Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӘБЕҪТӘ

КӘБЕҪТӘ (Вrassica), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 35 төрө билдәле, Евразия һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: ялан К., йәки эт ҡуҙағы; ҡара шипкән һәм сарепта шипкәне. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 20—150 см. Аҫҡы япрағы лира формаһында, өҫкөһө —...

КӘБЕҪТӘ КҮБӘЛӘГЕ

КӘБЕҪТӘ КҮБӘЛӘГЕ, (Pieris brassicae), күбәләктәр отрядының аҡ күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 5,5—6,0 см, өҫ яғы аҡ, алғы ҡанаттарының осонда ураҡ рәүешендәге ҡара ҡайма бар, аҫ яғы йәшкелт һары төҫтә. Инә күбәләктең алғы ҡанаты 2 йомро...

КӘБИРОВ Марат Миҙхәт улы

КӘБИРОВ Марат Миҙхәт улы (15.1.1956, Өфө ҡ. — 17.3.2016, шунда уҡ), спортсы. Бокс буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1979). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1983). “Нефтсе” спорт комбинаты тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — Р.Ш.Вәлиуллин). СССР чемпионатының...

КӘБИРОВ Рөстәм Рәсшәт улы

КӘБИРОВ Рөстәм Рәсшәт улы (30.10.1948, Өфө), ботаник. Биол. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1972—73 йй. Өфөнөң 4‑се дауаханаһында эшләй; 1976 й. алып БДПУ‑ла уҡыта (1992—2014 йй. ботаника, биоэкология һәм ландшафты проектлау...

КӘДРӘЛЕ, һырт

КӘДРӘЛЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Әселе й. (Егән й. басс.) алып Ерегәҙе й. (Үрек й. ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 23 км, киңлеге төньяҡта 4 км тирәһе, көньяҡта 8 км тирәһе. Абс. бейеклеге 602 м (Кәдрәле тауы). Рельефы ҡатмарлы....

КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ

КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ, һөт, ит, дебет һәм йөн алыу өсөн кәзә үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Кәзә һөтө — еңел үҙләштерелеүсе продукт, бигерәк тә балалар туҡланыуы өсөн файҙалы. Кәзә ите туҡлыҡлылығы һәм тәм сифаттары б‑са һарыҡ итенә тиң. Йөнөнән төрлө туҡымалар, балаҫтар һ.б. эшләнә. Тиреһенән шевро, хром, замша,...

КӘЗӘ СӘСКӘҺЕ

КӘЗӘ СӘСКӘҺЕ, осҡолоҡ гөл (Berteroa), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Башҡортостанда буҙ К.с. үҫә. Буҙ төҫтәге, төклө ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 20—50 см. Япрағы ланцет йәки оҙонса- ланцет формаһында, бөтөн ситле, тамыр яны япрағы һаплы, һабаҡ япрағы — ултырма....

КӘЗӘ ҮЛӘНЕ

КӘЗӘ ҮЛӘНЕ (Galega), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 8 төрө билдәле, Европаның көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында, Көнбайыш Азияла, ш. уҡ Көнсығыш Африкала таралған. Башҡортостанға 2 төрө интродукцияланған: көнсығыш К.ү. һәм дарыулы К.ү. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 150 см тиклем....

КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ

КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ, примула (Primula), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы уҡ рәүешендә, бейеклеге 15—40 см. Япрағы һаплы, яланғас йәки төклө, оҙон һабаҡлы К.һ. —...

КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ҺЫМАҠТАР

КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ҺЫМАҠТАР (Primulaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 29 заты, 1000‑гә яҡын төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Күп, бер йыллыҡ йәки монокарпик үлән. Башҡортостанда 7 затҡа ҡараған 14 төрө (һөт күҙәнәге, наумбургия, таутишәр һ.б.) үҫә. Күп һәм бер...

КӘЗӘКЕЙ

КӘЗӘКЕЙ, кәзәки, башҡорттарҙа еңле, төймәле, эсләп, билләп тегелгән өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр К. (тубыҡҡа тиклем) ултырма яғалы һәм ян-яғынан кеҫәле итеп, ҡараһыу төҫтәге кизе-мамыҡ йәки йөн туҡыманан тегелгән. Күлдәк өҫтөнән кейгәндәр. К. башҡорттарҙа башҡорт полктарында хеҙмәт итеүселәрҙең...

КӘКӘН-ВАСИЛЬЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

КӘКӘН-ВАСИЛЬЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай-Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Кәкән й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 722 кеше; 1920 й. — 797; 1939 — 632; 1959 — 486; 1989 — 370; 2002 — 362; 2010 — 303 кеше....

КӘКРЕБАШ, Туймазы р‑нындағы ауыл

КӘКРЕБАШ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Кәкребаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 438 кеше; 1920 — 595; 1939 — 630; 1959 — 423; 1989 — 579; 2002 — 594; 2010 — 774 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

КӘКРЕКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ

КӘКРЕКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 6 б. — б.э. 8 б. археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а.көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Кәкрекүл күле исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк һәм Ә.М.Кинйәбаев, 1988 й. БДУ экспедицияһы (етәксеһе...

КӘКРЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ

КӘКРЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ, б.э.т. 4‑се мең йыллыҡ — 1‑се мең йыллыҡ башына ҡараған археологик ҡомартҡы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а.көньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Кәкрекүл күле исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк, 1968—69 йй....

КӘКҮК ӘШӘЛСӘҺЕ

КӘКҮК ӘШӘЛСӘҺЕ (Gymnadenia), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 10 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Бер аҙ тығыҙланған бармаҡса‑айырсалы бүлбеләре булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, нескә, 15—65 см бейеклектә. Япрағы...

КӘКҮК СӘЙЕ

КӘКҮК СӘЙЕ, башҡорттарҙа яҙҙы ҡаршылауға арналған йола байрамы. Яҙ-йәй осоронда (апр. аҙағынан июль уртаһына тиклем) үткәрелгән. Ҡатын-ҡыҙ тау битләүендә йәки йылға буйында, ҡайһы ваҡыт өй алдындағы йәшел үләндә йыйылған, үҙҙәре м‑н бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәксәк, эремсек һ.б. алып килгән....

КӘКҮК СИТЕГЕ

КӘКҮК СИТЕГЕ (Cypripedium), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: күпкәк К.с., таплы К.с., ысын К.с., эресәскә К.с. Йыуан, йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 10—50 см. Япрағы эллипс...

КӘКҮКБАШ

КӘКҮКБАШ (Pulmonaria), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Төклө тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—50 см. Тамыр яны япрағы ҡанатлы һапта (йомшаҡ К. оҙонса-эллипс, биҫтау...

КӘКҮКТӘР

КӘКҮКТӘР, к ә к ү к һ ы м а ҡ т а р (Cuculiformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, 146 төрө билдәле, башлыса ултыраҡ ҡоштар. БР‑ҙа кәкүктәр ғаиләһенә ҡараған 2 төрө бар, башлыса күсәр ҡоштар. Һаҡау К. кәүҙә оҙонлоғо 30—32 см, ауырлығы 70—150 г, ябай К. ярашлы рәүештә — 32—34 см, 80—190 г. Ҡауырһын ҡапламы...