Список материалов
ЙОМАҒУЖИН Юлай Мөхәмәт улы
ЙОМАҒУЖИН Юлай Мөхәмәт улы (16.9.1952, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Баҙарғол а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (1985 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре ҡаты есемдәр физикаһына, физик электроникаға, ялан электрон микроскопияһына, электрондар...
ЙОМАҘЫБАШ, Шаран р‑нындағы ауыл
ЙОМАҘЫБАШ, Шаран р‑нындағы ауыл, Салмалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Үрҙәкйылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2196 кеше; 1920 — 2587; 1939 — 1721; 1959 — 929; 1989 — 654; 2002 — 622; 2010 — 519 кеше. Башҡорттар,...
ЙОМАЕВ Ямалетдин Ғималетдин улы
ЙОМАЕВ Ямалетдин Ғималетдин улы [яҡынса 1892 й., Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Әлмән а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — ?], шағир. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен, урыҫ‑татар уч‑щеһын (Троицк ҡ., 1913) тамамлаған. 1913 й. алып Петропавловск ҡ. эргәһендәге ҡаҙаҡ ауылдарында уҡыта. 1916 й. Өфөгә күсә, “Тормош” гәз. эшләй....
ЙОМАҠ ТОРАМАЛАРЫ
ЙОМАҠ ТОРАМАЛАРЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡылары. Береговка археологик микрорайоны ҡомартҡылары төркөмөнә инәләр. Мәләүез р‑ны Йомаҡ а. эргәһендә Ағиҙел й. иҫке үҙәненең уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 4 торама табылған. Й.т.I ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1952 й....
ЙОМАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл
ЙОМАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Ергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 25 км һәм Ергән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Бәүергүл күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 268 кеше; 1920 — 295; 1939 — 322; 1959 — 323; 1989 — 195; 2002 — 202; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ЙОМАҠ, фольклор жанры
ЙОМАҠ, фольклор жанры, ниндәй ҙә булһа предметты йәки күренеште кинәйәле тасуирлауға, уй йәшереүгә нигеҙләнә. Уйланылған нәмә үҙе аталмай, бәлки уға оҡшаш сифаттары булған икенсе бер нәмә һүрәтләнеп, шул билдәләр б‑са йәшерелгән әйбер, күренештең исеме, йәғни Й. яуабы (йәбешкәһе, йомолдоғо) табыла....
ЙОМАҠАЙ ҠАЛАСЫҒЫ
ЙОМАҠАЙ ҠАЛАСЫҒЫ, 4—7 бб. археологик ҡомартҡыһы. Борай р‑ны Йомаҡай а. көнбайышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Тере Танып й. уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1956 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1957 й., 1959 й. өйрәнелә, 1969—70 йй. Г.И.Матвеева тикшерә. 592 м2 ҡаҙылған. Ҡаласыҡ һөҙәк морон өлөшө яғынан...
ЙОМАҠАЙ, Борай р‑нындағы ауыл
ЙОМАҠАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 663 кеше; 1920 — 751; 1939 — 713; 1959 — 593; 1989 — 293; 2002 — 267; 2010 — 205 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....
ЙОМАТАУ АГРАР ТЕХНИКУМЫ
ЙОМАТАУ АГРАР ТЕХНИКУМЫ, 1910 й. Өфө губ. Өфө өйәҙе Баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ мәктәбе ҡасабаһында (хәҙ. БР‑ҙың Өфө р‑ны Йоматау ауыл хужалығы техникумы а.) А.С.Ключарёв ис. баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ ғәмәли мәктәбе булараҡ асыла, 1921 й. алып Инструкторлыҡ техникумы, 1931 й. Топорнин районы Топорнин...
ЙОМАТАУ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ АУЫЛЫ, Өфө р‑нында
ЙОМАТАУ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ АУЫЛЫ, Ключарёв, Өфө р‑нында, Йоматау а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 37 км һәм Пионер т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 40 кеше; 1939 — 314; 1959 — 277; 1989 — 689; 2002 — 681; 2010 — 355 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй...
ЙОМАТАУ СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Өфө р‑нында
ЙОМАТАУ СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Өфө р‑нында, Йоматау а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 150 кеше; 1939 — 275; 1959 — 645; 1989 — 529; 2002 — 539; 2010 — 688 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 1886 й. Өфө өйәҙендә...
ЙОМАТАУ ШИФАХАНАҺЫ АУЫЛЫ, Өфө р‑нында
ЙОМАТАУ ШИФАХАНАҺЫ АУЫЛЫ, Өфө р‑нында, Йоматау а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 36 км һәм Санаторный т. юл ст. Көнб. табан 1 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 523 кеше; 1959 — 913; 1989 — 688; 2002 — 585; 2010 — 532 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Йоматау” шифаханаһында...
ЙОМАТАУ, Өфө р‑нындағы ауыл
ЙОМАТАУ, Өфө р‑нындағы ауыл, Йоматау а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб табан 38 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 181 кеше; 1920 — 199; 1939 — 229; 1959 — 329; 1989 — 876; 2002 — 1246; 2010 — 1598 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Йоматау” шифаханаһында...
ЙОМАШ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
ЙОМАШ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кеүәшле й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 383 кеше; 1920 — 845; 1939 — 488; 1959 — 653; 1989 — 1085; 2002 — 1136; 2010 — 1006 кеше. Урта мәктәп,...
ЙОМАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл
ЙОМАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 29 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 61 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1103 кеше; 1920 — 1305; 1939 — 1078; 1959 — 1167; 1989 — 757; 2002 — 817; 2010 — 865 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория,...
ЙОМРАНДАР
ЙОМРАНДАР (Spermophilus), тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. 35—38 төрө билдәле. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда бәләкәй Й. һәм ерән Й. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 23 см алып (бәләкәй Й.) 34 см тиклем (ерән Й.), ауырлығы 85—950 г. Кәүҙәһе тығыҙ. Йөнө ҡыҫҡа, төҫө аҡһыл һарынан...
ЙОМРО МЕГАХИЛА
ЙОМРО МЕГАХИЛА (Megachile rotundata), яры ҡанатлылар отрядының япраҡ ҡырҡыусы ҡорттар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла, Төньяҡ Америкала, Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙәһе ҡара төҫтә, оҙонлоғо 7—10 мм (ата бөжәктәр вағыраҡ). Башы бәләкәй, аҡ (ата бөжәктә һары) төклө. Томшоғо оҙон, төбөнә табан...
ЙОМРО СУСАҠ, тау түбәһе
ЙОМРО СУСАҠ, тау түбәһе, Алабейә һыртының иң юғары нөктәһе. Учалы р‑ны Вознесенка а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1016 м, оҙонлоғо 1 км. Түңәрәк, оҙонса формалы. Битләүҙәре ҡаялы. Ландшафы болонло тау далаларынан тора.
Р.Ә.Хәмиҙуллин
Тәрж. А.Н.Күсеев...
ЙОМШАҠ ТҮБӘ ҺӘМ ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ
ЙОМШАҠ ТҮБӘ ҺӘМ ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш материалдары сәнәғәтенең битумдар һәм полимерҙар нигеҙендә йомшаҡ гидроизоляция һәм түбә материалдары етештереү б‑са тармағы. Продукция түбә ҡатырғаһы, быяла-киндер, быяла-туҡыма, полимер плёнкалар файҙаланып төргәк рәүешендә сығарыла. 1969 й....
ЙОНДОҘҘАР
ЙОНДОҘҘАР, үҙҙәрендә барған термоядро реакциялары энергияһы иҫәбенә яҡтыртыусы күк есемдәре. Газ-туҙан болоттарынан (башлыса водородтан һәм гелийҙан) гравитация ҡыҫыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләләр. Яҡтыртылышы, ауырлығы, т‑раһы, химик составы, спектры б‑са классификацияланалар. Шартлы рәүештә кәрлә...