Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘШӘҮ ФОРМАҺЫ

ЙӘШӘҮ ФОРМАҺЫ, организмдың тышҡы ҡиәфәте, уның тышҡы мөхит шарттарына яраҡлашыуын сағылдырған морфол., анатомик, физиол. һ.б. билдәләре комплексы. Хайуандарҙың Й.ф. формалашыуына уларҙың мөхиттә хәрәкәт итеү ысулы, климат шарттары тәьҫир итә. БР имеҙеүселәре ер өҫтө, ш. иҫ. йүгереүселәр (бүре, һеләүһен...

ЙӘШЕЛ (ҺАҠЛАНА ТОРҒАН) ЗОНА

ЙӘШЕЛ (ҺАҠЛАНА ТОРҒАН) ЗОНА, урман йәки ултыртылған ағастар м‑н ҡапланған, тәбиғәттең йә кешенең кире йоғонтоһон, рекреацияны иҫкәртеү маҡсаты м‑н торама пункттар һәм уларҙың тирә‑яғында бүленгән махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре. Майҙаны һәм терр. урыны торама пункттың ҙурлығын, унда урынлашҡан...

ЙӘШЕЛ ДИКРАНУМ

ЙӘШЕЛ ДИКРАНУМ (Dicranum viride), мүк һымаҡтар төрө. Ҡараһыу йәшел төҫтәге кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе ос емешле ике өйлө күп йыллыҡ мүк, бейеклеге 1—5 см. Һабағы төҙ, ябай йәки тармаҡлы. Япраҡтары ланцет формаһында, осло, мурт; аҫҡылары — һабаҡтан ситкә китеүсе; өҫкөләре — боролмалы, һабаҡҡа яҡын...

ЙӘШЕЛ КОНВЕЙЕР

ЙӘШЕЛ КОНВЕЙЕР, йәшел мал аҙығы етештереү һәм уны иртә яҙҙан көҙ аҙағына тиклем ауыл хужалығы малдарын ашатыуҙа ҡулланыу системаһы. Тәбиғи, яҡшыртылған, культуралы көтөүлектәр һәм сабынлыҡтарҙың, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үлән сәсеүлектәренең, мал аҙығы ҡауын‑ҡарбуз культураларының, тамыраҙыҡтарҙың...

ЙӘШЕЛ КУЛЬТУРАЛАР

ЙӘШЕЛ КУЛЬТУРАЛАР, япрағы, япраҡ һабағы һәм йәш һабаҡтары аҙыҡ итеп ҡулланылған йәшелсә. Й.к. һуған (ҡыяҡлы), пекин кәбеҫтәһе, ирәүән, салат, әнис, шпинат, ҡуҙғалаҡ һ.б. инә. Тиҙ өлгөрә (йәшел һуған — 20—35, салат — 30—45, әнис 40 көн эсендә өлгөрә), һалҡынға бирешмәй, уңдырышлы һәм дымлы тупраҡта яҡшы...

ЙӘШЕЛ МАЛ АҘЫҒЫ

ЙӘШЕЛ МАЛ АҘЫҒЫ, мал ашаған көтөүлектәге йәки сабып алынған (йәшел өҫтәмә аҙыҡ) үҫемлектәр. Й.м.а. тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең, культуралы көтөүлектәрҙең, бер һәм күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәренең үләндәре; ш. уҡ тамыраҙыҡтарҙың һабағы, көтөүлектәрҙәге ҡыуаҡтарҙың япраҡтары һәм йәш ботаҡтары инә. Й.м.а. —...

ЙӘШЕЛ ТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ

ЙӘШЕЛ ТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ, төбәк метаморфизмының 250—450°С температурала һәм 2—6 кбар баҫым аҫтында барған төрө. Фанерозойҙың һәм кембрий алдының йыйырсыҡлы өлкәләрендә вулканоген, вулканоген-ултырма, интрузив тау тоҡомдарында үҫешкән (йәшел ташлы бүләктәр). Й.т.м. минераль ассоциацияларының арауыҡтағы...

ЙӘШЕЛ ҺӘҮЕРТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ

ЙӘШЕЛ ҺӘҮЕРТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ, температура 250—500°С, баҫым 2—8 кбар булғанда барлыҡҡа килеүсе урындағы метаморфизмдың бер төрө. Тектоник стресс шарттарында тау тоҡомдарының пластик шыуышыуы һөҙөмтәһендә өҫкө ҡатламдарҙың аҫҡыларына баҫымы түбәнәйә. Ошо сәбәптәр бөтә төр тоҡомдарҙа ла Й.һ.м. нигеҙе булып...

ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР

ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР (Chlorophyta), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 20 меңдән ашыу төрө билдәле; бөтә Ер шарында, башлыса сөсө һыу ятҡылыҡтарында (ш. уҡ диңгеҙҙә), тупраҡта, ер өҫтөндә, ҡайһы берҙә һауа ҡатламында киң таралған. Эукариот, бер (яңғыҙ йәки тупланып) йәки күп күҙәнәкле, һирәгерәк күҙәнәкһеҙ,...

ЙӘШЕЛСӘ КУЛЬТУРАЛАРЫ

ЙӘШЕЛСӘ КУЛЬТУРАЛАРЫ, йәшелсә алыу өсөн үҫтерелгән культуралы үҫемлектәр төркөмө. Яҡынса 120 төрө билдәле. Й.к. япраҡлыларға (кәбеҫтә, салат, укроп, шпинат, япраҡлы петрушка һ.б.), емешлеләргә (баклажан, борос, борсаҡ, ҡабаҡ, ҡыяр, патиссон, ташҡабаҡ, томат, фасоль һ.б.), һуғанбашлыларға (һарымһаҡ,...

ЙӘШЕЛСӘ-ЕМЕШ СӘНӘҒӘТЕ

ЙӘШЕЛСӘ‑ЕМЕШ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында үҫешә башлай. 1997 й. Асҡын йәшелсә киптереү комбинаты, Покровка, Шафран йәшелсә киптереү комб‑ттары, Бөрө, Суртан йәшелсә киптереү з‑дтары, Бүздәк (ҡара: Бүздәк консерва комбинаты), Иглин, Туймазы консерва з‑дтары, “Консервалар”...

ЙӘШЕЛСӘСЕЛЕК

ЙӘШЕЛСӘСЕЛЕК, 1) үҫемлекселектең йәшелсә культураларын үҫтереү м‑н шөғөлләнгән тармағы. Асыҡ һәм ябыҡ тупраҡ Й. айырыла. Асыҡ тупраҡта баҫыу шарттарында йәшелсә, ябыҡ тупраҡта ултыртыу миҙгеле булмаған осорҙа йәшелсә һәм асыҡ тупраҡ өсөн үрсетмә үҫтерелә. Башҡортостанда Й. үҫеше колхоз һәм совхоздар...

ЙӘШЕН

ЙӘШЕН, атмосфера күренеше, был ваҡытта өйкөм ямғыр болоттарында йәки болот һәм ер өҫтө араһында күп тапҡыр ҡабатланған электр разрядтары — күк күкрәү м‑н Й. уты барлыҡҡа килә. Й. ваҡытында көслө дауыллы ел, ҡойма ямғыр, күп осраҡта боҙло ямғыр була. Й. барлыҡҡа килеү механизмы тулыһынса өйрәнелмәгән:...

ЙӘШЕРГӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ЙӘШЕРГӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Йәшергән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 93 км алыҫлыҡта Йәшергән й. (Тәтер й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1197 кеше; 1920 — 1528; 1939 — 1258; 1959 — 1226; 1989 — 770; 2002 — 723; 2010 — 620 кеше....

ЙӘШКӘҘЕ, һырт

ЙӘШКӘҘЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Архангел һәм Ғафури р‑ндары буйлап Кесе Ҡурғаш й. (Инйәр й. басс.) тамағынан Еҙем й. ағымының киңлек өлөшөнә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 24 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 591 м (Аҡбейек тауы). 323—591 м бейеклектәге 7 түбәһе...

ЙӘШМӘ, тау тоҡомо

ЙӘШМӘ, кремнезёмлы ултырма тау тоҡомо. Кварцтан тора, ҡайһы берҙә халцедон ҡушылмаһы була. Структураһы криптокристаллы, текстураһы массив. Ҡыҙыл, һары, көрән, күкһел һоро, йәшел төҫтәрҙең төрлө төҫмөрҙәре тимер һәм марганец окиселдары булыуы м‑н аңлатыла; ш. уҡ сыбар, юлаҡлы йәки тимгелле (пейзажлы)...

ЙӘШТӘР ОЙОШМАЛАРЫ ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘРЕ

ЙӘШТӘР ОЙОШМАЛАРЫ ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘРЕ. Йәштәр ойошмалары (ЙО) — уртаҡ эшмәкәрлек барышында уставта (положениела) күрһәтелгән дөйөм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы 14—30 йәшлек граждандарҙың йәмәғәт берекмәләре; ағзалар һаны сикләнгән. Йәштәр хәрәкәттәре (ЙХ) — йәштәрҙең ҙур төркөмөн, ҡайһы ваҡыт бер нисә...

ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ

ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ, БР дәүләт власы органдарының йәш граждан дарҙың соц. формалашыуы һәм үҫеше өсөн соц.‑иҡт., хоҡуҡи шарттар һәм гарантиялар булдырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге; уны тормошҡа ашырыуҙа урындағы үҙидара органдары, йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре, балалар ойошмалары ҡатнаша. Й.с. “Башҡортостан...

ЙӘШТӘР ҺАРАЙЫ

ЙӘШТӘР ҺАРАЙЫ, мәҙәниәт һарайы. Өфөлә урынлашҡан. 1970 й. “Гидравлика” пр‑тиеһының “Юбилейный” мәҙәниәт һарайы булараҡ асыла, 1999 й. — Аграр университеттың 5‑се уҡыу корпусы, 2009 й. алып БДАУ-ҙың Йәштәр һарайы. 1150 урынлыҡ тамаша залы, 3 бейеү залы, 12 уҡыу аудиторияһы бар. 1999 й. тиклем мәҙәниәт...

ЙОҠ (КНАУФ) ЗАВОДЫ

ЙОҠ (КНАУФ) ЗАВОДЫ, 1731 й. Уҫы даруғаһы Танып улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Йоҡ й. (Ирень й. басс.) буйында П.И. һәм Г.П. Осокиндар тарафынан баҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1804 й. алып А.А.Кнауф, 1828 й. — ҡаҙна, 1853 й. — Кнауф тау...