Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЖИРНОВ Борис Семёнович

ЖИРНОВ Борис Семёнович (20.10.1942, ТАССР‑ҙың Алексеевка а.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1965) ӨДНТУ‑ның Салауат филиалында эшләй (1986 й. алып химик‑технологик процестар каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре углерод материалдарының актив газдар м‑н химик...

ЖИТНИКОВ Владимир Павлович

ЖИТНИКОВ Владимир Павлович (5.2.1950, Өфө), инженер‑физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) ӨДАТУ‑ла эшләй: 1980—85 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 1998 й. алып информатика сараларын проектлау каф., 2005 й. — компьютер...

ЖУВАСИН Павел Алексеевич

ЖУВАСИН Павел Алексеевич (1908, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Подгорный утары, хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Подгорный а., — 4.10.1944, Турда ҡ., Румыния), Советтар Союзы Геройы (1944). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. тиклем Магнитогорск ҡ. шофёр булып эшләй....

ЖУКОВ, Өфө р-нындағы ауыл

ЖУКОВ, Өфө р-нындағы ауыл, Жуков а/с үҙәге; т. юл станцияһы (Авдон). Өфөнән К.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 586 кеше; 1920 — 730; 1939 — 1014; 1959 — 1577; 1989 — 1298; 2002 — 1374; 2010 — 1685 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Башҡортостан” ҡошcолоҡ ф‑каһында эшләй. Урта...

ЖУКОВСКИЙ Василий Андреевич

ЖУКОВСКИЙ Василий Андреевич (29.1.1783, Тула наместниклығы Мишенский а. — 12.4.1852, Баден ҡ., Германия), урыҫ шағиры. Урыҫ романтизмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, пейзаж лирикаһының тәүге өлгөләрен булдырыусы. “Людмила” (1808), “Кассандра” (1809) балладалары, “Васыят төҫө” (“Цвет завета”; 1819), “Диңгеҙ”...

ЖУКОВСКИЙ Григорий Васильевич

ЖУКОВСКИЙ Григорий Васильевич (1800, Ырымбур; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ырымбур губ. Силәбе ҡ., — 15.2.1880, С.‑Петербург губ. Царское Село ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.-лейтенант. Дворяндарҙан. 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа, 1852 й. Коканд походында, 1853—56 йй. Ҡырым һуғышында ҡатнаша. 1819—71 йй....

ЖУКОВСКИЙ Николай Васильевич

ЖУКОВСКИЙ Николай Васильевич (1794 — 15.3.1852, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Действительный тайный советник (1850 й. алда). Дворяндарҙан. 1817—21 йй. Себер ген.‑губернаторы канцелярияһында хеҙмәт итә, 1822 й. Көнбайыш Себер ген.губернаторы канцелярияһы идарасыһы, 1824 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са,...

ЖУРАВЛЁВ Василий Николаевич

ЖУРАВЛЁВ Василий Николаевич (2.8.1904, Рязань ҡ. — 16.11.1987, Мәскәү), кинорежиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1976), Ҡабарҙы‑Балҡар АССР‑ының халыҡ артисы (1959). Дәүләт кинематография техникумын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1927) “Мосфильм” к/ст эшләй. 20‑гә яҡын фильм авторы: “Аҫрау ул” (“Приёмыш”;...

ЖУРАВЛЁВ Даниил Арсентьевич

ЖУРАВЛЁВ Даниил Арсентьевич (12.12.1900, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Таналыҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ., — 16.9.1974, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Артиллерия ген.‑полк. (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. эргәһендәге юғары командирҙар составын камиллаштырыу курстарын...

ЖУРАВЛЁВ Евгений Филиппович

ЖУРАВЛЁВ Евгений Филиппович (15.2.1910, Вятка губернаһы Ижевский Завод ҡсб — 9.2.1984, Өфө ҡ.), химик-неорганик. Химия фәндәре докторы (1964), профессор (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Пермь университетын тамамлағандан һуң (1936) шунда уҡ, 1964 й. алып Воронеж политехник институтында эшләй. 1969...

ЖУРАВЛЁВА Светлана Евгеньевна

ЖУРАВЛЁВА Светлана Евгеньевна (7.4.1960, Горький ҡ.), спортсы. Биол. ф. канд. (1999). Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1989). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Е.Ф.Журавлёвтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1984). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы, авиация-техник спорт клубы...

ЖУРАВЛИНЫЙ, һаҙлыҡ

ЖУРАВЛИНЫЙ, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ, Белорет р‑ны Тирлән а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта ята. Тау итәгендә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 400 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 6 м. Яуым‑төшөм м‑н туйына. Ҡара тал, лапландия талы, муйыл, розмарин япраҡлы тал, себер шыршыһы, ябай ҡарағай, аҡ аҡһырғаҡ,...

ЖУРНАЛ

ЖУРНАЛ, киң мәғлүмәт сараларының береһе булған баҫма һәм электрон ваҡытлы матбуғат. Ж. дәүләт органдары, ведомстволар, пр‑тиелар, йәмәғәт ойошмалары, берекмәләр, уҡыу йорттары, физик шәхестәр нәшер итә. Сығыу йышлығы: аҙнаһына, 10 көнгә, 2 аҙнаға, айына, 2 айға, кварталға, ярты йылға 1 тапҡыр. Күләме,...

ЖУРНАЛИСТАР СОЮЗЫ

ЖУРНАЛИСТАР СОЮЗЫ  Башҡортостан Республикаһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы, сәйәси булмаған ижади берекмә. Өфөлә 1957 й. ойошторола. Төп маҡсаттары һәм бурыстары: һүҙ һәм матбуғат иркен тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү, журналистарҙың һөнәри кимәлен күтәреү, берекмә ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм һөнәри мәнфәғәттәрен...

ЖУРНАЛИСТАР СЪЕЗДАРЫ

ЖУРНАЛИСТАР СЪЕЗДАРЫ. Съезд БР Журналистар союзының юғары етәксе органы булып тора; кәмендә 5 йылға 1 тапҡыр саҡырыла. Съезд идараны булдыра һәм яңынан һайлай, Уставты раҫлай һәм кәрәк булғанда үҙгәрештәр индерә, Журналистар союзы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләй, идара, ревизия комиссияһының...

ЖУРНАЛИСТИКА

ЖУРНАЛИСТИКА, көнүҙәк, соц. әһәмиәтле мәғлүмәтте йыйыу, эшкәртеү һәм киң мәғлүмәт саралары аша таратыу б‑са эшмәкәрлек төрө. Башҡортостанда Ж. 19 б. 1‑се ярт. алып үҫешә. 1838 й. Өфөлә “Оренбургские губернские ведомости” гәз. нәшер ителә башлай. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Ж. яңы формалар м‑н тулылана:...

ЖУРНАЛИСТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ЖУРНАЛИСТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, журналистика өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Махсус Ж.б.б.б. махсус (журналистика теорияһы нигеҙҙәре, Рәсәй һәм сит ил журналистикаһы тарихы, стилистика һәм әҙәби мөхәррирләү, журналистика социол., һөнәри этика һ.б.), ғәмәли (машинкала баҫыу,...

ЖУХИН Виктор Александрович

ЖУХИН Виктор Александрович (13.2.1902, Тула губ. Узловая ҡсб. — 1.4.1965,  Өфө), патологоанатом. Мед. ф. д‑ры (1942), проф. (1942). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1949), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Төньяҡ Кавказ ун‑тын тамамлаған (Дондағы Ростов ҡ., 1929). 1933 й. алып Төрөкмән мед. ин‑тында...