Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДИАНОВ Вәлиәхмәт Диан улы

ДИАНОВ Вәлиәхмәт Диан улы (13.3.1930, Түбәнге Новгород крайы Новомочалино а. — 1981, Мәскәү), график. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1969). Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1971 й. тиклем Башҡ‑н китап нәшриәтенең баш художество мөхәррире. Китап графикаһы һәм...

ДИАПИРҘАР

ДИАПИРҘАР, һығылмалы тау тоҡомдарын өҫтә ятҡан ҡатыраҡ ҡатламдарға ҡыҫып сығарыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән көмбәҙ рәүешендәге структуралар. Башҡортостанда диапиризмды тектоник көстәр барлыҡҡа килтерә, ул Ағиҙел депрессияһы сиктәрендәге көңгөр ярусының галоген‑сульфат ҡатламы менән бәйле. Д. субмеридиональ...

ДИАТОМ ЫЛЫМЫҠТАР

ДИАТОМ ЫЛЫМЫҠТАР, кремнийлы ылымыҡтар (Diatomea, Bacillariophyta), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. Төрлө мәғлүмәттәр б‑са, 12—25 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында сөсө һәм тоҙло һыуҙа, тупраҡтың өҫкө ҡатламдарында һ.б. таралған. Микроскопик ҙурлыҡтағы (4—2000 мкм) бер күҙәнәкле эукариотик, яңғыҙ йәки...

ДИАТОНИКА

ДИАТОНИКА (гр. diatonikos — тондан тонға күсеүсе), гептатоника (гр. hepta — ете һәм tonos — тон), биш тон һәм ике ярым тондан торған гамма рәүешендә ете баҫҡысы таҙа квинталар (фа‑до‑соль‑ре-ля-ми‑си) б‑са урынлашҡан лад системаһы. Баҫҡыстары аҙыраҡ булған тауыш рәте тулы булмаған Д. барлыҡҡа килтерә:...

ДИВАЕВ Әбүбәкер Әхмәтйән улы

ДИВАЕВ Әбүбәкер Әхмәтйән улы (6.12.1855, Ырымбур ҡ. — 5.2.1933, Ташкент), төркиәтсе. Коллегия теркәүсеһе (1881). Диваевтар нәҫеленән. Неплюев хәрби гимназияһын (1876; ҡара: Неплюев кадет корпусы) тамамлағандан һуң Төркөстан крайының өйәҙ идаралыҡтарында, 1881—1906 йй. Һырдаръя өлк. хәрби губ‑ры эргәһендә...

ДИВАЕВ Рәшит Мансур улы

ДИВАЕВ Рәшит Мансур улы [12.1.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Туҡай а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 7.9.2010, ш. уҡ р‑ндың Дүртөйлө а.], агроном. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971), БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1981). БАХИ‑ны тамамлаған (1969). 1947—51 йй. Өфө паровоздар ремонтлау з‑дында эшләй. 1954 й. алып Ауырғазы...

ДИВАЕВТАР

ДИВАЕВТАР, Деваевтар, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ди(е)вай Неваев (1679—1756). Уҫы даруғаһы мишәрҙәренән. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы (1738). Уның улы — Сөләймән Д. (1718—14.2.1757, С.‑Петербург), башҡорт ихтилалдарын (1735—40), ихтилалды (1747), башҡорт ихтилалын (1755—56)...

ДИДАКТИКА

ДИДАКТИКА (гр. didaktikos — өйрәтеүсе, уҡытыуға ҡағылышлы), белем биреү һәм уҡытыу теорияһы, педагогика тармағы. Уҡытыусы м‑н уҡыусыларҙың үҙ‑ара эшмәкәрлегенә нигеҙләнгән уҡытыу процесын тикшерә. Уҡытыу процесының төрлө өлөштәре араһындағы факттарҙы, үҙ‑ара бәйләнештәрҙе асыҡлау ярҙамында уҡытыуҙың...

ДИЕН УГЛЕВОДОРОДТАРЫ

ДИЕН УГЛЕВОДОРОДТАРЫ, диендар, ике икеләтә бәйләнешле туйындырылмаған углеводородтар. Молекулаларында икеләтә бәйләнештәрҙең үҙ‑ара урынлашыуы б‑са изоляцияланған (1,4‑пентадиен), кумуляцияланған (углеродтың бер атомына тоташып торалар; аллендар) һәм үҙ-ара тәьҫир итешеүсе (аралашып киләләр; 1,3‑бутадиен,...

ДИЕТОТЕРАПИЯ

ДИЕТОТЕРАПИЯ (гр. diaita — йәшәү рәүеше, туҡланыу режимы һәм ...терапия), билдәле бер диета ҡулланып дауаланыу ысулы. Д. дауаланыуҙың төп йәки ярҙамсы ысулы булырға мөмкин. Д. дауалау тәьҫире төп һәм ауырыу м‑н бер үк ваҡытта булған ауырыуҙарҙы, хеҙмәт шарттарын, климатты, йәште һ.б. иҫәпкә алып индивидуаль...

ДИЗАЙН

ДИЗАЙН (ингл. design — проект, ниәт, һыҙма, һүрәт; лат. designare — тәғәйенләнеште асыҡлау, билдәләү), функциональ форма барлыҡҡа килтереүҙәге ижади процесс һәм ысул, ш. уҡ сәнәғәт изделиелары, мебель, төрлө инструменттар, машиналар проектлау, хеҙмәт процесын һәм әйберҙәр мөхитен ойоштороу б‑са проф....

ДИЗАЙНЕРҘАР СОЮЗЫ

ДИЗАЙНЕРҘАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 2003 й. Өфөлә “Рәсәй дизайнерҙары союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы б‑са төбәк бүлексәһе булараҡ ойошторола. Башҡ‑н бүлексәһе ойошторолғанға тиклем респ. дизайнерҙары “Рәсәй дизайнерҙары союзы” на инә: В.В.Кашлачёв, А.Ә.Саҙретдинов (икеһе...

ДИЗЕЛЬ ЯҒЫУЛЫҒЫ

ДИЗЕЛЬ ЯҒЫУЛЫҒЫ, ҡыҫыуҙан ялҡынланыусы эске яныулы двигателдәрҙә ҡулланылған шыйыҡ нефть дистилляты. Тоҡаныу т‑раһы 30—90°С, ҡатыу т‑раһы −55°С алып 10°С тиклем, ҡайнау т‑раһы сиктәре 180—420°С, тығыҙлығы 830—930 кг/м3, парға әйләнә, еңел тоҡана (фракциялары составы м‑н билдәләнә), коррозия активлығы...

ДИЗЕНТЕРИЯ

ДИЗЕНТЕРИЯ (гр. dys... — ҡыйынлыҡ, боҙолоу һәм еnteron — эсәк), кешенең һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Д. тыуҙырыусы — Shigella заты бактериялары; кеше һәм хайуандар өсөн патоген, оҙаҡ ваҡыт тышҡы мөхиттә йәшәүгә һәләтле 4 төрө (S. boydii, S. disenteriaе, S. flexneri, S. sonnei) билдәле....

ДИЛМӨХӘМӘТОВ Ишмулла Ишҡәле улы

ДИЛМӨХӘМӘТОВ Ишмулла Ишҡәле улы (15.9.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яҡуп а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а., — 19.10.1984, Өфө), ҡурайсы, йырсы, актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1975), БАССР-ҙың халыҡ (1973) артисы. 1943—49 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1953 й. алып...

ДИЛМӨХӘМӘТОВА Әнисә Хәйретдин ҡыҙы

ДИЛМӨХӘМӘТОВА Әнисә Хәйретдин ҡыҙы (27.11.1933, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Мерәй а., хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а.), актриса. БАССР-ҙың атҡ. артисы (1972). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1952; Х.Бохарский курсы) — Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара:...

ДИЛМӨХӘМӘТОВА Шәүрә Ишмулла ҡыҙы

ДИЛМӨХӘМӘТОВА Шәүрә Ишмулла ҡыҙы (23.9.1961, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1996) һәм БССР-ҙың атҡ. (1991) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). И.И.Дилмөхәмәтовтың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; Р.В.Исрафилов курсы) 1989 й. тиклем, 1990— 94 йй. һәм 2002 й. алып БАДТ, 1989—90 йй. Йәш...

ДИЛМӨХӘМӘТОВТАР

ДИЛМӨХӘМӘТОВТАР, ҡурайсылар. Ишҡәле Шәмсетдин улы Д. (1.6.1901, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яҡуп а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а., — 7.11.1974, шунда уҡ), ҡурайсы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Йылайыр р‑нының В.П.Чкалов ис. к‑зында эшләй. Й.М.Иҫәнбаев традицияларын дауам итеүсе, ҡурайҙа уйнауҙың...

ДИЛОГИЯ

ДИЛОГИЯ (гр. di – ике тапҡыр һәм ...логия), үҙ-ара төп фекер, сюжет һәм ҡатнашыусылар уртаҡлығы м‑н бәйләнгән үҙ аллы ике әҫәрҙең берләшмәһе. Башҡ. һүҙ сәнғәтендә бәхет, дөрөҫлөк өсөн көрәш идеяһы, персонаждар (Аҡбуҙат, Һомай, Ҡәһҡәһә һ.б.) м‑н берләшкән “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары Д. тәүге өлгөһө...

ДИМ Баязит

ДИМ Баязит [ысын исеме Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 24.1.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айыухан а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 10.10.1945, Өфө], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып “Яңа авыл” (“Яңы ауыл”; ҡара: “Кызыл таң”) гәз. эшләй. 1929—32 йй. “Ленин юлы” (ҡара: “Туймазинский вестник”)...