Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГАББРО

ГАББРО (итал. gabbro), һелте составлы магматик тау тоҡомо, базальттың интрузив аналогы. Һелтеле плагиоклаздан (50—60%), моноклин, ҡайһы ваҡыт ромбик пироксендан (40—50%), акцессор минералдарҙан (апатит, сфен һ.б.) тора. Составы б‑са кварцлы, оливинлы, троктолитлы, мөгөҙ обманкалы һ.б. Г. айырыла. Структураһы...

ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич

ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич (17.2.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Озерский а., хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Озеро а., — 19.12.2020, Екатеринбург ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1987), профессор (1994). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск педагогия институтын...

ГАВРИЛОВ Сергей Алексеевич

ГАВРИЛОВ Сергей Алексеевич (20.9.1914, Владимир губ. Иваново-Вознесенск ҡ. — 21.5.1983, Өфө), конструктор. Техник ф. д‑ры (1978). Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. Рыбинск авиация ин‑тын тамамлаған (1940). 1941 й. алып ӨМЭЗ‑да эшләй: 1943 й....

ГАВРИЛОВКА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ГАВРИЛОВКА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Иртөбәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Мрәүешле й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 530 кеше; 1920 – 883; 1939 – 486; 1959 – 210; 1989 – 87; 2002 – 100; 2010 — 76 кеше. Урыҫтар,...

ГАВРИЛОВКА, Фёдоровка р-нындағы ауыл

ГАВРИЛОВКА, Фёдоровка р-нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 38 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 684 кеше; 1920 – 799; 1939 – 529; 1959 – 356; 1989 – 194; 2002 – 214; 2010 — 240 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс...

ГАГАРА ҺЫМАҠТАР

ГАГАРА ҺЫМАҠТАР (Gaviiformes), ҡоштар отряды. 1 ғаиләһе (гагаралар), 5 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 төрө бар. Һыуҙа йөҙөүсе ҙур күсәр ҡоштар (кәүҙә оҙонлоғо 53—73 см, ауырлығы 1,1—3,4 кг). Ҡауырһыны көлһыу йәки аҡ м‑н сыбарланған ҡара төҫтә, түше һәм ҡорһағы — аҡ. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡуйы, ҡалын мамыҡ...

ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ

ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ. Стәрлетамаҡ ҡ. (Фурманов урамы, 7) урынлашҡан. Майҙаны – 8 га. 1961 й. ҡала баҡсаһы булараҡ ойошторола, 1974 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1974 й. — “Күҙәтеү ҡуласаһы”, “Ракета”, “Бәүелсәк”, 1977 й. “Ромашка”, “Елкәй” аттракциондары урынлаштырыла....

ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ, ФӘН ҺӘМ ТЕХНИКА ЙОРТО

ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ, ФӘН ҺӘМ ТЕХНИКА ЙОРТО, “Туймазанефть” НГДУ‑һы ҡарамағында. 1953—94 йй. Октябрьский ҡ. эшләй. 550 һәм 150 урынлыҡ 2 тамаша залы, грим бүлмәләре, түңәрәктәр эше өсөн бүлмәләре, китапханаһы була. Мәҙәниәт йортонда 7 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы эшләй: “Джаз-ансамбль”...

ГАГАРИН Ю.А.ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР

ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР, 1961—98 йй. Өфөлә эшләгән (1996 й. алып балалар к/т). 320 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе булған. Кинотеатрҙа киновикториналар, кинолекторийҙар, кинобайрамдар һ.б. үткәрелгән. Хәҙ. к/т бинаһында төрлө коммерция учреждениелары урынлашҡан. Л.И.Дорохова Тәрж....

ГАГАУЗ ТЕЛЕ

ГАГАУЗ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (көньяҡ-көнбайыш, йәки уғыҙ, төркөмө). Гагауздарҙың милли теле. Молдавияның көньяғында, Болгарияның төньяҡ-көнсығышында һәм Румынияла, Украинаның көньяҡ-көнбайышында, өлөшләтә Ҡаҙағстанда, Урта Азияла, Төньяҡ Кавказда таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 200 меңгә яҡын...

ГАЗ БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

ГАЗ БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, ҡулланыусыларҙы газ м-н тәьмин итеү өсөн ҡоролмалар комплексы. Газ менән тәьмин итеү системаһының магистраль газ торбаларынан һәм газ регуляторы пункттарынан тора. Газ бүлеү станцияларынан башлана. Төҙөлөш схемаһы б‑са ҡулса (күбеһенсә ҡалаларҙа), тупик (бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа)...

ГАЗ БҮЛЕҮ СТАНЦИЯЛАРЫ

ГАЗ БҮЛЕҮ СТАНЦИЯЛАРЫ, газ бүлеү селтәрҙәренә газ биреү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар. Г.б.с. магистраль газ торбаларының йәки уларҙың тармаҡтарының остағы участкаларында урынлаша. Составына йүнәлеште үҙгәртеү, одоризация, таҙартыу, гидрат барлыҡҡа килеүҙе булдырмау, көйләү, йылытыу, газ тотоноу...

ГАЗ ДИНАМИКАҺЫ

ГАЗ ДИНАМИКАҺЫ, гидроаэромеханиканың ҡыҫылған тотош мөхиттәрҙең (газдың, плазманың) хәрәкәтен һәм уларҙың ҡаты есемдәр м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнеүсе бүлеге. Ҡыҫылған газ ағымдары теорияһын, бәрмә тулҡындар теорияһын, диссоциацияланған һәм ионлашҡан газ ағымдары теорияһын, йылылыҡ алмашыныу теорияһын...

ГАЗ КОНДЕНСАТЫ

ГАЗ КОНДЕНСАТЫ, тәбиғи углеводород газдарын сығарғанда газ ятҡылыҡтары ҡатламының баҫым һәм т‑раһы түбәнәйеүе һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан шыйыҡ углеводородтар ҡатышмаһы. Тотороҡһоҙ (промысла шарттарында Г.к. ятыштарынан сығарыла) һәм тотороҡло (тотороҡһоҙ Г.к. еңел углеводородтарҙың киң фракцияһы —...

ГАЗ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ

ГАЗ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙы газ м‑н тәьмин итеү, ш. иҫ. табылған газ ятҡылыҡтары фондын булдырыу, газ сығарыу, ташыу, һаҡлау һәм ебәреү б‑са эшмәкәрлек. Үҙәкләштерелгән (магистраль газ торбалары һәм газ бүлеү селтәрҙәре б‑са) һәм үҙәкләштерелмәгән (газ генерацияһы ҡулайламаларынан йәки шыйыҡландырылған...

ГАЗ МЕНӘН ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР

ГАЗ МЕНӘН ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР, тулыландырылған полимерҙарҙың бер төрө. Полимер тәбиғәтенә ҡарап — газ м‑н тулыландырылған пластиктарға (йомоҡ күҙәүле пенопластар, поропластар, йәки тоташҡан күҙәүле поролондар) һәм резиналарға (көпшәк, йәки күҙәүле; ҡара: Резиналар һәм резина-техник изделиелар);...

ГАЗ СӘНӘҒӘТЕ

ГАЗ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡ сәнәғәтенең тәбиғи газдарҙы сығарыу, ташыу һәм эшкәртеүҙе үҙ эсенә алған тармағы. Респ. Г.с. үҫеше газ ятҡылыҡтарын һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле. Ишембай нефть ятҡылығын эшкәртеп бөткәндән һуң сәнәғәт пр‑тиеларын, торлаҡ һәм коммуналь-көнкүреш объекттарын газ менән...

ГАЗ ТАҘАРТЫУ

ГАЗ ТАҘАРТЫУ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, газды һәм унан айырып алынған ҡушылмаларҙы артабан файҙаланыу маҡсатында тәбиғи газды һәм сәнәғәт газын таҙартыу процесы. Г.т. өсөн өйөрмәле аппараттар, күбекле һәм күбекле-аҡмалы аппараттар, масса алмаштырыу аппараттары, химия реакторҙары, фильтрҙар файҙаланыла....

ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ДВИГАТЕЛЬ

ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ДВИГАТЕЛЬ, эш башҡарған есемдең (ҡыҫылған газ, газ ҡушымтаһы) энергияһын газ турбинаһында реактив ағымдың кинетик энергияһына һәм (йәки) механик эшкә әүерелдереүсе йылылыҡ двигателе. Төҙөлөшө б‑са форсаж камераһы булған турбиналы реактив двигателдәрҙе, форсаж камераһы булған ике контурлы...

ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ҠУЛАЙЛАМА

ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ҠУЛАЙЛАМА, яғыулыҡ энергияһын механик, электр һ.б. төр энергияға әүерелдерә. Г.т.ҡ. төп блоктары булып газ турбиналы двигатель һәм функциональ күсергес агрегат (компрессор, ҙур ҡеүәтле электр генераторы һ.б.) тора. Башлыса углеводород газда һәм дизель яғыулығында, ш. уҡ биогазда, спиртта,...