Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗВЕРЕВ Геннадий Никифорович

ЗВЕРЕВ Геннадий Никифорович (26.8.1953, Һарытау крайы Родничёк ст.), инженер‑геофизик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1986). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1982). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалында эшләй (Октябрьский ҡ.; 1966 й. алып...

ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович

ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович (4.10.1938, Махачкала ҡ. — 19.11.2020, Силәбе ҡ.), археолог. Тарих фәндәре докторы (2002). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Петропавловск педагогия институтында, бер үк ваҡытта Төньяҡ Ҡаҙағстан тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Петропавловск...

ЗДОБНОВА ЗОЯ ПЕТРОВНА

ЗДОБНОВА ЗОЯ Петровна (25.3.1926, Чистай ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1949). 1953 й. алып БДУла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге көнсығыш диалект зонаһындағы (Башҡортостан,...

ЗЕЙГМАН Юрий Вениаминович

ЗЕЙГМАН Юрий Вениаминович (27.4.1951, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). ӨНИ‑не тамамлаған (1973), 1976 й. алып шунда уҡ эшләй (2003 й. башлап нефть‑газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу каф. мөдире), 1973—76 йй. Башҡ‑н...

ЗЕЛЁНАЯ ПОЛЯНА, Әбйәлил р-нындағы ауыл

ЗЕЛЁНАЯ ПОЛЯНА, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 38 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Яҡтыкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. – 155; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. аҙ. марганец мәғдәндәре ятҡылығын...

ЗЕЛЕНИН Дмитрий Константинович

ЗЕЛЕНИН Дмитрий Константинович [21.10.1878, Вятка губ. Люк а. — 31 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 30). 8.1954, Ленинград], фольклорсы, диалектолог, этнограф. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1925), Болгария ФА акад. (1946), урыҫ теле һәм әҙәбиәте д‑ры (1917), этнография д‑ры (1935). Юрьев ун‑тын тамамлағандан һуң...

ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович

ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович (1851 — 23.8.1901, Санкт‑Петербург ҡ.), тау инженеры, эшҡыуар. Фән кандидаты. Санкт‑Петербург университетын тамамлағандан һуң (1870) Ырымбур губернаһының алтын приискыларында эшләй. 1886 й. Успенский приискыһында — хлоринация ысулы, 1895 й. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1897)...

ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович

ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович (22.1.1854, Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе — ?), тау инженеры. Санкт‑Петербург тау институтын тамамлағандан һуң (1876) Уралда эшләй. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнаша. 1879 й. Екатеринбург тау округының Түбәнге Исәт заводында эш башлай, 1879 й. майында Горноблагодатный...

ЗЕЛЁНЫЙ КЛИН, Әлшәй р-нындағы ауыл

ЗЕЛЁНЫЙ КЛИН, Әлшәй р-нындағы ауыл, Зелёный Клин а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 139 кеше; 1959 – 200; 1989 – 421; 2002 – 404; 2010 – 378 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ЗЕЛЁНЫЙ, Бөрө р-нындағы ауыл

ЗЕЛЁНЫЙ, Бөрө р-нындағы ауыл, Бурны а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 321 кеше; 1989 – 617; 2002 – 326; 2010 – 278 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 50‑се йй. Балалар колонияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ...

ЗЕЛИГЕР ГЕРЦОГИЕЛЛАҺЫ

ЗЕЛИГЕР ГЕРЦОГИЕЛЛАҺЫ (Herzogiella seligeri), мүк һымаҡтар төрө. Асыҡ йәки тоноҡ йәшел төҫтәге йомшаҡ ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ бер өйлө япраҡ һабаҡлы мүк. Йәйенке һабағы 2—5 см оҙонлоҡта бөгөлгән, ботағы осҡа табан нәҙегәйә. Япрағы ситләшкән, бер яҡҡа йүнәлтелгән, ланцет рәүешендә,...

ЗЕЛИНСКИЙ Николай Дмитриевич

ЗЕЛИНСКИЙ Николай Дмитриевич (25.1.1861, Тирасполь ҡ. — 31.7.1953, Мәскәү), химик‑органик. СССР ФА акад. (1929). Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Фәнни хеҙмәттәре нефть углеводородтары химияһына һәм уларҙың каталитик әүерелештәренә, мотор яғыулығын етештереү һәм көкөртһөҙләндереү мәсьәләләренә арналған. З. тарафынан...

ЗЕЛПЕ

ЗЕЛПЕ (Euonymus), зелпе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Азияның көнсығышында һәм көньяҡ‑көнсығышында таралған. Башҡортостанда сөйәлле З. үҫә. Ҡара сөйәлле үренделе һәм һоро нәҙек олонло япраҡ ҡойоусы 1—2 м бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы ябай, эллипс рәүешендә, осло, ҡапма‑ҡаршы...

ЗЕМЛЕДЕЛЕЦ, ауыл, Күмертау ҡ. эсендә

ЗЕМЛЕДЕЛЕЦ, ауыл, 1964 й. алып Күмертау ҡ. эсендә. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантоны терр‑яһында урыҫтар “Земледелец” ширҡәте булараҡ нигеҙ һала, ш. уҡ йылдарҙа уның эргәһендә “Муравей” ширҡәте (1925 й. уларҙың һәр береһендә 6‑шар йорт иҫәпләнгән) ойошторола. Һуңынан был ике ширҡәт З. ауылы...

ЗЕМЛО Борис Францевич

ЗЕМЛО Борис Францевич (23.11.1921, АСБР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Белорет заводы а., хәҙ. Белорет ҡ., — 17.3.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), актёр, театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1977), БАССРҙың атҡ. артисы (1963). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1941)....

ЗЕМСТВО

ЗЕМСТВО, бөтә халыҡ ҡатламдарын да үҙ эсенә алған урындағы үҙидара системаһы, 1864 й. 1 ғин. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение” б‑са, Земство реформаһы барышында ойошторола. З. бойороҡ биреүсе органдары — губерна һәм өйәҙ земство йыйылыштары, башҡарма органдары — губерна һәм...

ЗЕМСТВО БАШҠАРМАЛАРЫ

ЗЕМСТВО БАШҠАРМАЛАРЫ, Рәсәйҙең губерна һәм өйәҙҙәрендәге земство үҙидараһының башҡарма органдары (ҡара: Земство). Земство реформаһы барышында 1864 й. 1 ғин. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение” ға ярашлы ойошторолалар. Губерна З.б. губерна земство йыйылышы тарафынан һайланған...

ЗЕМСТВО БАШҠАРМАҺЫ БИНАҺЫ

ЗЕМСТВО БАШҠАРМАҺЫ БИНАҺЫ, 19 б. тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Цюрупа урамы, 12). 19 б. уртаһында төҙөлгән (архитекторы билдәһеҙ). Г рәүешендәге ике ҡатлы йорт бер ҡатлы өйҙәр араһында айырылып торған. Архитектураһына классик традициялар йоғонтоһон кисергән эклектизм хас. Ике ҡыя...

ЗЕМСТВО ЙЫЙЫЛЫШТАРЫ

ЗЕМСТВО ЙЫЙЫЛЫШТАРЫ, Рәсәйҙең губерна һәм өйәҙҙәрендәге земство үҙидараһының һайлап ҡуйылған башҡарма органдары. 1864 й. 1 ғин. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение”ға ярашлы, Земство реформаһы барышында ойошторола. Рәйестән һәм гласныйҙарҙан (депутаттарҙан) торған; дворяндарҙың...

ЗЕМСТВО МӘКТӘПТӘРЕ

ЗЕМСТВО МӘКТӘПТӘРЕ, башланғыс халыҡ училищелары, башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение” б‑са ойошторола (1864). Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Башлыса ауыл ерендә асылалар, земстволар һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар....