Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВЕТЛЯНКА IV

ВЕТЛЯНКА IV, бронза быуаты һәм иртә тимер быуаттың археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2—3‑сө сиреге — 1‑се мең йыллыҡ аҙағына ҡарай. Ырымбур өлк. Ветлянка а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1982 й. Р.Б.Исмәғилев тарафынан асыла һәм...

ВЕТОШНИКОВ Георгий Александрович

ВЕТОШНИКОВ Георгий Александрович (19.4.1918, Өфө — 9.3.1946, Баҡы), Советтар Союзы Геройы (1944). 1938 й. Хәсән күле янындағы ҡораллы бәрелештә, 1939—40 йй. совет- финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Өфө яҙыу машиналары з‑дында эшләй. 1938—40 йй. һәм 1941 й. июненән Ҡыҙыл...

ВЕТОШНИКОВ, ауыл, Өфө эсендә

ВЕТОШНИКОВ, ауыл, 2005 й. алып Өфө эсендә. 17 б. аҙ. — 18 б. башында сит ил кешеһе (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) И.О.Лошкеевтың ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1711 й. ул Г.Д.Ветошников (ҡара: Ветошниковтар) биләмәһенә күсә. 1762 й. В. 5 ир-ат иҫәпкә алынған,...

ВЕТОШНИКОВТАР

ВЕТОШНИКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар — Фёдор Петрович һәм Осип Петрович В., яҙылыу б‑са хеҙмәтле кешеләр. 1590 й. Өфө тупсылары. 1592 й. Ағиҙел й. һәм уның ҡушылдығы Соҡалаҡ й. буйында ер биләгәндәр. Билдәлеләре: Пётр Григорьевич В. (? — 1687 й. һуң), 1654 й. — яңы суҡындырылған...

ВЕЯЛОЧНЫЙ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ВЕЯЛОЧНЫЙ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Әңгәсәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 124 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 14 кеше; 1939 — 38; 1959 — 395; 1989 — 200; 2002 — 195; 2010 — 189 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ...

ВИБРАЦИЯ АУЫРЫУЫ

ВИБРАЦИЯ АУЫРЫУЫ, организмға оҙайлы вибрация тәьҫире арҡаһында барлыҡҡа килгән һөнәри ауырыу. Шулай уҡ тауыш, һалҡын тейеү, ныҡ арыу, эш урынында кәүҙәне дөрөҫ тотмау, индивидуаль һиҙгерлек һ.б. В.а. килтереүе мөмкин. Башлыса авиация, машиналар эшләү, тау сәнәғәте һәм а.х. тармаҡтары эшселәрендә осрай...

ВИБРАЦИЯЛЫ ТЕХНИКА

ВИБРАЦИЯЛЫ ТЕХНИКА, вибрация тыуҙырыу, ш. уҡ уны үлсәү һәм уның м‑н идара итеү ысулдары һәм саралары йыйылмаһы. В.т. бер йүнәлешле хәрәкәт, һуҡмалы-вибрациялы индереү һәм сығарыу, болғатыу һ.б. эффекттар тыуҙырыусы вибрациялы машиналар, стендтар, аппараттар һәм ҡоролмалар инә. В.т. эшсе өлөштәренең...

ВИДИНЕЕВ Василий Ильич

 ВИДИНЕЕВ Василий Ильич (?, Минзәлә ҡ. — 15.1.1903, Өфө), 1-се гильдия сауҙагәре, меценат. Крәҫтиәндәрҙән. Өфө, Минзәлә ҡҡ., Өфө өйәҙенең Богородский улусында (хәҙ. Өфө эсендә) һәм Бәләбәй өйәҙенең Иҫке Маты а. (хәҙ. Баҡалы р‑ны) һыра ҡайнатыу һәм шарап ҡыуыу заводтарына, Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Минзәлә...

ВИЗЕ ЯРУСЫ

ВИЗЕ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең урта бүлексәһе. Турней ярусында ята, серпухов ярусы менән ҡапланған. Ж.‑О.Госсель тарафынан айырып күрһәтелә (1882). Визе ҡ. (Бельгия) исеме менән аталған. Диңгеҙ һәм континенталь ултырмаларҙан тора. Диңгеҙ ҡатламдарына — фораминифер, мәрйен, остракод, брахиопод,...

ВИКМАН Пётр Михайлович

ВИКМАН Пётр Михайлович (13.11. 1890, Рига — 10.4.1958, шунда уҡ), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1906 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1906 й. алып Рига һәм Тверь ҡҡ. заводтарында эшләй. 1918 й. башлап РКП(б)‑ның Тверь губерна ком-ты, бер үк ваҡытта 1919 й. Тверь губерна ғәҙәттән...

ВИКТОРОВ Виталий Васильевич

ВИКТОРОВ Виталий Васильевич (11.7.1960, БАССР-ҙың Миәкә р-ны Һыуыҡҡул‑Михайловка а.), анестезиолог- реаниматолог. Мед. ф. д-ры (2002), проф. (2003). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (2002) атҡ. табибы. БДМИ- ны тамамлағандан һуң (1987) Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй, 1991 й. алып 2‑се Респ. клиник...

ВИКТОРОВА Татьяна Викторовна

ВИКТОРОВА Татьяна Викторовна (20.7.1962, Өфө), педиатр, генетик. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1985). 1988 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй: 1999 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — лаб. мөдире, 2011 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2003 й. алып БДМУ‑ның...

ВИКТОРОВКА, Благовар р-нындағы ауыл

ВИКТОРОВКА, Благовар р-нындағы ауыл, Алексеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 37 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Күгел й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 108 кеше; 1939 — 194; 1959 — 156; 1989 — 196; 2002 — 208; 2010 — 190 кеше. Урыҫтар, немецтар...

ВИКУЛОВ Сергей Филиппович

ВИКУЛОВ Сергей Филиппович (9.9. 1933, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. канд. (1970), иҡт. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). РФ-тың атҡ. фән эшмәкәре (1995). Полк. (1977). А.Ф. Можайский ис. Ленинград Ҡыҙыл байраҡлы хәрби-һауа инженерлыҡ акад. тамамлаған (1958). 1952—93 йй. Ҡораллы көстәрҙә (СССР, РФ). 1958...

ВИЛДАНОВ Айрат Ғилфан улы

ВИЛДАНОВ Айрат Ғилфан улы (30.11.1948, БАССР-ҙың Дүртөйлө р-ны Мәмәдәл а.), цирк артисы, дрессировщик. РФ-тың (1993) һәм БАССР- ҙың (1977) атҡ. артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) — Башҡ. цирк коллективында, 1990 й. алып Рәсәй дәүләт цирк компанияһының (Мәскәү)...

ВИЛДАНОВ Әхәт Ханнан улы

ВИЛДАНОВ Әхәт Ханнан улы (1.8. 1944, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Кәбәс ҡсб, хәҙ. БР-ҙың Ишембай р-ны Кәбәс а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. канд. (1978). БР-ҙың атҡ. мәғариф хеҙм-ре (2007), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2009), БР-ҙың мәғариф отличнигы (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994)....

ВИЛДАНОВ Ғәбделәхәт Фазлый улы

ВИЛДАНОВ Ғәбделәхәт Фазлый улы [6.2.1879, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Таймый а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 9.2.1954, Өфө], тел белгесе, этнограф, фольклорсы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған (1912). 1899 й. алып Турғай өлк. мәктәптәрендә, Ғәлекәй мәҙрәсәһендә (Ырымбур ҡ. янындағы Сәйет биҫтәһе),...

ВИЛДАНОВ Рәүеф Ғибаҙулла улы

ВИЛДАНОВ Рәүеф Ғибаҙулла улы (24.10.1953, Ишембай ҡ.), инженер- электромеханик. Техник ф. д-ры (2008). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1980 й. алып ӨДНТУ‑ның Салауат филиалында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ тармағы өсөн ҡоролмаларҙы диагностикалау сараларын уйлап табыуға арналған. В. көпләүсе ҡоролмаларҙа...

ВИЛДАНОВ Тимербулат Миңлехан улы

ВИЛДАНОВ Тимербулат Миңлехан улы [5.4.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаран-Бишенде а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 28.1.2005, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). РСФСР-ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1988), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1978), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972). 1946—50 йй., 1955—94 йй....

ВИЛДАНОВ Урал Сәлим улы

ВИЛДАНОВ Урал Сәлим улы (4.11.1956, БАССР‑ҙың Учалы районы Илсе а.), философ. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Х.С.Вилдановтың ағаһы. Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1983 й.) БДУ‑ла, 1985 й. алып ӨАИ‑ла, 1990 й. башлап БДПИ‑ла уҡыта; 1992—98 йй. — БДУ‑ың...