Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЖАНОВ Олег Сергеевич

БАЖАНОВ Олег Сергеевич (13.4.1968, Өфө), актёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2004). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1996). Волгоград сәнғәт уч‑щеһын (1987; К.М.Дубинин курсы), Ырымбур пед. ун‑тын (2008) тамамлаған. 1985 й. алып — Волгоград, Красноярск, Минск ҡҡ. театрҙары, 1994 й. — Ырымбур драма театры,...

БАЖАТ

БАЖАТ (Poa), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм тропик тауҙарында таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә. Бушаҡ кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ (бер йыллыҡ Б. башҡа) үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 20—150 см тиклем....

БАЖЕНОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

БАЖЕНОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Баженов а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 147 кеше; 1920 — 267; 1939 — 434; 1959 — 270; 1989 — 1092; 2002 — 1191; 2010 — 1120 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

БАЖЕНОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл

БАЖЕНОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бахтыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Баженовка й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 420 кеше; 1920 — 570; 1939 — 747; 1959 — 398; 1989 — 537; 2002 — 558; 2010 — 569 кеше. Мариҙар, урыҫтар...

БАЖОВ Павел Петрович

БАЖОВ Павел Петрович (15.1.1879, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Сысәрт Заводы ҡсб, хәҙ. Сысәрт ҡ., — 3.12.1950, Мәскәү, Свердловск ҡ. ерләнгән), яҙыусы. Б. ижадының төп жанры — хикәйәләр, уларҙа төп тема — ижади хеҙмәт, кеше бәхете һәм намыҫы. Әҫәрҙәренең төп геройҙары булып халыҡ оҫталары сығыш яһай [“Таш...

БАЗАЛЬТ, тау тоҡомо

БАЗАЛЬТ (лат. basaltes), магмалы тау тоҡомо, габброның эффузив аналогы. Һелте составлы плагиоклаздан, моноклинлы пироксендан һәм магнетит, ильменит, апатит, оливин, вулкан быялаһы ҡушылмаларынан тора. Структураһы тығыҙ йәки ваҡ бөртөклө, йыш ҡына порфирлы, текстураһы күҙәнәкле; Б. йыш ҡына бүкән нигеҙле...

БАЗАНОВА Серафима Владимировна

БАЗАНОВА Серафима Владимировна [26.12.1908, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ляхов а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 5.1.1994, Өфө], терапевт. Мед. ф. д‑ры (1964), проф. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1930) БАССР‑ҙың Саҡмағош һәм Бүздәк р‑ндарында,...

БАЗИДИОМИЦЕТТАР

БАЗИДИОМИЦЕТТАР, базидиялы бәшмәктәр (Basidiomycetes), бәшмәктәр класы. 18 тәртибе, 30‑ҙан ашыу төрө (БР‑ҙа яҡынса 10 тәртибе, бер нисә мең төрө) билдәле, киң таралған. Махсус енси үрсеү ағзалары — базидиоспоралар барлыҡҡа килтереүсе базидияларҙың булыуы Б. төп билдәһе булып тора. Базидиялар емешлек...

БАЗИЛЕВ Иван Васильевич

БАЗИЛЕВ Иван Васильевич (30.5.1800, Пенза ҡ. — 3.12.1873, Өфө), педагог. Статский советник. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1819) Ҡазан һәм Сембер гимназияларында уҡыта. 1831—58 йй. Ырымбур губ. халыҡ уч‑щеһы дир., ш. уҡ ваҡытта Өфө ир балалар гимназияһы директоры. Б. етәкс. Бөрө, Боғорослан, Урал ҡҡ....

БАЗИЛЕВКА, ауыл, Өфө эсендә

БАЗИЛЕВКА, ауыл, 1992 й. алып Өфө эсендә (Калинин р‑ны). Фаразланыуынса, 1700 й. Пекарскийҙарҙың бәләкәй ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1847 й. алпауыт Базилевскийҙар ҡулына күсә. 1848 й. Пенза губ. крепостной крәҫтиәндәр килеп урынлаша. 1865 й. Отрада (Пекарский, Б., Тимофеевка — С.П.Базилевскаяның ире,...

БАЙ Борис Иванович

БАЙ Борис Иванович (1878, Волынск губ. Староконстантинов ҡ. — 1942, июль, Өфө), архитектор. СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935). Граждандар инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1913) проф. А.И.Дитрихтың проект оҫтаханаһы (шунда уҡ) архитекторы. 1915—28 йй. Украинала эшләй, 1929 й....

БАЙБАКОВ Николай Константинович

БАЙБАКОВ Николай Константинович (7.3.1911, Баҡы губ. Сабунчи а. — 31.3.2008, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (1966). Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1932). 1938 й. алып “Востокнефтедобыча” берекмәһе (Куйбышев ҡ.) нач., 1939 й. — “Главнефтедобыча Востока”...

БАЙБОРОДОВ Фёдор Михайлович

БАЙБОРОДОВ Фёдор Михайлович (17.11.1929, Нижегородка крайы Суна а. — 19.6.1985, Стәрлетамаҡ ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). 1947 й. алып “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.) быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, быраулау мастеры. 1960—82 йй. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының дивинил етештереү...

БАЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

БАЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Рәжәп а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Рукмен й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 781 кеше; 1920 — 1154; 1939 — 855; 1959 — 403; 1989 — 275; 2002 — 233; 2010 — 205 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

БАЙБУЛАТОВ Раил Фәтхелислам улы

БАЙБУЛАТОВ Раил Фәтхелислам улы (2.6.1937, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яманғол а. — 22.7.2002, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. РФ‑тың (1997) һәм БР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1961). 1962 й. алып Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире,...

БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы

БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы [1.3.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Сәфәр а. (БР-ҙың Шишмә р-ны) — 19.4.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1952), М.Горький ис....

БАЙБУРИН Йыһангир Нурғәли улы

БАЙБУРИН Йыһангир Нурғәли улы [20.3.1852 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1859) Ырымбур губ. Өфө өйәҙе Сәфәр а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 1915], Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. 1906 й. алып Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы. Ҡазан ун‑тының мед. ф‑тында уҡыған (1883—87). 1906 й. март—нояб....

БАЙБУРИН Наил Ғабдулла улы

БАЙБУРИН Наил Ғабдулла улы (17.7.1956, Өфө), сценограф, рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). Театр эшмәкәрҙәре союзы (1985), Рәссамдар союзы (1991) ағзаһы. Ғ.Ғ.Байбуриндың улы. ӨДСИ-не тамамлаған (1980; педагогтары М.Н.Арыҫланов, Р.М.Нурмөхәмәтов). 1981 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театрында эшләй:...

БАЙБУРИН Фәүзи Зәки улы

БАЙБУРИН Фәүзи Зәки улы (24.1.1943, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1990). Юғары хәрби-диңгеҙ инженерҙар уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1968) хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1975 й. алып Хәрби-диңгеҙ инженерҙар ин‑тында (С.‑Петербург) эшләй, 1988—94 йй....

БАЙБУРИНА Зөһрә Фәнил ҡыҙы

БАЙБУРИНА Зөһрә Фәнил ҡыҙы (17.4.1962, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Краснохолмский ҡсб), йырсы (меццо‑сопрано). Проф. (2000). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1990; М.Ғ.Мортазина класы) БДОБТ солисы. 1998 й. Милан ҡ. Юғары муз. мәктәбен (Л.Беренго класы; 2000 й. алып шунда уҡ уҡыта) һәм Альбиссола‑Марина ҡ. Р.Скотто...