Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙЫЛЫЛЫҠ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ

ЙЫЛЫЛЫҠ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙың коммуналь‑көнкүреш (йылытыу, елләтеү, эҫе һыу менән тәьмин итеү) һәм технологик ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн торлаҡ, йәмәғәт һәм сәнәғәт биналарын (ҡоролмаларын) йылытыу б‑са саралар йыйылмаһы. Урындағы (бер йәки бер нисә бинаны хеҙмәтләндерә) һәм үҙәкләштерелгән...

ЙЫЛЫЛЫҠ ТЕХНИКАҺЫ

ЙЫЛЫЛЫҠ ТЕХНИКАҺЫ, йылылыҡ энергияһын алыу һәм уны сәнәғәттә, а.х., көнкүрештә, транспортта файҙаланыу ысулдарын, ш. уҡ йылылыҡ энергетикаһы ҡулайламаларының һәм йылылыҡ двигателдәренең эшләү принциптарын, конструктив үҙенсәлектәрен һәм уларҙа барған термодинамик, йылылыҡ‑масса алмаштырыу процестарын...

ЙЫЛЫЛЫҠ ҮТКӘРМӘҮСЕ МАТЕРИАЛДАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР

ЙЫЛЫЛЫҠ ҮТКӘРМӘҮСЕ МАТЕРИАЛДАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР, тирә‑яҡ мөхит м‑н йылылыҡ алмашыуҙы кәметеү өсөн күҙәүлеге юғары, йылылыҡ үткәреүсәнлеге түбән булған төҙөлөш материалдары һәм изделиелар. Сеймалдың төрө б‑са (минераль — асбест, гипс, диатомит, эзбизташ, быяла, цемент һ.б.; органик — газ менән тулыландырылған...

ЙЫЛЫМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЙЫЛЫМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 57 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 124 кеше; 1920 — 248; 1939 — 156; 1959 — 256; 1989 — 322; 2002 — 317; 2010 — 254 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

ЙЫЛЫШ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ЙЫЛЫШ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ирсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 121 км алыҫлыҡта Оло Энәк й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 495 кеше; 1920 — 514; 1939 — 386; 1959 — 452; 1989 — 377; 2002 — 445; 2010 — 433 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

ЙЫР

ЙЫР, шиғри‑муз. сәнғәт төрө; вокаль музыканың киң таралған жанры. Куплет‑строфа формаһы, музыка ҡоралының ҡушылыуының, образдар кәүҙәләнешенең дөйөмләштерелеүе, композицияның теүәллеге һәм мелодиканың моңлолоғо Й. типологик билдәләре булып тора. Халыҡ (ҡара: Халыҡ музыкаһы) һәм проф. Й.; хикәйәләү тибы...

ЙЫР, МУЗЫКА ҺӘМ ДРАМА СӘНҒӘТЕН ҺӨЙӨҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ

ЙЫР, МУЗЫКА ҺӘМ ДРАМА СӘНҒӘТЕН ҺӨЙӨҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ, проф. музыканттар һәм сәнғәт һөйөүселәр берекмәһе. 1885 й. Өфөлә скрипкасы Д.Н.Севастьянов инициативаһы м‑н ойошторола, Дворяндар йыйылышы бинаһында урынлаша. Муз. кисәләр, концерттар үткәрә, спектаклдәр ҡуйыу, муз.‑пед. эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. Йәмғиәт...

ЙЫРАУ

ЙЫРАУ (төркисә — йырсы), күп төрки халыҡтарында шағир‑импровизатор. Й. ижадының тамырҙары бик боронғо замандарға барып тоташа. “Йырсы‑музыкант” мәғәнәһендәге “йырағу” һүҙе Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт‑төрк” хеҙмәтендә осрай. Башҡ. ауыҙ‑тел әҙәбиәте тарихында Й. ижадының сәскә атыуы Нуғай Урҙаһы...

ЙЫРМАЯЛАН, Асҡын р‑нындағы ауыл

ЙЫРМАЯЛАН, Йырмаҡай, Асҡын р‑нындағы ауыл, Петропавловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км  һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Борма й. (Төй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 175 кеше; 1920 — 227; 1939 — 259; 1959 — 348; 1989 — 124; 2002 — 113;...

ЙЫРТҠЫСТАР

ЙЫРТҠЫСТАР (Carnivora), имеҙеүселәр отряды. 7 ғаиләһе, 240 төрө билдәле. БР‑ҙа 4 ғаиләгә (айыу, бесәй, һыуһар, эт) ҡараған 16 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 11 см алып (йәтсә) 250 см тиклем (һоро айыу), ауырлығы 100 г алып 700 кг тиклем. Йөнө ҡыҫҡа һәм ҡатынан (бесәйҙәр) алып ҡуйы һәм ҡабарынҡыға (һыуһар)...

ЙЫРТМАЛЫ КАЛЕНДАРЬ

ЙЫРТМАЛЫ КАЛЕНДАРЬ, йылдың көндәре теҙмәһен һәм белешмә мәғлүмәттәрҙе туплаған бәләкәй форматлы матбуғат баҫмаһы. Стенаға эленә йәки өҫтәлгә ҡуйыла торған итеп сығарыла, һәр бер бите календарҙың бер көнөнә арнала. Башҡортостанда Й.к. “Китап” нәшриәте тарафынан башҡ. телендә йыл һайын баҫтырылып тора....

ЙЫРЫНДАР

ЙЫРЫНДАР, рельефтың ваҡытлы һыу ағымынан барлыҡҡа килгән тәрән һәм текә ярлы формаһы. Йомшаҡ, еңел йыуылыусы тау тоҡомдарынан (балсыҡ, ҡомло балсыҡ, лёсс) торған күтәренке тигеҙлектәрҙә, ҡалҡыулыҡтарҙа, һыҙа һәм үҙән битләүендә барлыҡҡа киләләр. Арҡыры киҫелештә V формаһы хас; күп һанлы бәләкәй тармаҡтары...

ЙЫУАСА

ЙЫУАСА, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Төрки һәм монгол халыҡтарында таралған. Һөткә йомортҡа ҡушып баҫылған сөсө, һирәгерәк әсе ҡамырҙан бешерелә. Ромб рәүешендә ҡырҡылған ҡамырҙы иретелгән майҙа йәки малдың эс майында бешерәләр. Сәй табынына ҡуйыла, һаҡлыҡҡа ла бешерелә. Й. туй күстәнәсе һәм...

ЙЫҺАНГИРОВ Роберт Әмин улы

ЙЫҺАНГИРОВ Роберт Әмин улы (11.3.1958, Тажик ССР‑ының Чкаловск ҡ.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2004), мед. хеҙмәте полк. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлаған (1985). 1987 й. алып Урта Азия һәм Төркөстан хәрби округтарының хәрби частарында...

ЙЫҺАНГИРОВА Диана Рафиҡ ҡыҙы

ЙЫҺАНГИРОВА Диана Рафиҡ ҡыҙы (31.7.1983, Өфө), спортсы. Юридик ф. канд. (2006). Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2004). 22‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.А.Арсентьева). Рәсәй чемп. (2002), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1999). Үҫмер спортсылар...

ЙЫҺАНДАН ФОТОҒА ТӨШӨРӨҮ

ЙЫҺАНДАН ФОТОҒА ТӨШӨРӨҮ, Ер атмосфераһы аръяғында урынлашҡан (Ерҙең яһалма юлдашы, йыһан карабы һ.б.) һәм электромагнит спектрының төрлө өлкәләрендә һүрәттәр биргән аппаратура м‑н Ерҙе, күк есемдәрен һәм йыһан күренештәрен төшөрөү (цифрлы, радар, йылылыҡ, фото, телевизион һ.б.). Ерҙе йыһандан төшөрөүҙең...

ЙЫҺАНОВ Рәхимйән Фәйез улы

ЙЫҺАНОВ Рәхимйән Фәйез улы (16.4.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Биккенә а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, – 29.10.2012, Өфө), балетмейстер. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1967), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1961). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1948; В.Ғ.Ғәлимов, Р.Фәйзи курсы) тамамлаған....

ЙЫҺАНОВ Рәшит Рәхим улы

ЙЫҺАНОВ Рәшит Рәхим улы (28.6.1952, Өфө), композитор. Проф. (1997). РФ‑тың (2008) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1989). Р.Ф.Йыһановтың улы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1977; З.Ғ.Исмәғилев класы) 2012 й. тиклем ӨДСА‑ла уҡыта (1995—2001 йй. композиция каф. мөдире)....

ЙЫҺАНШИН Ғәлимйән Кәрим улы

ЙЫҺАНШИН Ғәлимйән Кәрим улы (11.5.1940, Ярославль өлк. Константиновка ҡсб — 18.7.2016, Өфө), инженер-технолог, химик. Техник ф. д‑ры (1999). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991). ӨНИ‑не тамамлаған (1966). 1960—62 йй. Черниковка НЭЗ‑ында эшләй. 1966—67 йй. һәм 1972 й. алып ӨНИ‑лә (1977—91 йй. өлкән ғилми...

ЙЫҺАНШИН Камил Фәрухша улы

ЙЫҺАНШИН Камил Фәрухша улы (15.3.1950, БАССР-ҙың Ҡандра районы Ҡандра‑Әмин а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Ҡандра а.), яҙыусы. БР-ҙың (2004) һәм РФ‑тың (2011) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995). Горький политехник институтын тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем һәм 1976—88 йй....