Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕШӘТӘК

БЕШӘТӘК, Бишитәк, Биштау, тау түбәһе, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы Баштау һыртының иң юғары нөктәһе. Белорет р‑ны Исмаҡай а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1271 м, оҙонлоғо яҡынса 1,2 км, киңлеге 0,8 км. Рельефында денудация йөҙө билдәләнә, уның өҫтөнән 5—8 м...

БЕШЕҮ

БЕШЕҮ, организм туҡымаларының билдәле бер урынға йылылыҡ (ялҡын, эҫе әйбер, шыйыҡса һ.б.), химик (концентрациялы кислота, һелте һ.б.), радиация (ИК‑, УФ‑, ионлау нурланышы) һәм электр йоғонтоһо һөҙөмтәһендә зарарланыуы. Б. зарарланыу ауырлығына (1‑се, 2‑се, 3‑сө А, 3‑сө Б, 4‑се дәрәжә), шарттарына (производство,...

БЕШМӘ, инфекцион ауырыу

БЕШМӘ, кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә афтылар һәм эрозиялар барлыҡҡа килеү хас. Б. тыуҙырыусы — Aphthovirus затының Picornaviridae ғаиләһенә ҡараған вирус, 7 серотибы, яҡынса 70 варианты бар;...

БЕШТАУ Юрий Григорьевич

БЕШТАУ Юрий Григорьевич (14.3.1928, Төньяҡ Кавказ крайы Апшерон станицаһы — 16.12.2011, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. транспорт хеҙм‑ре (1988). Ленинград һыу транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Ағиҙел йылға пароходсылығының Өфө йылға портында эшләй: план бүлеге нач., 1955 й....

БИ...

БИ... [лат. bi — икәү, bis — ике тапҡыр], ҡушма һүҙҙәрҙең “ике өлөштән тороусы, ике билдәһе булған” мәғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., биатлон, билингвизм). Тәрж. Р.М.Шәрипова

БИАТЛОН

БИАТЛОН (би... һәм гр. athlon — ярыш, көрәш), спорт төрө, билдәләнгән сиктә винтовканан атыу м‑н барған саңғы ярышы. Мас-старт, пасьют (ҡыуып барыу уҙышы), спринт, шәхси уҙыш, эстафета һ.б. ярыштар айырыла. Башҡортостанда Б. үҫеше Өфөлә 20 б. 50‑се йй. Аҙағында — “Динамо” ДСО‑һы, 60‑сы йй. башында “Буревестник”...

БИАТЛОН БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ

БИАТЛОН БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы базаһында эшләй. 1987 й. Профсоюздар физкультура-спорт йәмғиәте Башҡ‑н өлкә советының биатлон б‑са СДЮШОР‑ы булараҡ ойошторола, 2001 й. алып Биатлон буйынса республика балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы...

БИӘЗ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

БИӘЗ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Озерки а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 160 км алыҫлыҡта Ҡорош й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 73 кеше; 1959 — 100; 1989 — 241; 2002 — 227; 2010 — 174 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй...

БИБИКОВ Александр Ильич

БИБИКОВ Александр Ильич (30.5.1729, Мәскәү — 9.4.1774, Бөгөлмә биҫтәһе, хәҙ. Бөгөлмә ҡ.; Мәскәү губ. Баршовка а. ерләнгән), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑аншеф (1771). Сенатор (1774 й. алып). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын, 1763—65 йй....

БИБИКОВ Борис Владимирович

БИБИКОВ Борис Владимирович (9.7.1900, Серпухов ҡ. — 5.11.1986, Дүшәмбе ҡ.), педагог, актёр. Проф. (1951). РСФСР‑ҙың (1947), БАССР-ҙың (1959), Тажик ССР‑ының (1964) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, Ҡарағалпаҡ АССР‑ының атҡ. артисы (1967). М.А.Чехов студияһында уҡый (Мәскәү). 1922 й. алып Мәскәү художество театрының...

БИБИНУР, люцерна сорты

БИБИНУР, күк гибридлы люцерна сорты. 1995 й. Р.С.Йәнекәев, Ғ.Ҡ.Зарипова, Х.Ғ.Кашапов (БНИПТИЖиК) Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ин‑ты (С.‑Петербург) өлгөләрен яңынан ирекле һеркәләндереү юлы м‑н алынған люцернаның гибридлы популяцияһынан индивидуаль‑ғаиләле һайлап алыу ысулы м‑н сығарған. Ярым төҙ ҡыуаҡ, бейеклеге...

БИБЛИОГРАФИЯ

БИБЛИОГРАФИЯ (гр. biblion — китап һәм ...графия), 1) документтар, ҡулъяҙма һәм баҫма әҫәрҙәр т‑да төп мәғлүмәттәрҙе әҙерләү һәм тәҡдим итеү. Әҫәрҙәрҙе фәнни нигеҙҙә айырыуҙы, уларҙы айырым билдәләр б‑са анализлау һәм туплауҙы, тасуирлауҙы, системаға һалыуҙы, белешмәләр, исемлектәр, әҙәбиәткә күҙәтеүҙәр...

БИБЛИОГРАФИЯЛАҒЫ ҠЫҪҠАРТЫУҘАР

авт.‑төҙ. — автор-төҙөүсе авторҙ. — авторҙаш, авторҙашлык баҫ. — баҫма һ.б. — һәм башҡалар й.к. — йылы күрһәтелмәгән кит. — китап киҫ. — киҫәк М. — Мәскәү өҫт. — өҫтәлгән мөхәр. — мөхәррир ред‑да — редакцияһында сығ‑ш — сығарылыш төҙ. — төҙөүсе төҙәт. — төҙәтелгән тулыл. — тулыландырылған тәрж....

БИБЛИЯ

БИБЛИЯ (грек. biblia — китаптар), иудаизмда һәм христианлыҡта ҡанунлаштырылған боронғо дини текстар тупланмаһы; боронғо яҙма әҙәби ҡомартҡы. 2 өлөштән тора: Иҫке Ғәһет һәм Яңы Ғәһет. Б.э. тиклем 13—2 бб. боронғо йәһүд телендә яҙылған Иҫке Ғәһетте (39 ҡануни китап) йәһүдтәр һәм христиандар Изге Яҙма...

БИГӘНӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

БИГӘНӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түбәнге Балтас а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Йоҡ й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 380 кеше; 1920 — 370; 1939 — 352; 1959 — 371; 1989 — 204; 2002 — 198; 2010 —...

БИГӘНӘЙ, Яңы Ҡангилде, Борай р‑нындағы ауыл

БИГӘНӘЙ, Яңы Ҡангилде, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 89 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 412; 1939 — 335; 1959 — 403; 1989 — 236; 2002 — 225; 2010 — 183 кеше....

БИГИЕВ Муса, М.Ярулла

БИГИЕВ Муса, М.Ярулла (6.1.1873, Дондағы Ростов ҡ. — 29.10.1949, Ҡаһирә), мосолман дин белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. Хәрби ахун. Ҡазан, Баҡсаһарай, Бохара ҡҡ. мәҙрәсәләрендә уҡый; 1896 й. алып әл‑Әзһәр ун‑тында (Ҡаһирә), Мәккә, Мәҙинә (Сауд Ғәрәбстаны), Мумбай (Һиндостан) ҡҡ. һ.б. уҡыуын дауам итә. 1905 й....

БИҒЛОВ Йыһандар Ирғәле улы

БИҒЛОВ Йыһандар Ирғәле улы [18.12.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Абзан а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 28.11.2001, Өфө], математик. Физика‑матем. ф. канд. (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1941). 1946—86 йй. БДУ‑ла уҡыта (1972—82 йй. матем. ф‑ты деканы)....

БИҒЛОВ Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы

БИҒЛОВ Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы [1871—30.3.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шишмә ст. ҡсб (хәҙ. БР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб)], Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Дворяндарҙан. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. 19 б. аҙ. һәм...

БИҒЛОВА Рәйсә Йыһандар ҡыҙы

БИҒЛОВА Рәйсә Йыһандар ҡыҙы (1.10.1950, Өфө), химик-органик. Химия ф. д‑ры (1999), проф. (2000). РФ-тың почётлы юғары проф. биреү хеҙм-ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр фенолдарҙы синтезлауҙың селектив ысулдарын...