭРОБТАР (аэро... һәм гр. bíos — тормош), мөхиттә молекуляр кислород булғанда йәшәгән һәм үҫкән организмдар. А. бөтә үҫемлектәр һәм хайуандар, күпселек бәшмәктәр һәм күп бактериялар ҡарай. Облигат (мотлаҡ) һәм факультатив (мотлаҡ булмаған) А. айырыла. Облигат А. күҙәнәк (туҡыма) һулышы процесында туҡлыҡлы...