Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИР БАЛАЛАР ДИНИ УЧИЛИЩЕҺЫ

ИР БАЛАЛАР ДИНИ УЧИЛИЩЕҺЫ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн башланғыс уҡыу йорто. 1818 й. Дини семинарияның түбәнге кластарын үҙгәртеп ҡорған ваҡытта Өфөлә асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Изге Синод аҡсаһы иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесы м‑н семинария идараһы...

ИРА, ауыл, Күмертау ҡ. составында

ИРА, ауыл, 1984 й. алып Күмертау ҡ. составында, Подгорный а/с үҙәге. Ҡаланан һәм Күмертау т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Балоя й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2057 кеше; 1920 — 1709; 1939 — 1184; 1959 — 650; 1989 — 501; 2002 — 651;...

ИРӘКТЕ

ИРӘКТЕ, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғалары: . Ирәктеләрҙең шәжәрәһе б‑са, улар 15 б. Мейәс й. үҙәненән Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) басс. күсеп килгән табын ҡәбиләһенең ҡара‑табын ырыуы нәҫелдәре булып тора. “Ирәкте” этнонимының барлыҡҡа килеүе башҡорттарҙың Ҡазан ханына хеҙмәт итеүе м‑н бәйле һәм “ҡәлғәлә хеҙмәт...

ИРӘМӘЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ

ИРӘМӘЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ. 2010 й. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк ҡалҡыу өлөшөнөң уникаль тәбиғи комплекстарын һаҡлап ҡалыу, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәрен һаҡлау, унда башланған йылғаларҙың тотороҡло гидрологик режимын тәьмин итеү, ял һәм туризмды үҫтереү маҡсатында ойошторола....

ИРӘМӘЛ, тау массивы

ИРӘМӘЛ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау массивы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑нының төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә Баҡты һәм Әүәләк һырттары араһында ята. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 7 км яҡын. Абс. бейеклеге мең м ашыу булған бер нисә түбәһе бар: 1582 м (Оло Ирәмәл т. ауы), 1449 м (Кесе Ирәмәл т....

ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ

ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович Баймаҡ районында айырып күрһәтә (1932). И.с. ултырмалары Башҡортостандың Урал аръяғында көньяҡтан төньяҡҡа табан 200 км ашыуға һуҙылған (Ирәндек һырты районы). Башлыса лава, базальт һәм андезибазальт составындағы лавобрекчия, туф,...

ИРӘНДЕК, һырт

ИРӘНДЕК, Ирәндектау, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа Оло Ҡыҙыл й. киңлек ағышынан Быҙаулыҡ й. тамағы киңлегенә тиклем һуҙылған. Оҙонлоғо 140 км яҡын, киңлеге төньяҡта һәм көньяҡта 10—12 км, урта өлөшөндә 20 км тиклем. Абс. бейеклеге...

ИРӘНДЕК, һырт. Учалы р‑ны

ИРӘНДЕК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Краснохта һәм Шартым йй. (Уй й. ҡушылдығы) араһында төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км. Киңлеге 4—6 км. Абс. бейеклеге 921 м. Билән м‑н бүленгән көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәрҙән тора. Биләндең үҙәк өлөшөндә...

ИРГӘЙЕЛ

ИРГӘЙЕЛ, башҡ. тылсымлы әкиәттәре персонажы, хтоник йән эйәһе. Көсө оҙон һаҡалында булған кәрлә ҡарт (“үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш”). Ҡара көстәр вәкиле, яуызлыҡ эйәһе. Ер аҫтында йәшәй. Буйһонмаған өсөн кешене ҡолағынан ҡаҙаҡҡа элә, бармағын киҫә (“Бүре улы Сынтимер бәһлеүән”, “Айыуғолаҡ” һ.б.);...

ИРГЕН ЗАВОДТАРЫ

ИРГЕН ЗАВОДТАРЫ, Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ирген й. (Сылва й. ҡушылдығы) буйында Осокиндар тарафынан Түб. һәм Үрге Ирген баҡыр, суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1800 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1804) алып А.А.Кнауф,...

ИРДУҒАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ИРДУҒАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 14 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 303 кеше; 1920 — 319; 1939 — 330; 1959 — 288; 1989 — 215; 2002 — 209; 2010 — 22 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ИРЕК, Шишмә р‑нындағы ауыл

ИРЕК, Шишмә р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 209 кеше; 1959 — 226; 1989 — 172; 2002 — 123; 2010 — 125 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 1927 й. Өфө кантонында ш. уҡ кантондың Арыҫлан а. кешеләре бүлендек...

ИРЕКЛЕ ИҠТИСАДИ ЗОНА

ИРЕКЛЕ ИҠТИСАДИ ЗОНА, махсус иҡтисади зона, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙың махсус режимы булған билдәле бер терр‑я; тышҡы иҡт. эшмәкәрлектең бер төрө. И.и.з. төрҙәре: уңайлыҡтары булған иҡт. зонаһы, ирекле (берлектәге) эшҡыуарлыҡ, офшор зоналары һ.б. РФ‑та ҡануниәткә ярашлы, сәнәғәт‑производство,...

ИРЕНЛӘШЕҮ ҺӘМ ИРЕНЛӘШМӘҮ

ИРЕНЛӘШЕҮ ҺӘМ ИРЕНЛӘШМӘҮ, өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәре; ирендәр ҡатнашлығы м‑н (иренләшеү; ирендәр түңәрәкләнә һәм бер аҙ алға һуҙыла) һәм ирендәр ҡатнашлығынан тыш (иренләшмәү) булған өҫтәмә артикуляция. Фонемаларҙы айырыусы билдәләр сифатында сығыш яһайҙар. Башҡорт телендә иренләшкән [о],...

ИРЕНСӘСКӘ

ИРЕНСӘСКӘ (Stachys), иренсәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле; Австралия һәм Яңы Зеландиянан башҡа, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы бер һәм күп йыллыҡ үлән йәки бәләкәй ярым ҡыуаҡ. Һабағы 4 ҡырлы, төҙ, һирәгерәк бөгөлгән,...

ИРЕНСӘСКӘ ҺЫМАҠТАР

ИРЕНСӘСКӘ ҺЫМАҠТАР, һаңғырау кесерткән һымаҡтар (Labiatae, йәки Lamiaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 200‑ҙән ашыу заты, яҡынса 3500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡсыҡтар, ярым ҡыуаҡтар, һирәгерәк ҡыуаҡтар һәм ағастар. Башҡортостанда 2 заттан 57 төрө (бесәй тармаһы, биҙүлән,...

ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ

ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ, металдарҙы: машина, конструкция һәм ҡоролма деталдәрен ысҡынмаҫлыҡ итеп тоташтырыуҙың технологик процесы. 200‑ҙән ашыу И.й. төрө билдәле, улар йәбешкән ҡушылмаларҙы алыу ысулдарына ҡарап 2 төп төркөмгә бүленә: иретеп йәбештереү (махсус йылылыҡ сығанағы тоташтырыла торған деталдәрҙең...

ИРИКОВ Николай Романович

ИРИКОВ Николай Романович [1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Үрге Ҡаҙарма а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 16.3.1943, Каменная Яруга а., Украина ССР‑ының Тетлега а. ерләнгән], танкист, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. башлап Сталинград,...

ИРИНЕЙ

ИРИНЕЙ (донъяуи исеме Середний Иван Петрович; 10.5.1939, Украина ССР‑ы Столпин а.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1975–76). Дини тәғлимәт канд. (1968). Митрополит (2002). Архиепископ (1982), архимандрит (1971). Монахлыҡ ҡабул иткән (1970). Ленинград дини акад. тамамлағандан һуң (1968) шунда...

ИРКӘБАЕВ Ғәбделхәй (Әбделхәй)

ИРКӘБАЕВ Ғәбделхәй (Әбделхәй) [1893, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ҡорман а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 28.3.1919, АСБР‑ҙың Бөрйән-Түңгәүер кантоны Преображен- ский а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, шағир, публицист. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. 1917 й. майынан —...