Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БӘҘРЕТДИНОВ Сәлимйән Миңлеәхмәт улы

БӘҘРЕТДИНОВ Сәлимйән Миңлеәхмәт улы (3.5.1950, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Иҙрис а.), журналист. Филол. ф. канд. (2010). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Журналистар союзы (1988), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Ҡыйғы р‑нының Иҙрис 8 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, дир., 1983 й....

БӘЙГЕ

БӘЙГЕ, башҡорттарҙа ат (эйәрһеҙ) ярышы, милли ат спорты уйындары төрө. Байрам (ҡара: Йыйын, Туй, Һабантуй һ.б.) ваҡытында үткәрелгән. Тәүҙә 6—12 йәшлек балалар (йышыраҡ малайҙар) ҡатнашлығында кесе бәйге, артабан егеттәр һәм йәш ирҙәр өсөн оло бәйге уҙғарылған. Ярыш юлының оҙонлоғо 3—7 км тәшкил иткән....

БӘЙЕС, Архангел р‑нындағы ауыл

БӘЙЕС, Архангел р‑нындағы ауыл, Арх‑Латыш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 7 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында, Архангел заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 103 кеше; 1920 — 271; 1939 — 186; 1959 — 160; 1989 — 129; 2002 —...

БӘЙЕТ

БӘЙЕТ, башҡорттарҙа милли поэзияның эпик һәм лиро-эпик жанры; сюжетлы муз.-шиғри әҫәр. Башҡорт Б. беҙҙең көндәргә тиклем ҡулъяҙма китаптарҙа килеп еткән иң тәүге өлгөләре 18 б. 1‑се ярт. ҡарай. Жанрҙың нығыныуында һәм таралыуында дәрүиштәр һәм мәҙрәсә шәкерттәре ҙур роль уйнай. Б. ғәҙәттә мөһим тарихи...

БӘЙКЕЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

БӘЙКЕЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡормаш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 416 кеше; 1920 — 592; 1939 — 581; 1959 — 441; 1989 — 218; 2002 — 183; 2010 — 170 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

БӘЙЛӘҮ

БӘЙЛӘҮ, епте үреү ярҙамында туҡыма йәки әҙер әйбер яһау техникаһы. Башҡорттарҙа традицион шөғөл. Б. өсөн башлыса һарыҡ йөнөнән йәки кәзә дебетенән иләнгән тәбиғи төҫтәге (һирәгерәк буялған) еп һәм кизе-мамыҡ еп ҡулланылған. Энә, ырғаҡ м‑н Б. таралған. Башҡорт кейеменең төрлө өлөштәрен — башалтай, бейәләй,...

БӘЙЛӘҮЕС

БӘЙЛӘҮЕС, ярҙамсы һүҙ төркөмө, һүҙбәйләнештең эйәртеүсе һәм эйәреүсе киҫәктәре араһындағы төрлө мөнәсәбәттәрҙе (урын, ваҡыт, маҡсат, сәбәп, йүнәлеш, көсәйтеү, оҡшатыу һ.б.) сағылдыра йәки һүҙбәйләнеш һәм һөйләм эсендә эйәртеүле бәйләнеште (башҡарылыу йәки йәнәшәлек; ҡара: Синтаксис) ғәмәлгә ашыра. Б. үҙе...

БӘЙЛӘҮЕС МАТДӘЛӘР

БӘЙЛӘҮЕС МАТДӘЛӘР, бетондар, төҙөлөш иҙелмәләре әҙерләү, айырым деталдәр, конструкциялар һ.б. беректереп тоташтырыу өсөн төҙөлөш материалдары. Органик һәм органик булмаған (минераль) Б.м. айыралар. Минераль Б.м. — ваҡланылған онтаҡҡа оҡшаш матдәләр, уларҙы һыу йәки тоҙҙарҙың һыулы эретмәләре м‑н ҡатнаштырыуҙан...

БӘКӘТИН

БӘКӘТИН, мәкәтин, башҡ. ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу‑ҡәбилә берләшмәһенә ингән. Этник йәһәттән б.э. 1‑се мең йыллығы аҙ. Төньяҡ Арал буйы төрки ҡәбиләләренә һәм фин-уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. Шәжәрәгә ярашлы, бәкәтиндәрҙең ырыу башлығы Иштәк улы Бәкәтүн була. 14 б. тиклем Б. көньяҡ-көнбайыш Урал буйында...

БӘКЕРОВ Әнүәр Әкрәм улы

БӘКЕРОВ Әнүәр Әкрәм улы (26.2.1964, Өфө), хирург, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1987), Өфөнөң 38‑се поликлиникаһында, 1989 й. алып Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 2002 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында: баш хирург,...

БӘКЕРОВ Әхәт Барый улы

БӘКЕРОВ Әхәт Барый улы (17.2.1952, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Сапай а.), гематолог. БР ФА мөхбир ағзаһы (2006), мед. ф. д‑ры (1996), проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005). РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй. 1979 й. алып Өфөнөң 13‑сө дауаханаһында...

БӘКЕРОВ Ҡадир Ғади улы

БӘКЕРОВ Ҡадир Ғади улы [9.1.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Өмбәт а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 3.10.1970, Өфө], режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1935). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград театр техникумын тамамлаған (1930). 1928— 30 йй. Ленинград Көнсығыш халыҡтары мәғариф йорто эргәһендәге Татар...

БӘКЕРОВ Мират Самиҡ улы

БӘКЕРОВ Мират Самиҡ улы [1.5.1931, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Ибрай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 30.12.2007, Мәскәү], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971), БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1968). Одесса политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) Өфө химия з‑дында эшләй: цех мастеры, нач., 1961 й. алып баш инженер,...

БӘКЕРОВ Наил Ҡотлойән улы

БӘКЕРОВ Наил Ҡотлойән улы (30.3.1952, Ҡарағанда ҡ. — 23.03.2010, Өфө), математик. Ҡаҙағстан пед. ФАның мөхбир ағзаһы (2006), физика-матем. ф. д‑ры (1995). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) СССР ФА БФ‑ның Физика һәм матем. бүлегендә, 1988 й. алып Матем. ин‑тында эшләй, бер үк ваҡытта 2004 й. башлап Халыҡ-ара...

БӘКЕРОВ Фёдор Ғәйфулла улы

БӘКЕРОВ Фёдор Ғәйфулла улы (10.2.1947, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2008), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң...

БӘКЕРОВ Филарит Абдулғәзим улы

БӘКЕРОВ Филарит Абдулғәзим улы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Үрге Ҡарыш а. — 7.5.2013, Стәрлетамаҡ ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1981) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) Салауат драма театры, 1987 й. алып...

БӘКЕРОВА Әминә Ғәйфулла ҡыҙы

БӘКЕРОВА Әминә Ғәйфулла ҡыҙы (23.11.1932, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡыйғаҙы а.), педиатр. СССР‑ҙың халыҡ табибы (1982). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Өфөнөң 36‑сы поликлиникаһында, 1963—87 йй. 1‑се балалар поликлиникаһында эшләй. Балаларға дауалау-иҫкәртеү ярҙамын ойоштороусы. Б. хеҙмәтләндергән участкаларында...

БӘКЕРОВА Ниса (Миңниса) Миңлевәли ҡыҙы

БӘКЕРОВА Ниса (Миңниса) Миңлевәли ҡыҙы (27.12.1947, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Тимербай а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1982) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) Салауат драма театры актрисаһы, 1991 й. алып Стәрлетамаҡ...

БӘЛӘБӘЙ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ ҺӘМ ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ ТЕХНИКУМЫ

БӘЛӘБӘЙ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ ҺӘМ ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ ТЕХНИКУМЫ, 1930 й. Өфөлә үҫемлектәрҙе һаҡлау техникумы булараҡ нигеҙ һалына. 1931 й. Дәүләкән р‑ны Дәүләкән ҡасабаһына күсерелә һәм а.х. үҫемлектәре ҡоротҡостары м‑н көрәш техникумы тип үҙгәртелә. 1940 й. алып Бәләбәй ҡ.: а.х. механизациялау һәм...

БӘЛӘБӘЙ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

БӘЛӘБӘЙ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1978 й. 2‑се Бәләбәй икмәк з‑ды базаһында нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына икмәк-булка, кондитер изделиелары, булка етештереү цехтары (бөтәһе лә 1978 й. нигеҙләнгән), 1‑се Бәләбәй икмәк з‑ды (1956), Приют икмәк з‑ды (1963) һәм кондитер цехы (1964) ингән....