Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БРОДСКИЙ Пётр Абрамович

БРОДСКИЙ Пётр Абрамович (30.7.1935, Днепропетровск ҡ. — 26.11.2010, Израиль), инженер. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1985). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1976), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1986). Мәскәү химия-технология институтын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз геологик...

БРОЙЛЕР

БРОЙЛЕР (ингл. broiler), үҫтереү өсөн ем аҙ сарыф ителгән тиҙ үҫеүсе һәм өлгөрөүсе гибрид бала ҡош. Б. махсуслаштырылған ит йәки ит‑йомортҡа тоҡомдары линияларын аталандырыу юлы м‑н сығарыла. Б. производствоһында себеш һәм өйрәк бәпкәһе 8 аҙнаға тиклем үҫтерелә, ҡаҙ бәпкәһе һәм мысыр тауығы себеше —...

БРОЙЛЕР

БРОЙЛЕР (ингл. broiler), үҫтереү өсөн ем аҙ сарыф ителгән тиҙ үҫеүсе һәм өлгөрөүсе гибрид бала ҡош. Б. махсуслаштырылған ит йәки ит‑йомортҡа тоҡомдары линияларын аталандырыу юлы м‑н сығарыла. Б. производствоһында себеш һәм өйрәк бәпкәһе 8 аҙнаға тиклем үҫтерелә, ҡаҙ бәпкәһе һәм мысыр тауығы себеше —...

БРОНЕПОЕЗДАР

БРОНЕПОЕЗДАР, артиллерия һәм пулемёттар м‑н ҡоралландырылған бронялы тимер юл составтары, 19 б. һуңғы сирегендә — 20 б. 1‑се ярт. Америка һәм Европа илдәре армияһында ғәскәрҙәргә ут м‑н ярҙам итеү һәм үҙ аллы хәрби хәрәкәт алып барыу өсөн ҡулланыла. Бер нисә Б. дивизионға берләшә. Б. хәрби өлөштән (бронепаровоз,...

БРОНЗА БЫУАТЫ

БРОНЗА БЫУАТЫ, баҡыр металлургияһынан еңел иреүсәнлеге (700—900°C), яҡшы ҡойолоусанлығы, тутығыуға сыҙамлылығы, механик һәм технологик үҙенсәлектәре м‑н айырылып торған бронзаны (баҡырҙың мышаяҡ, аҡ ҡурғаш, ҡурғаш һәм һөрмә м‑н иретмәһе) файҙаланыуға күсеү м‑н билдәләнеүсе тарихи-мәҙәни дәүер. 3 осорға...

БРОНХИАЛЬ АСТМА

БРОНХИАЛЬ АСТМА, тын алыу юлдарының хроник шешеү ауырыуы. Еңел, уртаса һәм ауыр дәрәжәләге; экзоген һәм эндоген Б.а. һ.б. айыралар. Б.а. барлыҡҡа килеүенә генетик бирешеүсәнлек, көнкүреш (туҙан, йорт хайуандары ҡауырһыны һәм йөнө, үҫемлектәр һеркәһе һ.б.) һәм производство (химик матдәләр, төтөн һ.б.)...

БРОНХИТ

БРОНХИТ (гр. bronchos — боғарлаҡ, трахея), бронхыларҙың шешеүе. Кешелә Б. үҙ аллы һәм юлдаш сирбулараҡ осрай. Б. киҫкен һәм хроник, катараль һәм обструктив төрҙәргә айырыла. Б. үҫешенә вируслы һәм бактериаль инфекциялар, химик матдәләр йоғонтоһо, танау аша тын алыуҙың боҙолоуы, өшөү, тәмәке тартыу һ.б....

БРОНШТЕЙН Ефим Михайлович

БРОНШТЕЙН Ефим Михайлович (20.7.1946, Өфө), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡабарынҡылыҡ анализына һәм финанс математикаһына арналған. Б. шарҙың ҡабарынҡы аҫкүмәклектәренән торған...

БРУСЯНИН Василий Васильевич

БРУСЯНИН Василий Васильевич (1.9.1867, Бөгөлмә ҡ. — 30.7.1919, Орёл губ., Өфөлә ерләнгән), яҙыусы. 1878 й. алып Өфө өйәҙ, һуңынан ерүлсәү уч‑щеларында уҡый. 90‑сы йй.2‑се ярт. С.‑Петербург ҡ. күсә: 1897 й. башлап “Новое слово” (“Яңы һүҙ”) ж. хеҙм‑ре, һуңыраҡ “Звезда” (“Йондоҙ”) ж. бүлек мөдире, 1903—05 йй....

БРУЦЕЛЛЁЗ

БРУЦЕЛЛЁЗ, кешелә һәм хайуандарҙа Brucella заты бактериялары барлыҡҡа килтергән инфекцион ауырыу. Б. тыуҙырыусыларҙың 6 төрө билдәле, айырыуса өйрәнелгәндәре: Br. abortus bovis (һыйыр малы ауырыуын тыуҙыра), Br. canis (эт), Br. suis (сусҡа), Br. melitensis (һарыҡ һәм кәзә). Кешелә бөтә төр бактериялар...

БРЮГЕМАН Альберт Фридрихович

БРЮГЕМАН Альберт Фридрихович (12.9.1925, Волга буйы Немец АССР‑ының Палласовка станцияһы ҡсб — 12.7.2010, Германия), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978), БАССР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1952) Ишембай (ҡулайламалар нач.), Черниковка,...

БРЮХАНОВ Анатолий Михайлович

БРЮХАНОВ Анатолий Михайлович (3.3.1939, Өфө — 11.10.2008, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. канд. (1982). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. уйлап табыусыһы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу ҒТИ‑ның Урал филиалы КБ‑нда (Өфө) эшләй, 1974 й. алып ӨДАТУ...

БРЮХАНОВ Николай Павлович

БРЮХАНОВ Николай Павлович (16.12.1878, Сембер ҡ. — 1.9.1938, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 30.6.1943), революция хәрәкәте эшмәкәре, совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1902 й. алып РСДРП ағзаһы. Мәскәү (1898—99, 1900—01) һәм Ҡазан (1901—03) ун‑ттарында уҡыған. 1899 й., 1903 й. һәм 1912 й. ҡулға алына...

БУБИ Мөхлисә

БУБИ Мөхлисә, Бобинская М. (ысын исеме Ниғмәтуллина Мөхлисә Ғәбделғәлләм ҡыҙы; 1869, Вятка губ. Иш‑Буби а. — 23.12.1937, Өфө), дин әһеле, педагог-мәғрифәтсе. Йәдитселек яҡлы. Өйҙә белем ала. 1901 й. алып тыуған ауылында 6 йыллыҡ татар ҡыҙ балалар мәктәбе мөдире. 1908 й. мосолман ҡыҙҙары өсөн яңы методикалы...

БУБЛИК Николай Дмитриевич

БУБЛИК Николай Дмитриевич (22.5.1941, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). ӨАИ‑ны тамамлаған (1964), 1965 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй (1983—86 йй. “Искра” электр технологияһы махсус конструкторлыҡ-технология...

БУВАКИН Александр Сергеевич

БУВАКИН Александр Сергеевич (4.10.1917, Тверь губ. Лемехово а. — 13.3.2000, Өфө), йырсы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1958). 1933 й. алып — Рыбинск моторҙар эшләү з‑ды, 1945—79 йй. ӨМЭПБ токары. Тауышы тәрән тембрлы көслө, матур. Башҡарыу оҫталығы сағыулыҡ һәм артистизм м‑н айырылып торған. Репертуарында...

БУГАЙ Дмитрий Ефимович

БУГАЙ Дмитрий Ефимович (26.1.1956, Өфө), физик‑химик. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) ӨДНТУ‑ла эшләй, бер үк ваҡытта 1985 й. алып Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ‑ның лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре металл коррозияһы һәм ашалыу процестарының электрохимик...

БУГАНИН Александр Андреевич

БУГАНИН Александр Андреевич (26.4.1957, Өфө), рәссам, график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1988). 1989 й. алып “Сәнғәт” галереяһында (Өфө) эшләй, 1998 й. — А.В.Булянская галереяһында (Мәскәү). Б. ижадында 20 б. аҙ. постмодернизм йоғонтоһо һиҙелә. Б. әҫ. йыш ҡына...

БУГЕРА Владислав Евгеньевич

БУГЕРА Владислав Евгеньевич (24.1.1971, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2010). Т.Шевченко исемендәге Киев университетын тамамлаған (1993). 1996 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре марксистик философия, социаль психология, йәмғиәт үҫешендә мәғлүмәт технологияларының...

БУГОРОВКА

БУГОРОВКА, ауыл, 1958 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эсендә. 19 б. 70‑се йй. алпауыт А.Бухвостованан һатып алынған ерҙәрҙә Стәрлетамаҡ ҡ. мещандары нигеҙ һала. Һуңыраҡ 19 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән Аделаидовка (Бухвостов) а. м‑н ҡушылған. 1896 й. Б. (Бухвостов, Аделаидовка) 33 йортта 184 кеше йәшәгән. Игенселек...