Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӘРӘСИН

КӘРӘСИН (ингл. kerosene), углеводородтар ҡатышмаһы, күпселеге С9—С16. Тәғәйенләнеше б‑са авиация, техник, яҡтыртыу һәм эреткес К. айырыла. Химик составына һәм эшкәртелеү ысулына бәйле К. туйынған алифатик (20—60%), нафтенлы (20—50%), ароматик (5—25%), туйынмаған (2%‑ҡа тиклем) углеводородтар, ш. уҡ...

КӘРӘСИН-ГАЗОЙЛЬ ФРАКЦИЯҺЫ

КӘРӘСИН-ГАЗОЙЛЬ ФРАКЦИЯҺЫ, углеводородтар ҡатышмаһы; нефть ҡыуыу йәки крекинг (ҡара: Гидрокрекинг, Каталитик крекинг, Термик крекинг) һәм кокслаштырыу процестарында алынған фракция. К.‑г.ф. ҡайнау сиктәре 180—350°С. Составында реактив яғыулыҡ һәм дизель яғыулығы, ш. уҡ яҡтыртыу кәрәсине алына торған...

КӘРЕШКӘ

КӘРЕШКӘ (Vicia), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә: борсаҡ һымаҡ К, ситән К., күп һабаҡлы К., сысҡан К., дүрт орлоҡло һ.б. Бер йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы йәбешеүсән, төҙ, һирәгерәк түшәлеүсән,...

КӘРЕШКӘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

КӘРЕШКӘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Татлыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 224 кеше; 1920 — 336; 1939 — 188; 1959 — 226; 1989 — 396; 2002 — 396; 2010 — 418 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

КӘРИМ Мостай

КӘРИМ Мостай [ысын исеме Кәримов Мостафа Сафа улы; 20.10.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 21.9.2005, Өфө], яҙыусы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1992), Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). БАССР‑ҙың халыҡ шағиры (1963). РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939)....

КӘРИМ Фәтих Әхмәтвәли улы

КӘРИМ (Кәримов) Фәтих Әхмәтвәли улы [27.12.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айыт а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 19.2.1945, Прёйсиш‑Эйлау ҡ., Германия], шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ярлы Кәримдең ҡустыһы. 1928 й. алып “Яшь ленинчы” (“Йәш ленинсы”), “Крестьян газеты” (“Крәҫтиән гәзите”) гәз., “Атака”, “Азат...

КӘРИМ Хәниф Кәрим улы

КӘРИМ (Кәримов) Хәниф Кәрим улы [7.8.1910, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 26.8.1983, Өфө], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1970). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1938). 1931—32 йй. “Йәш коммунар”...

КӘРИМ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

КӘРИМ, Шверник, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Айыт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 47 кеше; 1939 — 217; 1959 — 163; 1989 — 148; 2002 — 155; 2010 — 116 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

КӘРИМ, Учалы р‑нындағы ауыл

КӘРИМ, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 65 км һәм Алтынташ т. юл ст. Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 400 кеше; 1920 — 877; 1939 — 533; 1959 — 459; 1989 — 284; 2002 — 335; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт...

КӘРИМОВ Айрат Таһир улы

КӘРИМОВ Айрат Таһир улы (21.1.1941, Өфө — 11.5.2016, шунда уҡ), комп., пианист. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1995). Композиторҙар союзы ағзаһы (1991). Т.Ш.Кәримовтың улы. Урал консерваторияһын (Свердловск ҡ., 1964; И.М.Рензиндың фп. класы) һәм ӨДСИ‑не (1981; З.Ғ.Исмәғилевтең композиция класы) тамамлаған....

КӘРИМОВ Аяз Рәфәғәт улы

КӘРИМОВ Аяз Рәфәғәт улы (2.12.1980, Өфө ҡ.), спортсы. Пара‑ски буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2015). ӨДСИ‑не тамамлаған (2003). Тау саңғыһы спорты буйынса СДЮСШОР (тренерҙары: С.В.Соловых, Г.С.Чистяков, А.Н.Шихалев) һәм РОСТО авиация спорт...

КӘРИМОВ Әхим Кәрим улы

КӘРИМОВ Әхим Кәрим улы [5.12.1917, Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Аҡтаныш а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш районы) — 28.8.2015, Өфө ҡ.], геохимик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1969), профессор (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк университетын тамамлағандан һуң (Ташкент ҡ., 1939) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда...

КӘРИМОВ Вил Сәғит улы

КӘРИМОВ Вил Сәғит улы (21.3.1935, БАССР‑ҙың Учалы районы Кәрим‑Төпәй а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Кәрим а., — 31.10.2017, Өфө ҡ.), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1974). Р.С.Кәримованың ағаһы. Дәүләт театр сәнғәте институтын (1959; О.И.Пыжова...

КӘРИМОВ Зәки Вәли улы

КӘРИМОВ Зәки Вәли улы (15.1.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаракөсөк а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а., — 18.5.2011, Өфө), педагог. Тарих ф. канд. (1976), проф. (1991). БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1956), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993). Журналистар союзы ағзаһы (2009). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

КӘРИМОВ Зөфәр Фазыл улы

КӘРИМОВ Зөфәр Фазыл улы (15.10.1933, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Түб. Ҡарғауыл а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1978), проф. (1980). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980). М.Ф.Кәримовтың ағаһы, Л.Ф.Кәримованың ҡустыһы. ӨНИ‑не тамамлағандан...

КӘРИМОВ Илгиз Мостафа улы

КӘРИМОВ Илгиз Мостафа улы (10.1.1942, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Келәш а. — 14.3.2019, Мәскәү, Мытищи ҡ. мосолман зыяратында ерләнгән), тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). М.Кәримдең улы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Мәскәүҙә: 1977 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) “Литературная Россия” (“Әҙәби Рәсәй”, 1974 й....

КӘРИМОВ Ҡәүи Кәрим улы

КӘРИМОВ Ҡәүи Кәрим улы (15.1.1947, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Яңғыҙнарат а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1993), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1990), БР‑ҙың белем биреү отличнигы (1997), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң...

КӘРИМОВ Марат Нәби улы

КӘРИМОВ Марат Нәби улы (9.1.1930, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сәлих а., хәҙер БР‑ҙың Ейәнсура районы Күгәрсен а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1958). Н.Ғ.Кәримовтың улы. ВЛКСМ‑дың ҮК эргәһендәге Үҙәк комсомол мәктәбен (1956),...

КӘРИМОВ Марат Фазыл улы

КӘРИМОВ Марат Фазыл улы (15.10.1939, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р-ны Түб. Маншыр а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1973). З.Ф.Кәримовтың, Л.Ф.Кәримованың ҡустыһы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961)...

КӘРИМОВ Нәбиулла Ғимаҙелислам улы

КӘРИМОВ Нәбиулла Ғимаҙелислам улы (15.9.1887, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Сәлих а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Күгәрсен а., — 10.10.1971, шунда уҡ), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949). Ырымбур губ. Орск өйәҙенең Түб. Себенле а. мәҙрәсәһен тамамлаған, Орск һәм Ырымбур ҡҡ. пед. курстарында уҡыған....