Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИМАШЕВ Рәшит Фәтих улы

ИМАШЕВ Рәшит Фәтих улы [30.3.1939, БАССР-ҙың Миәкә р-ны Аҙнай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р-ны) – 11.3.2007, Ҡазан], рәссам. ТР‑ҙың халыҡ рәссамы (2003), БР‑ҙың (1995) һәм ТАССР‑ҙың (1986) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1973). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1970)...

ИМАШЕВ Урал Булат улы

ИМАШЕВ Урал Булат улы (17.1.1945, БАССР‑ҙың Учалы районы Учалы а. — 3.2.2018, Өфө ҡ.), химик. БР ФА академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1995). Б.Ғ.Имашевтың һәм Ғ.Ш.Имашеваның улы. ӨНИ‑не тамамлағандан...

ИМАШЕВ Фәрхәт Рифҡәт улы

ИМАШЕВ Фәрхәт Рифҡәт улы (2.11.1966, Үзбәк ССР-ы Пушкин а/с), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1993). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Г.И.Мокеев, Э.Н.Нурмөхәмәтов, Р.С.Саяпов, В.Д.Чистонов)....

ИМАШЕВА Ғәлиә Шакир ҡыҙы

ИМАШЕВА Ғәлиә Шакир ҡыҙы (17.5.1915, Томск губ. Каменск-на-Оби ҡ. – 5.1.1995, Өфө), театр рәссамы. РСФСР‑ҙың (1973) һәм БАССР‑ҙың (1970) халыҡ рәссамы, РСФСР‑ҙың (1955) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1938). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1934; педагогтары...

ИМӘН

ИМӘН (Quercus), бук һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 450—600 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай, йәки йәйге И. үҫә. 150 йәшкә етә, яҡтылыҡ яратҡан япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры пирамида рәүешендә йәки йәйенке, олоно төҙ, бейеклеге...

ИМӘН, Балтас р-нындағы ауыл

ИМӘН, Балтас р-нындағы ауыл, Нөркә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Ҡыйғаҙы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 872 кеше; 1920 – 1077; 1939 – 814; 1959 – 445; 1989 – 208; 2002 – 214; 2010 — 169 кеше....

ИМӘНДӘШ ҠАЛАСЫҒЫ

ИМӘНДӘШ ҠАЛАСЫҒЫ, 7—12 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Ғафури р‑ны Имәндәш а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Еҙем й. уң ярында урынлашҡан. 1956 й. Н.А.Мәжитов һәм Х.В.Йосопов тарафынан асылып өйрәнелә, 1963 й., 1968 й. Г.И.Матвеева, 1989 й. Мәжитов һәм Ә.Н.Солтанова тарафынан тикшерелә. Ҡаласыҡ...

ИМӘНДӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ИМӘНДӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 665 кеше; 1920 — 836; 1939 — 640; 1959 — 672; 1989 — 435; 2002 — 410; 2010 — 341 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ИМӘНКИҪКӘ МӘҘӘНИӘТЕ

ИМӘНКИҪКӘ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә Урта быуат археологик мәҙәниәте. 5—9 бб. ҡарай. ТР‑ҙың Имәнкиҫкә а. янындағы ҡаласыҡ исеме м‑н аталған. Башҡ‑н терр‑яһында И.м. ҡомартҡылары Кама й. һәм уның ҡушылдығы Ыҡ й. түбәнге ағымында, Ағиҙел й. урта ағымында (Кушнаренко ҡәберлеге, Романовка торамалары һ.б.) тупланған....

ИМӘНКҮПЕР, Туймазы р‑нындағы ауыл

ИМӘНКҮПЕР, Туймазы р‑нындағы ауыл, Соҡаҙыбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 57 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Ишем й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 466 кеше; 1920 — 637; 1939 — 630; 1959 — 568; 1989 — 187; 2002 — 166; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар,...

ИМӘНЛЕК, Имәннек, Ғафури р‑нындағы ауыл

ИМӘНЛЕК, Имәннек, Ғафури р‑нындағы ауыл, Сәйетбаба а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 42 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 61 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й.  — 190 кеше; 1959 — 226; 1989 — 155; 2002 — 125; 2010 — 98 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1928 й. Стәрлетамаҡ кантонында ш. уҡ кантондың...

ИМӘНЛЕҠУЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ИМӘНЛЕҠУЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Имәнлеҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 20 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 87 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 661 кеше; 1920 — 935; 1939 — 1028; 1959 — 941; 1989 — 679; 2002 — 909; 2010 — 761 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ИМЕҘЕҮСЕЛӘР

ИМЕҘЕҮСЕЛӘР, йәнлектәр (Mammalia), умыртҡалылар класы. Ярым кластарға бүләләр: тәү йәнлектәр һәм ысын йәнлектәр. Яҡынса 20 отряды, 4500‑нән ашыу төрө билдәле. БР‑ҙа 6 отрядтан (кимереүселәр, ҡуян һымаҡтар, бөжәк ашаусылар, ҡуш тояҡлылар, ярғанаттар һәм йыртҡыстар) 83 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 4 см алып...

ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы

ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы (2.1.1955, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), биолог. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БДУ‑ны (1977) һәм БДМУ‑ны (2003) тамамлаған. 1980 й. алып БДМУ‑ла: 1988—90 йй. һәм 1996—98 йй. үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (1996 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1999 й. — дипломдан...

ИМЕНЛЕК ОРГАНДАРЫ ТАРИХЫ МУЗЕЙЫ

ИМЕНЛЕК ОРГАНДАРЫ ТАРИХЫ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1987 й. СССР именлек органдарының 70 йыллығы айҡанлы БАССР‑ҙың КГБ музейы булараҡ ойошторола, 1995 й. алып Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы И.о.т.м., 2010 й. башлап Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте БР б‑са идаралығының Тарих залы. Зал...

ИММУНИТЕТ

ИММУНИТЕТ (лат. immunitas — азат булыу, ҡотолоу), тере йән эйәләренең үҙ бөтөнлөгөн һәм биол. индивидуаллеген һаҡлап ҡалып, зарарлаусы агенттар тәьҫиренә ҡаршы тороу һәләте; организмдың барлыҡ генетик сит нәмәләрҙән һаҡланыу ысулы. Кеше, хайуан һәм үҫемлек И. (фитоиммунитет); бактерияға, вирусҡа, ағыуға,...

ИММУНОЛОГИЯ

ИММУНОЛОГИЯ (иммунитет һәм ...логия), организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәре, иммунитет механизмдары т‑дағы фән. Иммунобиология, иммуногенетика, иммунохимия, иммунопатология, клиник И. һ.б. бүленә. Кеше И. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 1905 й. Өфөлә Пастер ст. асылғандан һуң башлана. 1915 й. уның...

ИМПУЛЬСЛЫ ТЕХНИКА

ИМПУЛЬСЛЫ ТЕХНИКА, техниканың электр импульстарын барлыҡҡа килтереү, үҙгәртеү, көсәйтеү йәки уларҙың параметрҙарын үлсәү ҡорамалдарын уйлап табыу, ш. уҡ электр сылбырҙарындағы импульслы процестарҙы өйрәнеү өлкәһе. Импульслы электр ҡорамалдары автоматика системаларында, иҫәпләү техникаһында, радиоэлемтәлә,...

ИНАН ӘБДЕЛҠАДИР

ИНАН ӘБДЕЛҠАДИР [ысын исеме Сөләймәнов Фәтхелҡадир Мостафа улы; 29.11.1889, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Шығай а. (Силәбе өлк. Сосновка р-ны) – 1.10.1976, Анкара], шәрҡиәтсе, яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Проф. (1936; 1944—45 йй. дәрәжәһенән мәхрүм ителә). “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1914)....

ИНӘ ҠОРТ ҺӨТӨ

ИНӘ ҠОРТ ҺӨТӨ, ашатыусы эшсе ҡорттарҙың өҫкө яңаҡ һәм йотҡолоҡ биҙҙәре секреты. Бер инә көбөнә бал ҡорттары 0,2—0,5 г И.ҡ.һ. һала. Химик составы бал ҡорттары туҡланған һеркәгә бәйле. И.ҡ.һ. ҡоро матдәһендә 10—58% аҡһым, 5—18% май, 5—15% углевод, минераль матдәләр, витаминдар һ.б. биологик актив матдәләр...