Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АВГУСТ КРИЗИСЫ, 1991 й

АВГУСТ КРИЗИСЫ, 1991 й. СССР‑ҙың юғары етәкселеге вәкилдәре төркөмөнөң яңы Союз килешеүенә ҡул ҡуйыуҙы булдырмаҫҡа тырышыуы арҡаһында килеп тыуа. 19 авг. Мәскәүҙә СССР‑ҙа Ғәҙәттән тыш хәл б‑са дәүләт комитеты (ГКЧП) төҙөлә, уның составына СССР вице‑президенты Г.И.Янаев, премьер‑министр В.С.Павлов, оборона...

АВГУСТИН (Сахаров Михаил Степанович)

АВГУСТИН (донъяуи исеме Сахаров Михаил Степанович; 18.10.1768, Ярославль губ. Зверинец а. — 1.1.1842, Ростов ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Ырымбур епискобы (1806—18). Архимандрит (1798). Монахлыҡ ҡабул иткән (1797). С.‑Петербургта дини семинария тамамлағандан һуң (1792) С.‑Петербург һәм Ярославль ҡҡ. дини...

АВДЕЕВ Михаил Борисович

АВДЕЕВ Михаил Борисович (2.1.1959, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Вязовка а.), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1980). Олимпия резервы спорт мәктәбе №1 һәм “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры З.Х.Адеев). Классик күпбәйге б‑са РСФСР халыҡтары спартакиадаһы...

АВДЕЕВ Михаил Васильевич

АВДЕЕВ Михаил Васильевич [28.9.1821 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 22.9.1821), Ырымбур — 1.2.1876, С.‑Петербург], урыҫ яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе, публицист. 1830 йй. башында Өфө ир балалар гимназияһында уҡыған. С.‑Петербург тимер юл инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1842). 1852 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендәге нәҫелдән...

АВДОН, Өфө р‑нындағы ауыл

АВДОН, Өфө р‑нындағы ауыл, Авдон а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 19 км һәм Авдон т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 355 кеше; 1920 — 395; 1939 — 352; 1959 — 335; 1989 — 4196; 2002 — 4970; 2010 — 5201 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002)....

АВДОНИН Александр Николаевич

АВДОНИН Александр Николаевич (27.11.1948, Чита өлкәһе Түбәнге Хила а.), философ. Философия фәндәре докторы (2006). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1973) СССР ФА Себер бүлексәһенең Көнсығыш Себер филиалында эшләй. 1976 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта (2000—01 йй. философия кафедраһы...

АВДОШКИН Семён Егорович

АВДОШКИН Семён Егорович (15.8.1918, Орлов губ. Волосово а. — 9.3.1962, Стәрлетамаҡ ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армияның 350‑се ...

АВЕРШИНА (Бигеева) Людмила Васильевна

АВЕРШИНА (Бигеева) Людмила Васильевна (2.9.1954, Өфө), цирк артисткаһы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1979). “Спартак” ДСО‑һының акробатика секцияһында шөғөлләнә (тренеры М.А.Шәмиғолов). Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡ. цирк коллективында “Юғарыға сөйә торған таҡталар...

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич (15.9.1959, Белорет ҡ.), лётчик, капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған һынаусы лётчиғы (2006). Ейск юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1980), Һынаусы лётчиктар мәктәбен (Жуковский ҡ., 1986) тамамлаған. 1976—85 йй. Совет армияһында. 1980—85...

АВЕРЬЯНОВ Иван Андреевич

АВЕРЬЯНОВ Иван Андреевич (1.6.1923, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Туҡан руднигы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Туҡан а., — 9.1.2000, Мәскәү), инженер, генерал‑полковник (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э.Дзержинский ис. артиллерия акад. тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й....

АВЗАЛОВ Рузил Хәкимйән улы

АВЗАЛОВ Рузил Хәкимйән улы (1.1.1957, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Теләкәй а.), зооинженер. Биол. ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н): 1993 й. алып уҡытыусы, 1995—2004 йй. һәм 2010 й. алып уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор,...

АВИАМОДЕЛЬ СПОРТЫ

АВИАМОДЕЛЬ СПОРТЫ, осоусы моделдәр (ирекле осоусы, кордалы, радио м‑н идара ителеүсе) төҙөү, әҙерләү, уларҙың осоу тиҙлеген, ваҡытын, алыҫлығын, юғары пилотаж фигуралары үтәүен һынау б‑са спорт ярыштары. Башҡортостанда А.с. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1926 й. Өфөлә Башавиахим аэроклубы (ҡара: Рәсәй...

АВИАТӨҘӨЛӨШ

АВИАТӨҘӨЛӨШ, машиналар эшләүҙең авиация өсөн техник ҡорамалдар етештереүсе тармағы. БР сәнәғәтенең иң үҫешкән тармаҡтарының береһе. А. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. тура килә. Өфөгә Воронеж, Ленинград, Мәскәү, Ржев, Рыбинск һ.б. ҡалаларҙан эвакуацияланған авиация машиналары эшләү пр‑тиелары һәм КБ‑лары тармаҡҡа...

АВИАЦИЯ

АВИАЦИЯ (фр. aviation), 1) һауала хәрәкәт иткәндә күтәреү көсө булдырыу принцибын файҙаланыусы һауанан ауырыраҡ аппараттарҙа (самолёт, вертолёт һ.б.) осоу теорияһы һәм практикаһы. А. ерҙә файҙаланыу өсөн техник саралар, осоу аппараттары инә. Башҡортостанда 20 б. 40-сы йй. башынан авиатөҙөлөш үҫеш ала....

АВИАЦИЯ ДВИГАТЕЛДӘРЕ

АВИАЦИЯ ДВИГАТЕЛДӘРЕ, осоу аппараттарын хәрәкәткә килтереүсе һәм уларҙың системаларын хеҙмәтләндереүсе йылылыҡ двигателдәре. А.д. поршенле һәм газ турбиналы двигателдәргә бүленә. Башҡортостанда А.д. 20 б. 40‑сы йй. башынан етештерелә (ҡара: Авиатөҙөлөш). 1941—45 йй. 26‑сы з‑дта (ҡара: Өфө моторҙар эшләү...

АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ

АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ, осоусы аппараттарҙың осоу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн метеорологик факторҙарҙы һәм Ер атмосфераһының күренештәрен өйрәнеүсе метеорология бүлеге. А.м. автоматик һәм радиолокация метеостанциялары, радиозондтар, метеоспутниктар һ.б. мәғлүмәттәрен ҡуллана. Ағымдағы һауа шарттары...

АВИАЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫ АГРЕГАТТАРЫ

АВИАЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫ АГРЕГАТТАРЫ, авиация системаларының агрегатлау принцибы ярҙамында эшләнеүсе, бер‑береһен алмаштыра алыусы айырым ҡоролмалар рәүешендәге функциональ өлөштәре. Төп А.с.а. пилотаж‑навигация комплексы агрегаттары (ҡара: Авионика); фильтрҙар, форсункалар, оптик пирометрик үҙгәрткестәр,...

АВИАЦИЯ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ

  АВИАЦИЯ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ, Өфөгә 1941 й. дек. эвакуацияланған Рыбинск авиация ин‑ты (1932 й. асылған) базаһында С.Орджоникидзе ис. ӨАИ булараҡ 1942 й. асыла. 1992 й. алып Өфө дәүләт авиация техник университеты. Ун‑т составына 8 ф‑т [авиация двигателдәре; авиация приборҙары төҙөү; авиацион-технологик...

АВИАЦИЯ ТЕХНИКУМЫ

АВИАЦИЯ ТЕХНИКУМЫ. Өфөлә урынлашҡан, 1941 й. Өфө т. юл техникумы базаһында барлыҡҡа килә, 1964—90 йй. Пальмиро Тольятти ис. йөрөтә. ӨМЭПБ эргәһендә киске бүлеге бар (1944 й. нигеҙ һалына); техникум филиалы базаһында Күмертау авиация техникумы асыла. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән...

АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБТАРЫ

АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБТАРЫ. 20 б. 20‑се йй. 1‑се яртыһында респ. Һауа флоты дуҫтары йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (ҡара: Рәсәй спорт-техник оборона ойошмаһы) авиаклубтары ойошторола башлай. 1924 й. Өфөлә тәүге авиаклуб барлыҡҡа килә, 1933 й. Өфө аэроклубы (ҡара: Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы)...